

2 октябрь, 1987 йыл.
СПТУ-ла уҡыуҙарҙы башланыҡ. Зөфәр ҙә медкомиссиянан үтә алған. Ятаҡ-ҡа урынлаштырҙылар. Зөфәр коридорҙың бер башындағы бүлмәлә, мин икенсе оста. Арыу ғына итеп өс тапҡыр ашаталар. Тәмле, телеңде йоторлоҡ өй тәғәмен ҡаҙна ризығы алыштыра аламы инде ул! Урын алыштырыуҙан бигерәк күңел һип-һенеүенән, билдәһеҙ шомдо тойомлауҙан тамағ-ыма аш үтмәй. Китер алдынан фельдшер Сания апай саҡыртып алды. Әсәйемдең түшендә яман шеш тапҡандар. Кисекмәҫ-тән операцияға, Өфөгә барырға кәрәк. ти. Әсәйем алама сиргә дусар бул-ыуын әлегә белмәй. Ипле итеп үҙем аңлатырмын, ти Сания апай. Юлға төйнәнергә тура килһә яңғыҙ һыйырҙы, өс баш һарыҡты, ике баш кәзәне тотонорбоҙ, тип план ҡорҙом үҙемсә. Иң мөһиме сәләмәтләнеп ҡайтһын, аҡса йәл түгел. Яман шеш! Ҡот осҡос хөкөм! Бына ни өсөн әсәйем арығандай йонсоу йөрөгән икән.
15 ноябрь, 1987 йыл
Беҙҙең төркөмдө бик ашығыс уҡыталар. Моғайын да военкомат ҡабаланды-ралыр. Бындағы мастерҙар ҙа ике һүҙҙең береһендә, ҡалғанын, тегендә, Армияла уҡып бөтөрөрһөгөҙ инде, тиҙәр. Әсәйем Өфөлә. Әлегә операция яһамағандар. Кү-рше тирәнән үтескә алып торған. Уҡыу араһында ҡайтып һыйырҙы совхозға һатып килдем. Иткә мал ҡабул иткән осор. Ал-аҡай, күндәм, етәккә лә өйрәнгән, алып барып үлсәтеп ялан кәртәгә япҡас ҡапҡа ауыҙына килеп мөлдөрәтеп ҡараны, усым-дан, битемдән яланы. Апаруҡ ара киткәс хушлашҡандай итеп үҙәләнеп баҡырҙы. Сүкәйеп ултырҙым да йөҙөмдө ҡушусланым, тамағыма ҡаты төйөр килеп тығ-ылды. Мал да аңлы бит, теле менән генә әйтә алмай, һуйылырға дусар ителеүен төшөнгән-дер. Ваҡ малдан еңел ҡотолдом, уларҙы күрше-күлән һатып алды. Аҡса алырға тип, кире Әхмәҙулла бабайға барғанымда ул һарыҡты салып ит тейәгенә аҫып тиреһен һыҙырып маташа ине. Яланғас итте, иттән тамсылаған ҡанды күргәс башым әйлә-неп китте. Өйҙә тиҫтәнән ашыу тауыҡ, аяҡтары тупыс әтәс ҡалды, уларға күрше Зәбихә инәй күҙ-ҡолаҡ булыр әле, ем етер-лек. Көтмәгәндә Гөлдәриәнән хат алдым. Шул тиклем дә йылы, наҙлы итеп яҙған. Армияға китә ҡалһаң бер нимәгә ҡарамай оҙатырға ҡайтам, тигән. Әйтерһең уның һөйгән йәремен инде. Теге саҡ битемдән үбеп алыуын иҫәпкә алмағанда исмаһам бер тапҡыр булһа ла мөхәббәттә аңлашманыҡ. Хатты уҡығас, шул үпкән ере, гөлтләп тоҡанды, мейемә ҡайнар ҡан бәрҙе. Ни-шләп минән бөтөнләй ситләшә алмай Гөлдәриә, шуны аңлап етмәйем. Тегендә башҡалала фырт, ыҫбай кейенгән, кимәленә тап килгән егеттәр быуа быуырлыҡтыр. Ә ул тиҙәктә соҡонған, мазут, ат еҫе һеңгән егетте Армияға оҙатырға йыйына. Ни ти-клем тупаҫ, хаяһыҙ ҡыланһалар ҙа Мәжит ағай менән Фариза апай хаҡлылар, беҙ бит икебеҙ ике донъя кешеһе, Саҡ менән Суҡ, Ай менән Ҡояш, һыу менән ут, физика теле менән әйткәндә ыңғай һәм кире зарядбыҙ…
24 ноябрь, 1987 йыл, иртәнге 5 сәғәт 24 минут.
Шаңҡыным, өнөммө был, әллә төшөммө? Зиһенем буталды, һоро, күңелһеҙ, үҙгәрешһеҙ аҡҡан көнитмешем күҙ асып йомғансы әкиәткә әүерелде. Хәйер, бөт-әһен дә баштан яҙайым әле.
Клубта оҙатыу кисәһен үткәрҙеләр. Армияға мин, Зиннур, Хәлит, Фәйзулла, Батырйән китәбеҙ. Сәхнә түренә мендереп ултыртып ҡуйҙылар. Партком секретары оҙон-оҙаҡ доклад һөйләне. Әйткәндәре лә өгөт-нәсихәткә, урынһыҙ аҡыл һат-ыуға, үҙе татып, кисереп ҡарамаған Армия хеҙмәтен өйрәтеүгә ҡоролғайны. Ваҡ-ланырға теләмәгәндер, Мәжит ағай күренмәне. Буранбай ағай совхоз исеменән сумаҙандар бүләк итте, йәштәр аҙаҡтан концерт ҡуйҙылар. Күңелле килеп сыҡты. Китеүсе-ләрҙең ата-әсәләрен дә сәхнәгә саҡырҙылар. Миңә төбәп йылы һүҙ әйтеү-се табылманы. Хеҙмәткә барыуымды кисектерергә теләптер Сания апай әсәйемдең етди ауырыуы хаҡында военкоматҡа еткергән. Тегендә хәрби бурыс үтәргә кәрәклектең ки-сектергеһеҙ икәнлеге хаҡында әйтеп тыңларға ла теләмәгәндәр. Ватанға хеҙмәт итеүҙән шыпа ла баш тартмайым, иллә яң-ғыҙ, ауырыу әсәйемде ҡарарға, бағырға бурыслымындыр бит?! Ватан-Әсә менән ғәзиз әсәнең хоҡуҡтары типә-тиң түгелме ни? Сәхнәгә тағы ҡыҙҙар күтәрелеп беҙгә сигеүле ҡулъяулыҡтар бүләк иттеләр. Миңә тигәнде Айһылыу әҙерләгән, уға ҡуш-ҡандарҙыр. Тантаналы өлөш бөткәс совхоз ашханаһына киске ашҡа алып барҙылар. Өҫтәлдә иҫерткес эсемлектәр ҙә мул ғы-на ине. Әллә нишләп сәбәпһеҙгә эс боша, төп күтәрә яртышар итеп ҡойолған ике ҡырлы стаканды түңкәреп ҡуйҙым. Башыма сыҡты. Тантананың, байрамдың ҡыҙығы, мәғәнәһе, йәме китте. Ҡайтыу яғына йүнәлдем. Яңғыҙым кәкрәйеп ятып таң аттыр-ырмын да иртәгә кантора янынан трактор арбаһына тейәп оҙатырҙар, моғайын… Өйгә етәрәк иңрәүле тауыш ишетеп туҡтап ҡалдым: «Тимербулат! Тилекәй!» Артымдан йүгерә-атлай Гөлдәриә яҡынланы. Тартыныуһыҙ килеп ҡосағыма һыйынды, ир-ендәремә үрелде. Тәүге тапҡыр үбешеүҙән юғалып ҡалдым, тубыҡтарым ҡалтырап китте хатта. Гөлдәриә ғәҙәти генә итеп өндәште: «Бына ҡайттым. Клубҡа барып кеше күҙенә салынғым килмәне. - Хуш еҫле ҡулъяулығын сығарып помада яғылған ирендәремде һөртөп ҡуйҙы. - Араҡы еҫе килә бит һинән, эстең дәме? Бына быныһы артыҡ, кәрәкмәй ине. Әйҙә…», - ян-яғы-на шикле ҡараш ташлағас мине өй яғына ҡарай етәкләне. Беренсе тапҡыр шыр яланғас ҡыҙҙы күрҙем, беренсе тапҡыр иҫт-ән яҙып иркәләүҙе татыным, беренсе тапҡыр йоморосай, тығыҙ түштәргә ҡағылдым, булмышымды тетрәтеп ҡырағай дәртем уянды. Оятыма ҡаршы яҡынламаҫ элек үк бушанып та ҡуйҙым… Ярай әле Гөлдәриә яңынан терелтте… Мин ир! Гөлдәриәне алдым, ҡыҙ килеш алдым! Ул түшемә яланғас тәне менән ҡапланып һыңҡылдап илап ебәрҙе. Бер ысынбарлыҡҡа ҡайтып, бер ләззәтле ожмах сөңгөлөнә сумып керпек тә ҡаҡмай төн үткәрҙек. Сәғәт таңғы 5-тә Гөлдәриәм ирендәремдән ҡайнар итеп үб-еп алды һәм күләгәләй таң ҡараңғылығында ирене. Уның: «Оҙатырға килмәйем. Үпкәләмә. Хуш», тигән һүҙҙәре генә ишет-елеп ҡалды.
(Дауамы бар).