АТАЙСАЛ
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
31 Июля 2021, 12:43

Тиле яҙмалары (Повесть. Туғыҙынсы киҫәк).

     ... ҡатын-ҡыҙға бүләктән бигерәк иғтибар мөһим һәм ҡәҙерле. Гөлдәриә­не моға­йын да ире ҡотлағандыр, түрә малайы бит, би­р­гәне лә ҡиммәтле һәм затлылыр. Башта уның кейәүгә сығыуын хыянат тип ҡабул итһәм, хә­ҙ­ер айыҡ аҡыл менән былай-ыраҡ фекер йөрөтәм: бәлки Гөлдәриә хаҡлылыр, әг­әр өйләнешһәк мин уны бәхетле итә алыр инемме? Икеләнәһе түгел. Һи-ндостанда йәмғиәтте каста­ла­рға бүләләр. Унда үҙ мөхитендәге кешегә генә өйләнәләр, йә кейәүгә сығалар. Был мотлаҡ үт-әлергә тейеш, кире ҡаҡҡыһыҙ тормош ҡануны. Бал ҡорттары, ҡымыр­ҫҡалар донъяһында ла ошо тәртип һаҡлана, һәр бе­ре­һ­е-нең тәғәйен генә башҡарыр бурысы һәм шөғөлө була. Шулай ғәҙелерәктер ҙә, бәлки.  

Тиле яҙмалары (Повесть. Туғыҙынсы киҫәк).Тиле яҙмалары (Повесть. Туғыҙынсы киҫәк).
Тиле яҙмалары (Повесть. Туғыҙынсы киҫәк).

                                                  27 февраль, 1988 йыл.

 

            Класташтарым Нәсимә, Зәкиә 23 февраль, Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлағандар. Ҡыуанһам да ҡотлауҙы икенсе кешенән көткәйнем. Хәйер, нишл­әп кенә Гөлдәриә ситте, ятты ҡотлаһын, ул бит ир ҡатыны. Мин дә почтанан 8 ма-ртҡа открыткалар һатып алдым. Иң матурын, күңелемә ятҡанын ҡайҙа ебәрергә белмәһәм дә ауылға Гөлдәриәгә яҙҙым.

 

                                                     5 март, 1988 йыл.

 

            Вагондың ҡабырғалағы өҫтәлендә көндәлек өҫтөнә эйелгәнмен. Кисәге төн трево­га менән ҡалҡытып бөтә әйберҙәрҙе үҙебеҙ менән алырға бойороп плацҡа теҙҙеләр. Йыйынғанда командирҙар артыҡлап ҡабаландырманы, әйберҙәрегеҙ онотол-оп ҡалмаһын тип тумбочкаларҙы тикшереп сыҡтылар хатта. Машиналарға тейәп өлкә үҙәгенә алып киттеләр, унда поезға, дөйөм вагонға ултырттылар. Ҡуҙғалдыҡ. Ҡаҡ һәндерәгә ятып серем итергә тырышҡанда төн таңға ауышҡайны инде. Барыб-ер йоҡо килмәй. Башта бер ниндәй уй ҙа төйнәлмәгәндәй, хәлбүки билдәһеҙлеккә юлланыу йәнгә тыныслыҡ бирмәй. Иртән-сәк туш­енка тарат­ты­лар, сәй урынына ҡайнар һыу эсерҙеләр. Ҡабаттан дәфтәремде астым, бәүелеп барғанда яҙышыу ҡул-айһыҙ. Көндәлек тотоу ғәҙәтемә инеп китте. Ул яҡын дуҫ­ым ише, унан бер нимәне йәшермәйем, боҫормайым да, нисек бар шулай яҙам. Ә бит ҡайһы нимәләрҙе яҡын дуҫыңа һөйләргә лә тартынаһың. Көндәлек күңелемде сағылдырыусы көҙгө. Эске донъяһы менән йәшәмәгән кеше әйләнә-тирә­ләге­ләрҙең ҡоло ул.

 

                                                      7 март, 1988 йыл.

 

            Көнъяҡҡа табан барыуыбыҙҙы тоҫмаллай инек, ниһайәт поезд туҡтаны. Тә­ҙрә аша вокзалдың яҙыуын уҡыным. Тер-миз. Көнъяҡ сиккә лә килеп еткән­беҙ, ти­м­әк Үзбәкстандабыҙ. Сығырға бойорҙолар. Вагондан күренеүебеҙгә биткә ҡа­й­­нар-лыҡ бәрелде. Бында йылы, хатта ҡайһылыр кимәлдә эҫе. Вокзал май­ҙансығына теҙҙеләр. Өс взвод самаһы кешене исемлек буйынса теүәлләүгә әллә ни оҙ­аҡ ваҡыт китмәне. Машиналар­ҙа хәрби частҡа алып киттеләр.

            Казармаларға тараттылар, ял итергә ҡуштылар. Ҡы­р­ынырға, йыуынырға, китапханаға барып китап алып уҡыу залы-нда ултырырға мө­м­кин. Частә моғайын да бер үҙебеҙ генә түгелбеҙҙер, мәгәр артыҡ кеше күҙгә салынмай. Иртә булыуға ҡа-рамаҫтан йоҡларға яттым. Түшәк йомшаҡ, ҡулай, әммә йоҡо килмәй.

  

                                                       8 март, 1988 йыл.

 

            Бөгөн халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө. Әллә нишләп әсәйем баштан сыҡмай, уны ми­нән башҡа ҡотлаусы ла булмаған-дыр. Эргәһендә йөрөһәм мотлаҡ берәй бүләк алып бирер инем. Бер ҡатлыланып картуф сәскәләрен өҙөүем тағы хәтергә ки-леп төштө. Ошо йәшемдә шул ҡылығымды ҡабатлаған хәлдә лә үпкәләмәҫ ине әсәйем, сөнки ҡатын-ҡыҙға бүләктән бигерәк иғтибар мөһим һәм ҡәҙерле. Гөлдәриә­не моға­йын да ире ҡотлағандыр, түрә малайы бит, би­р­гәне лә ҡиммәтле һәм затлы-лыр. Башта уның кейәүгә сығыуын хыянат тип ҡабул итһәм, хә­ҙ­ер айыҡ аҡыл менән былайыраҡ фекер йөрөтәм: бәлки Гөл-дәриә хаҡлылыр, әг­әр өйләнешһәк мин уны бәхетле итә алыр инемме? Икеләнәһе түгел. Һиндостанда йәмғиәтте каста­ла­рға бүләләр. Унда үҙ мөхитендәге кешегә генә өйләнәләр, йә кейәүгә сығалар. Был мотлаҡ үтәлергә тейеш, кире ҡаҡҡыһыҙ тор-мош ҡануны. Бал ҡорттары, ҡымыр­ҫҡалар донъяһында ла ошо тәртип һаҡлана, һәр бе­ре­һ­енең тәғәйен генә башҡарыр буры-сы һәм шөғөлө була. Шулай ғәҙелерәктер ҙә, бәлки.

 

                                                    11 март, 1988 йыл.

 

            Маҡсатһыҙ ял итеү, йоҡо һимертеү ялҡыта башлағайны, иртә менән плац-ҡа теҙ­ҙеләр. Бөтәһен дә түгел, беҙҙең взво-дты. Частең эргәһендәге автопарктағы машиналарҙы һәр беребеҙгә бүлеп беркеттеләр. Документ йәһәтенән генә ҡабул итә-беҙ инде, те­хника өр-яңы. Кузовҡа брезент тартылған, тәҙрә ишараттары ла бар. Тимәк беҙгә һа­л­дат­тарҙы алып йөрөргә. Кис еткәс колонна вокзалға килде. Ни сәбәптәндер  бөтәбеҙгә лә әйберҙәребеҙҙе үҙебеҙ менә алырға ҡуштылар. Перронда һалдаттар сафы көтә ине инде. Күп күренһәләр ҙә машиналарға һыйып бөт­тө­л­әр. Был юлы часть яғ­ына боролманыҡ, иң ал-да барған взвод командирының машинаһына эйәрҙек. Ҡа­раңғы тиҙ төштө. Был яҡта төндәр ҡара шаршау ише, һәммәһен шу-нда уҡ йотоп ала­. Йәнә уңда ла һулда ла артта ла алда ла бейек, өҫкә ишелергә әҙер тауҙар. Шул тауҙарҙы бысаҡ ме­н­ән те-лгәндәй ярып ятҡан юлдан барабыҙ. Аҙым һайын тие­рлек рулде уңға-һулға борғоларға кәрәк. Эргәмдәге йыуан кәүҙәле сер-жант ойоп киткәйне, ҡаты ғына бер нисә тапҡыр һелкеткәс миңә уҫал ҡарап йоҡо аралаш мығырҙаны: «Можешь поос­т­ор­ож-нее, не дрова везешь…» Ҡырҡ илле саҡрымдар самаһы ара үткәс тимер күпер янында туҡтаттылар. Рад-иаторҙарға һыу тул-тырып алдыҡ. Тағы тоҙланған балыҡ, һыу, ик­м­әк тараттылар. Аҙыҡҡа ҡағылғым килмәне. Уның ҡарауы сержант ике паекты ла йы­пырып ҡуйҙы. Була бит ашауға һауһаҡ әҙәмдәр. Күперҙең теге яғында сит ил башланыуын әйтеп һаҡ барырға ҡушты-лар. Һиҙәм - алда Афғанстан.

 

                                                   12 март, 1988 йыл

 

              Иртәгеһен баш осонда вертолеттар әйләнергә тотондо. Тимәк уларға беҙ-ҙең колоннаны һаҡларға бойоролған. Барабыҙ ҙа барабыҙ, әҙәм заты күренмәй. Юл да юл. Унда-бында ҡышлаҡтар осрап ҡуя. Беҙҙәге ауылдарға оҡшамаған улар. Тәпәш кенә балсыҡ өйҙәр теҙмәһе шунда. Шул ергә һеңешкән йорттарҙы бил быуарҙан ҡалҡҡан таш ҡоймалар уратҡан. Ке-шеләр ҡайҙа һуң? Ни сәбәптән улар күренмәй?

            Үлтереп йоҡо килә. Талсыҡҡан, тумбыҡҡан кәүҙәмде уятырға, уға йән керетергә теләп балтырымды семтеп-семтеп алам.

 

                                                  13 март, 1988 йыл

 

            Тау ҡултығындағы тигеҙлеккә теҙелгән палаткалар янында туҡталдыҡ.

            Ҡаласыҡҡа инер юлдың ике яғында ла ҡом тултырылған пулеметтар ҡуйылған нығ­ытмалар. Ҡаршылағы текә тауҙың үҙендә лә ошондай уҡ ут нөктәләре барҙыр, юғ­иһә был тигеҙлек тау башынан ус төбөндәгеләй асыҡ күренәлер. Киске аш­т­ан һуң ҙур палаткаға политинформацияға йыйҙылар. Беҙҙең алда майор сығыш яһ­а­ны. Көн­ъяҡ илдәре буйынса белгес тип тан-ыштырҙылар үҙен, фәнни дәрәжәһе лә бар икән. Ма­­йор Афғанстанда икәнлегебеҙҙе аңлатыуҙан башланы. Замполиттар ише интерн­а­ционал бурыс тураһында аҡыл һатманы, күберәк урындағы ғө­рөф-ғәҙәттәр, ғәүефһеҙлек саралары хаҡында һөйлә-не. Афғанстан хөкүмәтенең һор­а­уы бу­й­ынса дуҫлыҡ визиты яһайбыҙ икән, ни эшләп ул саҡта беҙҙе ҡорал менән ҡа­р­шы ал­алар? Майор ерле халыҡты дошмандар тип атаны, ә беҙ улар өсөн кем ул саҡта?

                                                                               (Дауамы бар).

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас