АТАЙСАЛ
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
28 Июля 2021, 10:12

Тиле яҙмалары (Повесть. Етенсе киҫәк).

            Йәш ҡатын һауытты кире кабина эсенә ырғытты һәм мине лә танып ҡал, тигәндәй ҡояштан һаҡлаған күҙлеген маң-лайына күтәреп, таралып барған сәстәрен бармаҡтарына аралап ба­шын артҡа ташланы. Таныш ине уның йөҙө, үтә лә тан-ыш, тик уны ҡайҙа һәм ҡасан күрҙем? Хәтерләй алманым...  

Тиле яҙмалары (Повесть. Етенсе киҫәк).Тиле яҙмалары (Повесть. Етенсе киҫәк).
Тиле яҙмалары (Повесть. Етенсе киҫәк).

       Эш өҫтәлемдә телефон шылтыраны:

            – Сәләм!

            – Ә-ә-ә, Хөснулла Хәмитович, һаумыһығыҙ.  Хәлдәрегеҙ нисек?

            – Шөкөр генә. Үҙегеҙҙекесе?

            – Ем эҙләп тибенгән тауыҡ ише теге яҙмаларҙа соҡонам.

            – Йә, нисек, эшкә ашырлыҡмы?

            – Арыу яҙылғандар. Тик сит кешенең көндәлектәрен уҡыу уның күңел донъя­һына һаҡһыҙ ҡағылыу менән бер.

            – Ниңә, үҙе рөхсәт итте лә баһа.

            – Юҡ шул, беҙҙең осрашыуҙы хәтереңә төшөр әле?

            – Ярай, көйәләнмә, ул бит һине хат менән саҡырып алды. Ауырайып китеүен ал­дан һиҙеп төргәген миңә тотторҙо. Шулай булғас, көндәлеккә ҡағылырға хаҡ­лы­мын, тип иҫәплә. Беҙҙең тарафҡа юлың төшмәйме?

            – Хәбәрсе ебәрергә йыйынып ултырам, бүрене һәм дә беҙҙең ише халыҡты аяҡтар туйҙыра.

            – Үҙең һуғылһаң да урынлы булыр ине.

            – Яңы көндәлек тотторорғамы яйың? Рәхмәт, быныһы ла баштан ашҡан.

            – Юҡ. Иртәгә теге ханым беҙгә килергә йыйына икән. Рәсми шылтыраттылар.

            – Һуң ул асылмаҫ йомаҡҡа тартым мөғжизәле осрашыуға мине яҡынлатмаҫ­тары көнэлгәре билдәле.

            – Шулай ҙа кил. Ул сибәр, шул уҡ ваҡытта серле һәм йоғонтоло ха­ным менән осрашҡың килмәйме ни?

            – Сибәрлеге һәм серлелеге ылыҡтырғыс әлбиттә, тик йоғонтоло булыуы ғына күңелгә шом һала.

            – Ваҡытынан алда шөр ебәрмәй тор. Һуғыл, иртәгә, эш аҙағында. Осрашыу шул ваҡытҡа билдәләнгән. Мине лә эҙләп булашма, бәлки ул мәлдә интернатта бул­мамдыр ҙа. Был шул осрашыуҙарҙың бер шарты ла шикелле. Хуш!

            Иртәгеһен тәғәйен ваҡытҡа барып еттек дә машинаны бер яҡ ситкә ҡуйып көтә башланыҡ. Алып йөрөүсе шоферым Васил аҙ һүҙле кеше, йәнә үҙенә ҡағыл­мағанды белергә теләп төпсөнөргә яратмай. Ғәҙәт иткән, килеп туҡтауыбыҙ була, ҡу-лдарын ҡау­шыр­ып ҡайҡая ла әүелйеп тә китә. Ипле генә итеп өндәш, шундуҡ уяна һәм машина бар­ан­каһын ихлас борғослап ҡушҡан ереңә елдерә. Әле лә ул башын ҡырын һалып тынып ҡалған.  

       Кәртә рәшәткәһе аша ихата эсенә күҙ аттым, түтәлдәр өҫтөнә теге ҡатын эй­елгән. Эргәһенән үтеп барыусыны күргәс ҡалҡты, һүҙ ҡушты. Моғайын да бер үк нимә хаҡында тылҡыйҙыр, шуға алыҫ аранан да уның һо­рауҙарын ишетәм һымаҡ. Ма-шина кабинаһының ишеген шаҡынылар. Мы­ҡ­ты кәүҙәле, оҙ­он буйлы егет икән.

            – Здравстуйте! Будьте добры, покажите ваши документы? - Итәғәтле ҡыланһа ла тәкәббер ҡарап һөҙгәк үгеҙ ҡиәфәт-ендә баҫҡан.

            Танытмаға күҙ йүгерткәс сираттағы һорауын бирҙе:

            – Цель вашего приезда?

            – По заданию редакции.

            – По какому заданию, если не секрет? - Бәйләнде лә баһа. Был алпамыша кәү­ҙәле ир тор­ғаны, марионетка, торғаны робот. Мейеһе лә юҡтыр әле бының, уның ур­ы­нына маг­нитофон кассетаһы ҡуйылғандыр ҙа, шул нәмә тауыш сығаралыр.

            – Нет, не секрет, сбор материала для очередного номера газеты.

            – Попрошу не выходит из кабины, пока не тронется та машина. - Баш хәрәкәте менән алыҫ түгел туҡтаған ҡара төҫ-тәге иномаркаға ымланы. - Вам понятно?

            – Аңлашылды!

            – Если что, я вас предупредил… - Һулаҡай ҡултығының аҫтын ҡапшағандай итте. Моғайын да унда кабуралы алта-тары барҙыр.

            – Я вас очень хорошо понял, если это необходимо, могу дать расписку.

            – Не надо! - Әсе телләнеүемде ҡабул итмәй ҡылтайған егет ҡырт боролоп китеп барҙы.

            Башымды ултырғыстың ҡулайламаһына терәп тынып ҡалдым. Ҡарашымды тирә-яҡҡа йүгерттем.

            Үтешләй, ҡыҫҡа ваҡытҡа туҡталып, был ауылды бер нисә тапҡыр күргәнем бу­лды. Йәмле, күркәм ине ул, ян-тирәләге ауылдарға ҡот биреп балҡый ине; урам­да­ры ла ти­геҙ соҡор-са­ҡ­ырһыҙ, йорттары ла ҡараулы, төҙөк. Хәҙер сиктәренән ҡайтм-а­һа ла ҡа­ртайған ауыл, һиҙелеп туҙған, сәләмәтлеге ҡаҡшаған ауырыу ҡартҡа оҡшап ҡалған. Элгәре урам ту­л­тырып йәштәр йөрөнө, ҡолаҡты бала-сағаның сыр-сы­уы ҡыуандырҙы, ә хәҙер, ана, урамдан онотҡанда бер таяҡҡа таянған бәлйерәк ҡа­рт-ҡоро ла эскелектән баш­тары шаңҡыған күләгәгә тартым әҙәмдәр үтә. Ауыл ҡар­тая, йәмғиәт ҡартая, өмөт һү­нә… Ҡартлыҡ ме-нән өмөт йәнәш йөрөүсән тө­шөнсәләр түгел шул. Ана шул ташландыҡлыҡ һәм бөләңгертлектең ҡап уртаһында күкрәк кир-еп ошо ҡаласыҡ ҡалҡҡан. Ҡот осҡос тап килмәү өшәндерә – ғәҙәти көн­итмеш төҫ­һ­өҙ, ә рухи яҡтан зәғифтәрҙең донъяһы бал-ҡып үҙенә әйҙәй. Ауырып киткән ос­р­аҡта рәхим ит, һине ожмахҡа тартым донъя көтә имгәнеүсе! Әллә беҙ баш­ҡа мөһим һәм кәрәкле эштәрҙе атҡ­а­рырға, тормошҡа ашырырға һәләтһеҙме, бары тилеләр йорто ғына ҡора беләбеҙме?

       Бар булмышыбыҙ - түңкәрелештәр ойоштороу, ә ҡалған көндәребеҙ киләһе ығы-зығ­ыға һәм талаш-тартышҡа алып ба-рған реформалар үткәреүҙән ғибәрәт. 20 быуат тыуғандан ал­ып үлтереш һәм үртәлештән башланғайны һәм тамамланғай-ны, 21 быуат та бер ҙә генә лә тынысҡа оҡшамаған. Ҡан ҡойоу ҡон ҡайтарыуҙы тыуҙыра, ут янғынды көсәйтә, алд­ыҡ урлыҡҡа алып бара шул… 

            Таш һуҡмаҡта ике ҡатын күренде. Алдан атлағаны джинсы салбар, һоро төҫтәге күн пинжәк кейгән, сәстәре ҡыҫҡа итеп киҫтерелгән, ҡара күҙлектә. Арттан атлағаны ҡырҡ йәштәрҙән үткән ханым. Уның өҫтөндә һомғол һынын кипсәлдергән затлы күлдәк. Талсыҡҡан кешеләй һаҡ баҫып атлай. Йәше ҡабаланып алға китә лә ҡайырылып көтөп ала. Һүҙ ҡушышмай-ҙар. Теге, түтәлдә соҡонған ҡа­т­ын тапҡырына еттеләр, бирелгән һорауҙарға яуап биреп ваҡланманылар, ҡапҡа эргәһендәге аласыҡ аша үтеп иномарка эргәһенә килделәр. Теге, төпсөнөп йөҙәт­кән егет йүгерә-атлай йөрөп артҡы ишектәрҙе асты. Ҡа-тындар туҡтаны. Йәше эйелеп кабина эсенән ми­нералка һау­ытын сығарып ирендәрен сылатты. Өлкәне күҙәтеүемде һиҙгән-дәй мин­ең яҡҡа ҡайыр­ылды.

            Урта йәштәрҙә булһа ла һылыу ине ҡатын: оҙонсараҡ биттәр, ыҡсым танау, ҡыйғас ҡаштар, һоро күҙҙәр. Тик шул һоро күҙҙәр тирә-яҡты рыя, хатта яратмай күҙ­ә­тәләр төҫлө, йөҙө лә аҡ таштан юнылғандай хис-тойғо белдермәй.

            Йәш ҡатын һауытты кире кабина эсенә ырғытты һәм мине лә танып ҡал, тигәндәй ҡояштан һаҡлаған күҙлеген ма-ңлайына күтәреп, таралып барған сәстәрен бармаҡтарына аралап ба­шын артҡа ташланы. Таныш ине уның йөҙө, үтә лә таныш, тик уны ҡайҙа һәм ҡасан күрҙем? Хәтерләй алманым. Өлкән уянғандай хәрәкәткә килде һәм ипле, әммә бойороҡ бирг­әндәгеләй һәммәһенә бер юлы өндәште:

            – Ҡуҙғалдыҡ!

       Башҡа йомош булмағанлыҡтан беҙ ҙә ҡайтыу яғына йүнәлдек.

                                                                       (Дауамы бар).

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас