АТАЙСАЛ
+22 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
26 Июля 2021, 10:06

Тиле яҙмалары (Повесть. Бишенсе киҫәк).

            Гөлдәриә уҡырға ингән. Сәнғәт институтына. Актерҙар бүлегенә. Кискеһен клубҡа барғанда ҡотланым. Хәҙер ул үҙен икенсерәк тота, һөйләшеүе башҡа. Яҙмыш баҫҡыстары нисек тиҙ үҙгәртә икән кешене - кисә генә ауыл ҡыҙы ине, бөгөн сә-нғәт институтының буласаҡ студенты. Шул, иғтибарға алмаҫтай үҫеш Гөлдәриәнең хо­л­ҡона йоғонто яһай ҙа һалған, билдәле актрисалай тота үҙен. Хуш еҫле, сифатлы хушбый еҫе танауыма бәрелде. Ә минән ҡырҡыу ат тиренең еҫе киләлер. Шы­­ла биреп ултырҙым.  

Тиле яҙмалары (Повесть. Бишенсе киҫәк).Тиле яҙмалары (Повесть. Бишенсе киҫәк).
Тиле яҙмалары (Повесть. Бишенсе киҫәк).

                                      26 май, 1987 иртәнге 7 сәғәт 10 минут.

 

            Аҡтау ҡаяһына күтәрелеп таңды бөтә класс менән бергә ҡаршыланыҡ. Тау артын­дағы офоҡтан ҡыҙыл шар - ҡояш күтәрелә. Эргәмә Гөлдәриә килеп һыйынып ултырҙы. Беренсе һүҙе шул булды: «Үпкәләнеңме?» «Ни өсөн?» «Похва­ль­ный лист өсөн?» «Бер ҙә үпкәләмәнем, ҡотлайым!» «Ысынмы, Тилекәй?» Ул миңә үҙ­­енсә исем тағып алды хәҙер, башта Тимер-булат инем, шунан Тимеркәйгә әүерелдем, хәҙер инде Тилекәй. Яратып, үҙ итеп, башҡалар ишетмәҫлек итеп шулай өндә-шә. «Ып-ысын!» «Аҡыл­лы егет һин, Тилекәй… Ғәҙеллеккә килгәндә был ҡағ­ыҙ һиңә тейеш ине, академик! Быны бөтәһе лә белә: класс етәксеһе лә, мәктәп ди­рек­то­ры ла, класташтар ҙа, хатта атайым менән әсәйем дә… Тик ул ҡағыҙ миңә бик кәр-әк, Тилекәй, аңлайһыңмы, бик! Миңә бит уҡырға инергә…» «Аңлайым…» «Аң­ла­йһың, ләкин нишләп ҡаршылашмайһың һуң, Тилекәй? Тураһын әйткәндә һиңә тейеш өлөштө тартып алдым». «Уны үҙемә эләккән хәлдә лә һиңә бирер ин­ем». «Рәхмәт, Тилекәй… Һин мине гел шулайтып һаҡла, яҡла, ҡурсала, юғарыға күтәр, йә­ме? Ә мин бик бейектә осоп йөрөһәм дә һәр ваҡ­ыт һиңә генә эйелеп ҡар­ар­мын. Рөхсәт­ме?» Гөлдәриә яуабымды ла көтмәй башын яурыныма терәне һәм үрелеп башҡаларға күрһәтмәй генә битемдән үбеп алды. О-о-о! Аҡылдан шашырлыҡ! Мине беренсе тапҡыр ҡыҙ кеше үпте. Ул - Гөлдәриә! Ҡайт­ышлай шул ергә тегәнәк япрағын йәбештереп алдым. Ир­ендәрҙең ҡайнарлығы оҙағыраҡ һаҡланһын әйҙә.

            Түшәккә ятһам да тотош булмышым ярһыу, урынымда әйләнәм-тулғанам. Аяҡ тауыштары ишетелде. Әс­әйем һауын-дан ҡайтты. Кү­ҙ­гә йоҡо төйөлмәһә лә йоҡлағанға һалышып ята бирәйем әле.

 

                                                  28 июнь, 1987 йыл

 

            Сығарылыш ығы-зығыһы, оҙатыу кисәһе ҡәҙимгесә үтте. Көтмәгәндә совхоз директоры Мәжит ағай саҡыртып алды. Барҙым. Бик оҙаҡ, көттөрөп ҡабул итте. Ултырған ере иҫ китмәле, бындай шәп кабинетты тәүләп күреүем. Һаулыҡ һораш-тым да ишек төбөндә һерәйеп ҡалдым. Хужа сәләмләүемде ишетмәгәндәй текә ҡыланып өнд­әшмәй ге­нә ым-ишара менән эргәһенән урын күрһәтте. Мәжит ағайҙың мине эшкә һынамауы шул саҡлымы икән, телефондан оҙон-оҙаҡ һөй­ләшә башла-ны, ыңғайы бер баш бухгалтерҙы саҡыртып алып әллә ниндәй күрһәткестәрҙең һандарын рәт-яйына килте­реп мәшәҡәтлән-деләр, шунан бер ҡосаҡ ҡағыҙҙарын күтәреп баш экономист күренде. Фариза апай миңә сәйер генә итеп һирп­елеп ирендә-рен ҡымтып ҡуйҙы, мәгәр ауыҙ асып һүҙ өндәшмәне. Бына ниһайәт икәү генә ҡалдыҡ.

            – Хәлдәрең нисек, Хөсәйенов? - Бойороҡ, күрһәтмә биргәндәй ишетелде дорфа һорау.

            – Яҡшы.

            – Ниндәйерәк пландар ҡораһың, ҡайҙа уҡырға барырға йыйынаһың?

            – Әллә, әлегә хәл итмәгәнмен әле, бәлки ауылда ҡалырмын.

            – Һине класташтарың академик, тип йөрөтәләр шикелле, ғалим башың менәнме?

            Был ҡушаматты өнәп бөтөрмәйем, шуға үсектергән һымаҡ ҡыланған директорға яуап ҡайтарманым.

            Хужа хәлемде аңланы шикелле, төҙәтә һалды:

            – Үпкәләмә, шаярттым. Һине шәп уҡыны тиҙәр бит, белемлегә лайыҡлы вазифа ла кәрәк бит әле, шуға саҡ­ырттым. Ауыл Советына секретарь вазифаһына бараһыңмы? Унда махсус белем кәрәкмәй. Ауыл Советы рәйесе менән килешермен. Әлегә шул урын бушаған. Эш хаҡы ла арыу ғына. - Көтөлмәгән тәҡдимдән юғалып ҡалдым. Директор быны риза­лыҡ бил­дәһе итеп ҡабул итте шикелле. - Тик бер шартым бар - Гөлдәриә менән дуҫлыҡты он­о­таһың. Һеҙ бит икегеҙ ике донъя кешеһе, аралашыуығыҙ, һөйләшеп йөрөүегеҙ уның холҡона кире йоғонто яһаясаҡ, быныһын асыҡтан-асыҡ, йәшермәйенсә әйтәм. Эшкә төшөүгә килгәндә, йә, ризамы?

            Бер ни тип тә яуап ҡайтармай сығып киттем. Ат ҡараусы ярҙамсыһы булып эшкә тө­штөм. Бигерәк тә әсәйем ҡыуана. Тик шатлығы оҙаҡҡа бармаҫ шул, сөнки көҙ военкоматтың йүнәлтмәһе буйынса шоферҙар курсына барам, унан - Ар­мия. Во­ен­к­о­матҡа тикшерелеүгә барғанда айырым бүлмәгә саҡыртып алдылар. Өҫтәл артында йәшел петлицалы капитан ултыра. Ул ҡыҫҡа тотоп әңгәмәләшеп бөттө лә теләген әйтте «Афған­ста­н­да хеҙмәт итергә теләйһеңме? Делоң менән ентекләп таныш-ып сыҡтым. Беҙгә унда һинең һымаҡ физик һәм рухи яҡ­тан сәләмәт егеттәр кәрәк…» Күҙ алдыма яңғыҙ әсәйем килеп баҫты. Уны кемгә ҡа­л­дырам инде хә­ҙер? Һуңғы ваҡытта ни сәбәптәндер йонсоп, бирешеп китте. Һиҙәм, етди сыр­х­ай шик­елле. Аф-ғанстандан ҡурғаш табуттар ҡайтҡанлығын да ишетеп беләм. Күрше ау­ылда шундайыраҡ хәл булды үткән ҡыш. Комсомол сафында булғанлыҡтан юҡ, тип баш тартырға телем әйләнмәне. «Мин… буласаҡ һалдат…», тип икеләнеү ҡатыш мы­ғ­­ыр­ҙаным шикелле. Капитан ҡабаланып ҡулдарымды һәрмәп алып ҡыҫ­ты: «Рәхмәт, егет, ыңғай яуап биререңә ышанған инем!» Шулай итеп яҙмышым алдан билдәле, көҙ - Армияға, унда ғына түгел, аяуһыҙ һуғыш барған көнъяҡ иленә! Гөл­дәр­иә минән бер аҙ ситләште һымаҡ. Аңлайым, ваҡыты юҡтыр, имтихандарға әҙерләнә­л­ер. Яңыраҡ Фариза апай урамда тап итеп уҫ­ал киҫәтте: «Һин үҙең­дең көтөүсе икәнлегеңде бер ваҡытта ла иҫеңдән сығарма, Ти­мербулат! Аңлаш­ыл­д­ы­мы?» Ире итәғәтле ҡыланып уратып әйтә ине, быныһы мөрхәтһенмәүен йөҙгә бә­рә. Асыуым кил­еп китте: «Аңлашылып бөтмәне», тинем. «Ҡара уны, киҫ-әттем…» Гөл­дәриә клубҡа сыҡҡанында эргәмә килмәһә лә алыҫтан яғымлы итеп, яҡын итеп ҡарай. Ни әйтерен күҙ­ҙәренән уҡыйым: «Яҡшы егетһең, Тилекәй!» Үткәндә гел һиңә генә ҡарап торормон, тигән ине бит. Гөлдәриә, һин дә миңә ҡәҙерле-һең, тик беребеҙ юғарыла, икенсебеҙ түб­ән­дә…

 

                                                   15 август, 1987 йыл

 

            Гөлдәриә уҡырға ингән. Сәнғәт институтына. Актерҙар бүлегенә. Кискеһен клубҡа барғанда ҡотланым. Хәҙер ул үҙен икенсерәк тота, һөйләшеүе башҡа. Яҙмыш баҫҡыстары нисек тиҙ үҙгәртә икән кешене - кисә генә ауыл ҡыҙы ине, бөгөн сә-нғәт институтының буласаҡ студенты. Шул, иғтибарға алмаҫтай үҫеш Гөлдәриәнең хо­л­ҡона йоғонто яһай ҙа һалған, билдәле актрисалай тота үҙен. Хуш еҫле, сифатлы хушбый еҫе танауыма бәрелде. Ә минән ҡырҡыу ат тиренең еҫе киләлер. Шы­­ла биреп ултырҙым.

 

                                              1 сентябрь, 1987 йыл

 

            Беҙҙең класта ун дүрт уҡыусы ине. Шуларҙың 7-һе юғары уҡыу йортона ингән: Гөлдәриә, Хәлит, Юлай, Фәһимә… Улар бөтәһе лә Өфөлә уҡыясаҡтар. Айһылыу менән Зәкиә һауынсы эшенә сыҡтылар, Зөфәр минең менән бергә СПТУ-ға уҡырға барасаҡ, тракторсылар курсына. Медкомиссия үтә алырмы, билдәһеҙ, ҡолаҡҡа ҡатыраҡ ул, йәнә уҡыуға оңҡотораҡ.

            Аттар донъяһы ябай ғына күренһә лә уларҙың да үҙ тормошо, үҙ яҙ­мышы бар икән дә баһа. Өйөргә өйөр айғыры ху-жа, уға бөтә йылҡы донъяһы өнһөҙ, ҡаршылыҡһыҙ баш эйә. Бейәләр ҡолондарын ҡарау, бағыу менән мәшғүл. Өйөр тарафы-нан ситкә тибәрелгән, айғыр ҡурсалауынан мәхрүм һәүеректәр ҙә бар. Ситнәтелгәндәй ҡурсалауһыҙ тибендә йөрөйҙәр шу­нда. Бүреләр һөжүм итә ҡалһа иң тәүҙә һәүеректәр һәләк буласаҡ. Ә ҡол­онсаҡтарға һаҡсыл, наҙлы ҡараш, улар өйөр урта-һында, хәүефһеҙ урында. Ошонан аҙаҡ хайуандар донъяһын аңһыҙ тип әйтеп ҡара…

                                                                           (Дауамы бар).

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас