

Берауыҡтан теге шәфҡәт туташы оҙатыуында кабинетҡа 43- 45 йәштәр самаһындағы уҫлаптай кәүҙәле ир инде. Бына ул өнһөҙ-һүҙһеҙ кабинет уртаһына үтте лә һенағастай ҡатып ҡалды. Ауыр тынлыҡ урынлашты.
Ирҙең салланған сәстәре етек, шул аҡһыл төҫ ҡырылмаған һаҡал мыйығына ла һирпелгән. Яҫы маңлай, тулы биттәр, дү-рткелләнеберәк күренгән эйәк, ҙур, ташбығыраҡ күҙҙәр йөҙҙө һөйкөмлө һәм күрмәлекле итәләр. Маңлайҙы арҡыры тартып танау төбөнә ҡәҙәр тәрән яра йөйө йүгергән. Хәтәр сурайып ҡалҡып тимгелләнеүенә ҡарағанда ул оҙаҡ ваҡыт бөтәшмәгән-дер. Тағы шуныһына иғтибар иттем, күҙҙәр тирә-яҡҡа мәғәнәле, һынамсыл ҡарай. Тик улар арыған, талсыҡҡан кешенекенә оҡшап ҡыҙарғандар. Дауахана кейеме алпамышалай кәүҙәне үтә лә йәмһеҙләй: ең остары, балаҡтар, йөнтәҫ беләктәрҙе һәм ныҡ, тулы сираҡтарҙы яланғаслап өҫ яҡҡа ҡарай тартылғандар.
Бына ауырыу йәнләнгәндәй итеп үксәләре тапалған шипатайҙар ҡатылған аяҡтарын алмаш-тилмәшләп алды ла ҡулын-дағы ауыҙы марля менән ҡапланған банканы алға һоноп бер кемгә лә тәғәйенләнмәгән хәбәрен һалды:
– Бынау банканың эсендәге иңкеш күпмегә саҡлы сыҙар икән, ә? Нисә көн түбәһе менән быяланы төйһә лә сығып китә алмай. Мәрәкә, эйе бит? - Рәхәтләнеп, ихлас итеп көлөп ебәрҙе лә бер аҙҙан шатлыҡ балҡыған күҙҙәр еүешләнде - Ик-енсе яҡтан уйлап ҡарағанда, шыпа мәрәкә лә түгел әле. Ул үлеп-нитә ҡалһа мин ҡайһылай итермен, шул ҡайғыға нисек түҙ-ермен? - Бәләкәй сабый ише үкһегән ир саманан тыш ауырлыҡҡа сыҙамағандай иҙәнгә ҡарай сүкте, шунан аяғын бөкләп па-ркетҡа лыпын ултырҙы. - Ныу ултырттылар мине ҡатыға, ныу ултырттылар, аяғөҫтө ҡалмаҫлыҡ хәлгә еткерҙеләр…
Баш табип шәфҡәт туташына ымланы. Тегеһе ипле генә барып ауырыуға ҡулын һондо:
– Тимербулат ағай, сығайыҡ инде, ятып әҙерәк серем итеп ал.
– Ҡайҙа сығайыҡ? Әсәйемә алып бараһыңмы мине, ә? - Ауырыу тыңлаулы яуаплап йөгөнөкләп ҡалҡына башланы, үҙе һөйләнеүен дауам итте. - Бынау иңкеште лә алайыҡ үҙебеҙ менән. Бал һалһам бал ашамай, йә һыу эсмәй, үлер был, билләһи үлер. Шуға ҡайғырып нисә көн йоҡлаған юҡ.
Баш табип тауышын баҫып шәфҡәт туташына күрһәтмәһен бирҙе:
– Башҡа дарыуҙарға йоҡоноҡон да ҡуш әле, әҙерәк тынысланыр исмаһам.
– Бирәм. Файҙаһы теймәй…
Ауырыу менән шәфҡәт туташы етәкләшеп кабинеттан сығып киттеләр. Баш табип ғәйепле төҫтә аҡланғандай ҡоласын йәйҙе:
– Бына ошо була инде Тимербулат Хөсәйенов. Дөрөҫөрәге ул түгел, уның күләгәһе. Асылда, зиһене болотһоҙ саҡта ҡәҙимге, һин дә мин кеше; һөнәрсе кимәлендә һүрәт төшөрә, башлаған эшен дә йыйнаҡ итеп, урын-еренә еткереп башҡа-ра.
– Яҡындары бармы һуң?
– Юҡ. Япа-яңғыҙы ул был донъяла. Ҡаялағы суйыр ташҡа тамыр ебәреп йәшәргә ынтылып ятҡан ҡарағай ише бер үҙе. Уның менән, онотолған әҙәм менән ҡыҙыҡһынмайҙар, тиер инем дә, ике аҙнаға бер тапҡыр башҡаланың үҙенән инома-ркала бер сибәр ханым килеп урай. Юғарылағы бик ҡөҙрәтле түрәнең ҡатыны тиҙәр. Визиты хаҡында көнэлгәре хәбәр итәл-әр, бында белеп, көтөп торабыҙ. Шул көнгә ҡараулы булған хәлдә лә Хөсәйеновты әҙерләргә тура килә: йыуындырабыҙ, ҡы-рындырабыҙ, сәсен алабыҙ, ҡаршылашһа ла өҫтөн алмаштырабыҙ. Шулай кәрәк, шулай тейеш. Әммә ул ҡатынды яҡындан бер тапҡыр ҙа күрмәнем. Оҙатыусыһыҙ ғына килә лә тауыш-тынһыҙ, күләгәләй юҡҡа ла сыға, бер ниндәй иҫкәрмә лә, талап та, теләк тә әйтелмәй. Ҡатын Тимербулат ауырымаған саҡта ғына күренә һәм бында артыҡлап тотҡарланмай, оҙаҡ тигәндә бер ярты сәғәткә һуҙыла осрашыу. Шул ғына ваҡыт өсөн ни саҡлы юл үтә теге ханым. Барыбер сәфәрен ҡабатлай. Ә был яҙ-маларға килгәндә, - алдымда ятҡан төргәккә ымланы, - тикмәгә генә һеҙгә тәғәйенләнмәгән. Яҙыусыға ышаналыр. Үҙе өсөн ҡәҙерле көндәлектәренең бөтөнләй юғалып ҡалыуын теләмәйҙер.
– Әгәр уларҙан бер ниндәй ҙә мәғәнә тапмаһам?
– Көндәлектәрҙең һеҙҙе ҡыҙыҡһындырмауына ышанмайым. Әйтәм бит, тиле түгел, ижадҡа ынтылышлы ул Тимербу-лат. Әгәр ҙә ысынлап та дәфтәрҙәрҙе ҡулланмайынса архивығыҙға һалып ҡуйырға итһәгеҙ, кире килтерерһегеҙ.
– Әйҙәгеҙ, Иҙел күрмәйенсә итек сисмәйек әле, изгегә юрайыҡ.
– Улайһа хушлашайыҡ ошо ерҙә. Килеп йөрөгөҙ!
– Саҡырыуығыҙға килгәндә ышандыра алмайым. Зыяратҡа, йәнә бындай урындарға инеү рухи яҡтан әҙерлек талап итә, өҫтәүенә йәшерен-батырын түгел, нисектер шомландыра ла.
– Әйткәндәрегеҙ менән килешеп бөтмәйем, сөнки һәр әҙәм балаһының юлы, теләйме ул уны, әллә юҡмы, зыяратта тамамлана, һәм һуңғыһы - тотош донъя аҡылдан шашҡан осорҙа, тилеләр йортонан ҡурҡырға ла тартынырға ла кәрәкмәй. Бындағы йәшәйеш, үҙ-ара мөнәсәбәт ғәҙәти тормоштағына ҡарағанда ҡайһылыр кимәлдә ғәҙелерәктер ҙә әле, сөнки бында татлы алдыҡ һәм күҙ буяу юҡ.
Ҡулдарыбыҙҙы килгәндәге ише ныҡ ҡыҫып хушлаштыҡ.
Теге, түтәлдә соҡонған ҡатын урынында ине. Мине абайлағас йәнә аяғүрә баҫты, ғәмһеҙ йылмайҙы:
– Һаумы? Миңә нисә йәш ул, ағай?
– Ун йәштән дә кәм түгел, һеңлем. Быныһын теүәл әйтә алам.
– Мин дә шулайҙыр тип уйлайым. Беҙҙең туҡалды әйтәм, киткәнемдә йыуынын өҙөп ҡалғайны, быҙауламанымы икән?
– Быҙауламаған әле, быҙаулаһа әйтермен. Ыуыҙ ҡоймағына саҡырырһыңмы һуң?
– Саҡырмаған ҡайҙа! Майҙа ғына йөҙҙөрөп ҡоймаҡтар бешереп тотош ауылдаштарҙы йыям, гөрләтеп ҡоймаҡ байра-мы яһайым.
- Хуш булып тор, Гөлзифа һеңлекәш, имен-аман ғына була күр!
- Ана бит, исемемде был юлы теп-теүәл итеп, аныҡлап әйттең, Гөлбикә түгел, Гөлзифа мин. Әсәйем гөлдәй нәфис, күңеле - керһеҙ таҙа, буйы -талсыбыҡтай зифа булһын, тип мулла бабайҙан ҡолағыма шулайтып ҡысҡыртҡан. Ағай, һин мул-ла түгелһеңдер ҙә ул?
- Нишләп улай тиһең?
- Һуң исемемде беләһең бит!
- Юҡ, мин – кәкүк!
- Кәкүктәрҙең бөтәһе лә миңә гелән оҙон ғүмер юрай. Һин дә шуларҙың береһелер, ағай, ә?!
- Оҙаҡ итеп йәшә, Гөлзифа, йәме, һау булып тор әлегә!
- Аҡыллылар иленән, тилеләр донъяһына килгеләп йөрө, ағай, тағы тилеләр ояһынан зиһенлеләр йортона сәләм ет-кер…
Ҡаласыҡтан сығып ҡайтыр юлға төшөргә йыйынғанда таушалған йөҙлө егет ҡул күтәреп машинабыҙҙы туҡтатты һәм ба-шын кабина эсенә тығып битемә көмөшкә еҫен өрҙө:
– Алла хаҡы өсөн юллыҡ ҡына аҡса бирсе ағай, ҡаҙаҡтарҙа көнлөктә эшләп килә ятыш, тапҡан-таянғанымды тотош-лайы менән юғалттым, ауылыма ҡайтып етә алмай аптырайым, тинтерәйем. Автобусҡа түләү өсөн йөҙ илле һум ғына кәрәк, бик булмаһа, утыҙ һумы ла етә. Ишшү ике көн инде, ауыҙыма һыуҙан башҡа тәғәм ризыҡ ҡапманым, ҡорһағым ас.Тәңре хөк-өмөндәге гөнаһһыҙ мосафирмын, Алла хаҡы өсөн…
Килештерә, ятлап бөткән теләнселәүен ҡабатлай. Баш төҙәтергә темеҫкен-еүен белһәм дә был бәйләнсектән тиҙ-ерәк ҡотолорға теләп ҡағыҙ аҡса һондом.
– Бигерәк киң күңелле, йомарт кеше икәнһең, ағай, рәхмәт. Иптәшем дә бар, ул да ҡайта алмай интегә, әллә әҙерәк өҫтәйһеңме?
Ҡуҙғалып киттем. Булмышымды ауыр уйҙар баҫты: «Һәммәһенең аҫты өҫкә килде, тилеләр йортоноң ҡайҙа икәнле-ген дә айырыу мөмкин түгел. Ҡитғалар алмашынған, яҡшы менән яман буталған осор…»
Тимербулат Хөсәйенов ысынлап та йыйнаҡ, теүәл кешелер. Өс дөйөм дәфтәрҙе берләштергән көндәлектәре тигеҙ мат-ур хәрефтәр менән төҙәтеүҙәрһеҙ яҙылған. Яҙмаларҙы көндәлек, тип әйтеү ҙә дөрөҫ үк булмаҫ, бәлки, сөнки ҡайһы бер күр-гән-белгәндәре, кисергәндәре көн һайын, теҙеп, ентекләп яҙылһа, араларында айҙарға, йылдарға һуҙылған өҙөклөктәр ҙә бар. Өс дәфтәрҙе «Яҙмыш бурандары» исеме менән бәйләп Тимербулат ғүмеренең ҡырҡыу, боролош осорон һүрәтләргә ын-тылған. Ә ваҡиғаларҙы тасуирлауына килгәндә уның яҙыусы түгеллеге, әммә бик оҫта хикәйәсе, киң даирәле кеше икәнл-еге күҙгә ташлана. Әҙәбиәт, тел күҙлегенән ҡарап көндәлектәрҙе өр яңынан эшкәртеп сыҡтым, әммә ваҡиғалар ағышы үҙгә-решһеҙ һаҡланды. Шулай итеп көндәлектең беренсе битен асам.
(Дауамы бар).