

10 декабрь, 1987 йыл.
Өлкә үҙәгенән алыҫ түгел хәрби ҡаласыҡҡа урынлаштырҙылар. Килгәндә бер-беребеҙҙе таный ҙа һымаҡ инек, хәрби кейем кейгәс, инкубатор себештәренә оҡшап ҡалып ят кешеләргә әүерелдек. Яңы йылға ҡәҙәр хәрби ант тапшырырға тейе-шбеҙ. Тегендә, училищела дөрөҫ күҙаллағандар, бында водитель һөнәрен ныҡлап өйрәтергә тотондолар. Көн оҙайы уставтар ятлайбыҙ, ә улар береһе икенсеһен ҡабатлағанлыҡтан башҡа һеңмәй. Иртәнге етенән подъем, киске ун берҙә отбой. Шул ар-ауыҡтың бер минуты ла бушҡа үтмәй, хатта ашау өсөн дә теүәл минуттар бүленгән, тәғәмләнгәндә ауылдағылай яйлап, һуҙ-манлаһаң ас ҡалдың тигән һүҙ.
Әсәйемдән хат алдым, дауахананан сыҡтым, сәләмәтлегем арыу, тигән. Ышанғы килмәй, мине тынысландырыу өсөн яҙалыр инде, хәтәр, әлегә дауа табылмаған сирҙән ҡайһылайтып еңел генә ҡотолмаҡ. Хәҙер ул бит эшкә яраҡһыҙ. Ҡайһыла-йтып ҡына көн итәлер, зәғифтәр өсөн бирелгән пособие тотоноуға түгел, йән аҫырауға етәме икән әле, бына эш нимәлә. Йә-нә һыйырһыҙ ҡалғас ҡаралай сәй эсәлер, аҡ артынан өҙлөкһөҙ күршеләргә кружка тотоп һоранып сыға алмай бит инде, ярай ҙа тегеләре үҙҙәре белеклелек күрһәтһә. Хәлит армияға Өфөгә эләккән. Эләкмәгәндер, эләктергәндәрҙер, ҡоҙа-ҡоҙағый-лыҡты, таныш-белешлекте еккәндәрҙер. Хәлиткә Афғанстанға барырға тәҡдим итмәгәндәр микән? Әгәр шулай була ҡалһа нимә тип яуап биргәндер, белергә ине. Ул шылғаяҡ уҡыған саҡта ла һылтауын табып ауыр эштән ситләшергә яйын таба то-рғайны.
28 декабрь, 1987 йыл.
Яп-яҡты, ҡарлы көн ҡараңғыланып ҡалды. Ә бит иртәнсәк кенә кәйефем үтә лә шәп ине. Плацҡа теҙҙеләр, тантаналы шарттарҙа хәрби ант ҡабул иттек, шунан ашханаға алып барҙылар. Ундағы өҫтәл дә байрам шартына тап килә, өҫтәмә риз-ыҡтар ҡуйғандар. Төштән һуң почтаға һуғылдым. Айһылыуҙан конверт бар. Һиҙәм, тикмәгә хәбәр ебәрмәгән. Һайыҫҡан холо-ҡло ул, һүҙ сыбалтырға, ғәйбәт йөрөтөргә ярата. Минең өсөн бер юлы ике ҡара хәбәр: беренсеһе класташым Фәйзулла хеҙмәтен дә башлап өлгөрмәй Армияла үлеп ҡалған. Самолетта осоп барышлай шартлағандар. Ә уны бит тыныс шарттарҙа, ал-ыҫ Көнсығышҡа хеҙмәт итергә ебәргәйнеләр. Бына бит, маңлайға яҙылған тәҡдир. Фәйзулланың кәүҙәһен дә ҡайтара алмағ-андар, бары шул ҡара хәбәрҙе генә ебәргәндәр. Киләсәктә мине Афғанстанда ниндәйерәк яҙмыш көтә? Унда китеремде те-ге, военкоматтағы капитандан башҡа белеүсе кеше лә юҡтыр әле. Икенсе тетрәндергән хәбәр - Гөлдәриә кейәүгә сыҡҡан. Ни сәбәптән улай ҡабаланғандыр, билдәһеҙ. Өфөләге ҙур түрәнең малайы, ти. Нисек инде улай көтмәгәндә-уйламағанда, беренсе курсты яңы ғына башлап тора бит әле ул. Ә мин? Теге төндө оноттомо икән әллә? Бышылдауы һаман да ҡолағымда яңғырағандай: «Тилекәй, йәнем, һинән ауырға ҡалғым килә… Ҡыҙыб-ыҙ тыуһа Гөлшат тип исем ҡушырбыҙ, малай булһа Булат...» Каптеркаға инеп бикләндем. Тотош булмышым бушап, ҡорғаҡһып ҡалған. Буш мискә ишемен, ҡағыл ғына, даңғыр-ҙап китергә әҙермен. Сержант Руслан Берхеев эҙләп тапты. Ҡысҡырынманы. Тышҡы ҡиәфәтемә, үҙемде тотошома ҡарап ныҡ көйәләнгәнлегемде аңланы шикелле: «Посиди до ужина. Успокойся. И еще, без фокусов!», тип кенә ҡуйҙы. Хыянатты тәүге тапҡыр кисереүем. Ҡайһылай ҡыйын икән. Үтә лә ҡыйын. Атайым да мин имсәк саҡта уҡ әсәйемә хыянат иткән. Әсәйем бар әйберен төйнәп алып, күтәренеп сыҡҡан да киткән. Аҙаҡ атайым бер нисә тапҡыр килеп аяғына йығылып кисереүҙе һораған. Ныҡ торған әсәйем, уны кире өйгә индермәгән, яҡынлатмаған. Иҫ белгәндә атайым күрше ауылда йәшәй һәм ныҡ эсә ине. Һуҡмыш баш менән беҙгә килә лә өнһөҙ һерәйә, өҙлөкһөҙ минең таҡыр башымдан һыйпай, ә үҙенең тоноҡланып һүнә бар-ған күҙҙәренән һаран йәштәр һығыла. Өсөнсө класҡа уҡырға барған йылымда ул эскән килеш ҡара көҙҙөң һалҡынында ятып ҡатҡан. Яңғыҙы ғына ерләшергә барҙы әсәйем. Ҡайтып, хәсрәтенә сыҙаша алмай ауыр уфтанды: «Үҙем генә ғәйепле, эргә-беҙҙә йөрөһә был үлемесле ҡазаға тарымаҫ та ине… »
1 ғинуар, 1988 йыл
Яңы йылды ҡаршыланыҡ. Отбой беренсе яртыға күсерелде. Байрам табыны артында ултырҙыҡ. Рота, взвод коман-дирҙары ҡотланы. Беҙҙең ротаның тәғәйенл-әнеше алдан уҡ билдәле булғанғалыр рота командиры сит ерҙә имен-аман хеҙ-мәт итеүебеҙҙе теләне. Газлы һыу уртланыҡ. Байрам шуның менән тамамланды. Ғөрөф-ғәҙәт шартын үтәп сәкәштереү кәр-әктеме икән, тип уйлап ҡуйҙым. Бәләкәй балалар һут уртлап сытыраялар, ҙурыраҡтары шампан эсеп болғаңлай. Был эскел-еккә алдан әҙерләнеү һәм әҙерләү түгелме? Беҙҙең ата-олатайҙар 16 быуатта араҡының ни икәнен дә белмәгән, уларҙы то-тҡонлоҡта иҫерткес эсемлектәр эсереп язалағандар. Атайым ошо бәлә арҡаһында үлеп ҡалғас ғөмүмән эскелеккә ҡарашым, мөнәсәбәтем икенсе. Әммә хәҙер һәммәһе аҙым һайын шешә төбөн күҙләп күңел асырға ынтыла, бындай шарттарҙа унан баш тартыу мөмкин булмаған эш. Армияға китер алдынан тоттом бит араҡылы стаканды, ары ла яйы сыҡҡан һайын ҡойор-ҙар, тәҡдим итеү генә түгел, көсләрҙәр, ҡоторторҙар, баш тартҡан осраҡта ир-егет сәменә тейеп мыҫҡыл итерҙәр. Беҙҙә бит шулай, бала тыуғанда ла, мәрхүмде һуңғы юлға оҙатҡанда ла эсәләр. Иҫерек йәмғиәттә мәғәнәле һүҙ һөйләүсе, айыҡ йыр һуҙыусылар һирәгәйгәндән-һирәгәйә бара.
5 ғинуар, 1988 йыл
Рота командиры саҡыртып алды. Кабинетына инеп алдында үрә ҡатҡайным, ҡыланма инде, тигәндәй ҡулын ғына һе-лтәне: «Һаумы, яҡташ!», ти. Белмәгәнмен, беҙҙең республикала тыуып үҫкән, ул ғына ла түгел сығышы күрше райондан. Килгәндән бирле тәүге тапҡыр башҡортса һөйләшеүҙе ишеттем. Моңло йыр һымаҡ яңғырай икән ул сит яҡтарҙа туған тел. Документтарымды өйрәнгәндер: «Бында һеҙгә тағы ла биш ай уҡырға әле, мине алып йөрөрһөң, - тине командир, - Булды-ра алырһыңмы?» «Так точно, булдыра алам, иптәш майор!» Көлөп кенә ҡуйҙы: «Йә, ярай инде, әтәсләнмә, бар, УАЗикты ҡара, ҡабул ит!»
6 ғинуар, 1988 йыл
Машина яңы, әммә ҡарауһыҙланып киткән. Нығытаһы ерҙәрен нығытып, салондың эсен ялт иттереп һөртөп ҡуйҙым. Өлкә үҙәгенә барып әйләндек. Ҡайтышлай йорто янында ҡалдырғанда командир маҡтап ҡуйҙы: «Ә һин афаринһың яҡташ, машинаны оҫта алып йөрөйһөң, йәнә ыҫбайһың, таҙалыҡты яратаһыңдыр. Һинән алдағы шоферым, Ложкин фамилиялы һал-дат әрпеш һәм ҡойолдороҡ ине.»
2 февраль, 1988 йыл
Взвод командиры менән тағы ла ҡалаға, тимер юл вокзалына билет алырға барҙыҡ. Рота командиры бер аҙнаға Мәс-кәүгә командировкаға йыйына икән. Өлк-ән лейтенант хәрбиҙәр өсөн тәғәйенләнгән кассаға китте. Нишләптер бөгөн унда ла сират апаруҡ оҙон ғына. Ситкәрәк барып баҫтым. Вокзалдағы халыҡ ҡырмыҫҡа ояһылай мыжғый, ҡорт күселәй геүләй. Һәммәһе ҡайҙалыр ашыға. Ҡапыл һылыу бер ҡыҙҙы абайланым. Абайламаҫлыҡ та түгел шул, иғтибар итерлек ергә, зал ур-таһынараҡ, пальма ағасына тартым ҙур гөлдөң эргәһенә баҫҡан. 19-20 йәштәр тирәһендәге был ҡыҙҙың сибәрлегенә иҫем китте, һиңә әйтәйем, ҡалаҡһыҙ һыуға һал да йот, сағыштырыуға килгәндә ҡойған да ҡуйған фәрештә. Әйтерһең ул гөнаһлы ергә тик бер аҙға ғына төшкән дә бына-бына кире асманға ашып юҡҡа сығыр төҫлө. Өҫтөндә һоро төҫтәге йоҡа пальто, ялан баш. Нәҙекәй биленән юғары киҫтерелгән бөҙрә сәстәре яурынбашына һибелгәндәр таралғандар, аҡ йөҙөндә ҡара ҡаштары, күмерҙәй янған күҙҙәре айырым-асыҡ күренә. Сиғанға оҡшаған. Артыҡлап биҙәнмәгән дә, хәйер ошо илаһи йөҙгә буяҡ-маҙ-ар яғылһа, тәбиғи һылыулыҡ әллә күпмегә ҡайтышланыр ине. Ҡыҙ битараф ҡиәфәттә, аяҡтарын алмаш-тилмәшләп ала, ке-мделер көтә шикелле. Илаһи сибәрлектең алдында юғалып телдән ҡалған мәжнүн ҡиәфәтендә һерәйеп ҡаттым. Был ғашиҡ булыу түгел, ҡатын-ҡыҙҙың ҡабатланмаҫ камиллығына мөкиббән китеп һоҡланыу ине. Вокзалдан сығып киоскынан өс бөртөк ҡәнәфер сәскәһе һатып алдым. Һалдат аҡсаһы унан ҡиммәтерәккә етмәне. Уйым - ҡыҙға ошо сәскәләрҙе бүләк итеү. Ни өс-өнмө? Сихри сибәрлеге өсөн, уның был донъяла йәшәгәне өсөн. Кире эскә үттем. Теге һаман да урынында. Бер ҡайҙа ла китмәгән. Икеләнеп туҡтап ҡалдым, сөнки ошоға тиклем ҡыҙҙарға бер тапҡыр ҙа сәскә бүләк иткәнем булманы.
Ә бына әсәйемә гөлләмә әҙерләүем бөгөнгөләй хәтерҙә. Беренсе класҡа уҡырға төшөргә әҙерләнеп йөрөгән йәйҙә сәскәгә күмелгән каруф баҡсаһын тотошлайы менән ботарлап сыҡтым. Эш боҙһам да әрләмәне әсәйем: «Миңә ҡайһылай ҙа матур сәскәләр өҙгәнһең, улым, маладис», тип кенә ҡуйҙы. Шул мәлдә моғайын да уға минең хатам түгел, нескә күңеллегем мөһимерәк булғандыр.
Урынымда берауыҡ тапандым. Уйымды-теләгемде һиҙгәндәй эргәмә тәбәнәк буйлы, пеләш башлы, табаҡ битле әҙәм килеп сөсө йылмайҙы: «Солдат эту проститутку хочешь? Бери её. Только стоит очень дорого, не по твоему карману. Если у тебя деньги есть, думаю, договоримся…» Эсемдә ниндәйҙер ҡәҙерле, наҙлы еп өҙөлдөмө ни! Тимәк минең ҡаршымда тәне ме-нән, матурлығы менән һатыу иткән фәхишә баҫып тора! Һоҡланыуым һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты, минең өсөн мөғжизәле күңел байрамы тамамланды. Сәскәмде малайын етәкләп оҙон сиратҡа баҫҡан урта йәштәрҙәге йонсоу йөҙлө ҡатынға тоттор-ҙом да сығыу яғына атланым. Теге ни әйтергә белмәй аптырап ҡалды: «Мне цветы? За что?» Ҡайырылдым: «Вы очень похо-жи на мою маму». Ошоғаса иғтибар ҙа итмәгәнмен, вокзал тышында семтем сәс әҫәре йоҡмаған, ослайып барып бөткән йомортҡа башлы, былтыҡ күҙле, ҡулдары урынында буш еңдәре елдә елберҙәгән әҙәм инәлесле һөрәнләп хәйер һорай, ғәрип-лектән һипһенгәндәр уның алдындағы ҡағыҙ ҡумтаға тимер аҡса ырғыталар ҙа ҡабаланып китә лә һалалар. Был Алла тараф-ынан йәберһетелгән әҙәм менән эстәге фәхишә араһында айырма юҡ тиерлек, береһе - һылыулығын, икенсеһе - ғәриплеген һата.
(Дауамы бар).