

Аяҡтарым атларға теләмәһә лә бар көсөмдө йыйып тыуған йортома ҡайттым. Ишек алдына ингәс тә, күңелде үртәгән тынлыҡ, нисек ябып киткәнмен шулай торған тәҙрә пәрҙәләре, ғүмерҙә йортобоҙҙа булмаған ишектә элеүеле ҙур йоҙаҡ йөрәккә ауыр шом һалды. Әйтерһең дә, тап ошо йортта ваҡыт туҡтап ҡалған. Әйе туҡталды шул ҡәҙерлеләремдең тормошо. Бер аҙна эсендә...Көтмәгәндә... атайым менән әсәйем айырылышырға теләмәгәндәй ошо зәһәр вирус арҡаһында бер-бер артлы китеп барҙылар...
Күҙ нурҙарын һалып, тырышып донъя ҡороп, инде күңелдәрен ял иттереп, балаларының, ейәндәренең ҡайтҡанын көтөп алып, һәр беребеҙгә кәңәш биреп, беҙҙең менән ҡайнашып йәшәр ваҡытта киттеләр... Эй хоҙайым, ҡәҙерлеләребеҙҙе күреп тә ҡала алманыҡ исмаһам. Ситтә йәшәгәс, йылына бер генә ҡайтыла шул. Юҡ, ауырыған ваҡыттарында яңғыҙҙарын ҡалдырманыҡ. Барыбыҙ ҙа йыйылышып ҡайттыҡ, дауаханаға дарыуҙар алып барҙыҡ, тик ҡотҡарып булманы. Ҡайҙан килде был коронавирусы... Ата-әсәйеңде ҡара пакетҡа һалып ерләүҙең ни тиклем ғазаплы икәнен ошо хәл аша үткәндәр генә беләлер. Бер ус тупраҡ һалырға ла ебәрмәнеләр яндарына. Үлгән артынан үлеп булмай, тиҙәр бит. Ә иң ҡәҙерле кешеләреңдең китеүен ситтән күҙәтеп ҡалып, нисек артабан йәшәргә, ҡайҙан көс табырға? Ваҡытты кире ҡайтарып булһа, ошо прививка тигәнең әҙерәк алданыраҡ уйланылһа, улар иҫән булыр ине. Ғәфү итегеҙ беҙҙе, атай-әсәй! Йорттағы йоҙаҡ өсөн дә кисерегеҙ. Тормошта бер-беребеҙҙе ҡыуып йәшәйбеҙ ҙә, ғүмерҙең ҡыл өҫтөндә икәнлеген онотоп китәбеҙ шул. Әйтерһең дә, бар нәмә мәңгелек, һәр әйбергә һулыш өрөп була. Юҡ икән шул. Мин инде үҙемдең балаларымды үҫтереп, уҡытып, эшкә урынлаштырған ҡатынмын. Ниндәй йәштә булһаң да, яҡындарыңды юғалтыу ғазаптарын еңерлек түгел. Көтмәгәндә бушап ҡалған тыуған тупһамды ла ашаҡлап үтә алмай, һығылып илап ултырам. Ә бит был вирус күпме бәләкәй балаларҙы йәтим итте, ҡатындарҙы тол ҡалдырҙы, типһә тимер өҙөрлөк ир-аттарҙы алып китте. Уға еңелсә ҡараусылар һаман да бар. Яҡындарыбыҙҙы юғалтыуҙан ҡасан туҡтарбыҙ? Ҡасан күкрәк киреп рәхәтләнеп тын алырбыҙ? Ҡасан бер-беребеҙҙән шикләнмәй йәшәй башларбыҙ? Күңел һыҙлауына түҙә алмайым. Яҡындарыбыҙҙы иҫән саҡтар ҡәҙерләп йәшәйек, хоҙай һәр кемебеҙҙе был вирус тоҙағынан һаҡлаһын.
Зәйтүнә апайығыҙ