

Ҡаласыҡҡа үттем. Аҡ төҫтәге таш плитәләр тигеҙ юл итеп түшәлгән, бара биргәс улар баҫҡысҡа әүерелеп киртләсләнеп юғарыға, тау үрендәге теге өс ҡатлы йортҡа йүнәлә. Моғайын да төп корпус тигәндәре шулдыр. Таш юлдың ике яғын түтәл-дәр ҡайыған, унда аллы-гөллө сәскәләр күҙҙең яуын ала. Тирә-яҡта тәртип һәм таҙалыҡ. Сүп-сарлы ҡасаба урамдарынан һуң үҙемде ниндәйҙер икенсе донъяға килеп ингәндәй хис иттем. Икенсе, тигәнем, рухи йәһәттән имгәнгән тилеләр донъяһы бит был. Шул уй тертләтеп ебәрҙе.
Пижама кейеп алған йәш ҡатын түтәл йомшартып йөрөгән еренән ҡалҡып, яулыҡ ситтәренән сыҡҡан сәс шәлкемен ҡул һырты менән ҡайырып көнитмеше теүәл кешеләй ғәмһеҙ йылмайҙы:
– Һаумыһың?
– Иҫәнме, һеңлекәш.
– Һин беҙҙең яҡтан килдеңме әллә, ағай?
– Юҡ, мин ҡалала йәшәйем.
– Улай икән… Беҙҙең ауыл тураһында сала-сарпы хәбәрҙәр барыбер килеп етәлер әле. Ғәләмәт билдәле, матур, кү-рмәлекле ул! Мәктәбе бар, шунан медпункты, ике кантуры. Бер кантур бүлексәнеке, икенсеһе лесничествоныҡы. Мин киткәндә туҡал һыйырыбыҙ еленен еткереп, йыуынын өҙөп ҡалғайны, быҙауламанымы икән?
– Ишетелмәне.
– Йәл… Йәл, ибет?
– Йәл булмаған ҡайҙа, ҡыҙғаныс. - Тегенең ыңғайына һыпырҙым.
Шул саҡ ҡаласыҡҡа терәлеп тиерлек ҡалҡҡан ҡуйы сауҡалыҡтан кәкүк саҡырыуы ҡолаҡҡа салынды:
– Ағай, ишетәһеңме - кәкүк! Кәк-күк, кәк-күк! - Ҡатын шыңғырҙатып көлөп ҡошҡа ҡушылып ҡысҡыра башланы. - Бе-рәү, икәү… етәү… ун… Ҡайһылай оҙаҡ йәшәйәсәкмен әле мин. Рәхмәт һиңә, кәкүк! Унға саҡлы йәшәйем. - Йөҙө моңһоулан-ып китте. - Тик ундан ары иҫәпләй генә белмәйем. Онота ла ҡуям. Ауылымдың исемен дә онотам, үҙемдекен дә… Ә бына ту-ҡал һыйырыбыҙ хәтеремдә, һис ҡасан онотолмай. Шуға һорайым да. Быҙауламанымы икән? Быҙаулаһа ҡайтып ыуыҙын һау-ып алып ҡоймағына тотош ауылды һыйларға иҫәп. Һауынсы инем, бригадир әйткәнсә егәрле һауынсы… Ун һыйырҙы гөбөр-ләтеп һауҙым. Бәлки күберәк тә булғандыр. Мин ни хәҙер ундан ары иҫәпләй белмәйем шу… Онота ла ҡуям… - Ике ҡулы ме-нән сикәләрен ҡыҫып бер аҙ онотолоп торғас ҡабаттан моңһоу йылмайҙы. - Ағай, беҙҙең ауылды тап та белешеп килеп әйт әле. Ауылымдың исемен әйт, минең исемемде асыҡла… Исемем матур булған тиҙәр. Сәскәле, гөллө, нескә буйымды сағылд-ырған исем…
- Беҙҙең яҡтарҙа Гөлбикәләр бик тә күп шикелле.
- Ана бит, исемемде лә беләһең дә баһа! Шул матур исемемде сер итеп йәшереп тотҡан булалар… Духтыр тикшер-гәндән аҙаҡ ҡалын ҡағыҙға ниҙер яҙа ла тимер һандыҡҡа тыға һала. Күрмәһен, темеҫкенмәһен өсөндөр инде…
- Хәҙер ҡағыҙҙарҙы үтә лә күп яҙалар шул…
- Һин дә яҙаһыңмы?
- Яҙам. Яҙмаһам эшләмәйһең, тип әрләшәләр.
- Хәҙер бөтә урында ла әрләшәләр, талашалар… мәрәкә, ибет?
- Ҙур урындарҙа ғына ул ығы-зығы. Ә ауылдарҙа тыныс. Береһе икенсеһенең хәлен белеп тора, бөтәһе лә асыҡ, аң-лайышлы.
- Беҙҙең ауылда ла шулай ул… Унда мәктәп, кантурҙар бар. Ауылға етмәҫ элек сысайып янғын ҡалансаһы күренә. Их-ласлап эҙләһәң моғайын да табырһың.
– Ярай, һеңлекәш. Табырға тырышырмын. Имен-аман ғына йөрөп ят, йәме.
– Имен-аман булмай тағы, ана кәкүк туҡтай алмай, ҡойолдороп ҡалған көндәремде хисаплай… - Ҡатын эйелде лә былай ҙа тигеҙ, матур итеп йомшартылған түтәлдең тупрағын устарына алып әүәләргә тотондо. Бер аҙ шулай мәшәҡәтлән-гәс башын ҡалҡытты, тупраҡлы ҡулы менән маңлайын ыуҙы:
- Минең менән ғәҙәттә һөйләшә һалып бармайҙар… Һеҙ һәйбәт кеше, ағай, ауылдағы минең еленләгән туҡалым ише аҡыллы итеп ҡарайһығыҙ…
- Дөрөҫ ҡылыҡһырланығыҙ, мин ауыл малы ише күндәммен, йыуашмын шул. Һеҙ ҙә аҡыллыһығыҙ, һеңлекәш…
- Ысынмы?
- Ысындың дөп-дөрөҫө!
- Аҡыллы кешеләрҙе мында тотмайҙар. Иртәгә үк духтырға һеҙҙең әйткәндәрҙе еткерәм, тотмаһындар, сығарһындар. Миңә бит ауылдаштарҙы ыуыҙ ҡоймағы менән һыйлайһы…
Баш табиптың кабинетын эҙләргә тура килмәне, ул мине коридорҙа көтә ине. Урта буйлы, ҡаҡса кәүҙәле, сәстәренә сал йүгергән ир уртаһы кеше. Ирҙәрсә ихлас күрештек. Танышып тороу ҙа кәрәкмәне, ул күптәнге танышын осратҡандай исем-шәрифемде атап асыҡ ишекле кабинетына инергә әйҙүкләне һәм ыңғайы бер ғәфү үтенгәндәй теҙҙе:
– Таһир Нәғимович, беҙҙәге халыҡ шулай, бер ҡатлыраҡ инде ул, килгән ҡунаҡтың дәрәжәһен иҫәпкә алмай тап итһәләр эс серҙәрен һөйләргә керешәләр. Әле ирекһеҙҙән тәҙрәнән һеҙҙең һөйләшкәнде күҙәттем. Гөлзифа исемле ҡатын. Күптән инде бында. Төп йәшәү мәғәнәһе - түтәлдәрҙе ҡарап, бағып, тәртиптә тотоу, сәскә үҫтереү.
– Тимәк күңеленә ятҡан, танһыҡ эш менән мәшғүл. Бәлки беҙгә унан өлгө алырға кәрәктер. Һәр әҙәм балаһы белгән, яратҡан, ҡулынан килгән һөнәрен баш-ҡарып көн итһә йәшәүебеҙ әллә күпмегә матурыраҡ, мәғәнәлерәк булыр ине.
– Бына быныһын хаҡ әйттегеҙ.
Кабинет ҙур булмаһа ла заманса итеп йыһазландырылған. Офис ҡаралтыһын-ан тыш диван, ҡәнәфиҙәр, журнал өҫтәле ҡуйылған.
– Шәп йәшәйһегеҙ, Хөснулла Хәмитович, ҡасаба уртаһында ҡаласыҡ, каби-нетығыҙ ҙа бынамын тигән.
– Әгәр үҙәктә әүәлге педтехникум урынлашһа ҡыуаныс икенсерәк булыр ине, бәлки. Мәғрифәтселек һауаһының сырхау аураһы менән алмашыныуы рухландырғыс үҫеш түгел әлбиттә. Иҫәпләй китһәң бында арҙаҡлы, уҡымышлы респу-бликала ғына түгел, элекке Союзға билдәле кешеләр белем алған. Ә хәҙер ауылдың уртаһына ошо дауалау йортон төҙөп ҡуйҙылар.
– Төп шөғөлөгөҙгә килгәндә бындағы ауырыуҙар һаны артамы, әллә кире-һенсә кәмей төштөмө?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы әлеге мәлдә урындар етешмәй. Яңыраҡ бер мәктәп директоры менән һөйләшеп алғайным, мәктәптәрҙә хәҙер балаларҙың дөйөм һаны кәмей, ә аҡылдары һайҙар, зиһендәре таҡырҙар артҡандан-арта бара икән. Сә-бәбе - араҡы, эскелек. Социализмды тәнҡитләп, әүәлге яулаған үрҙәребеҙҙе онотторорға тырышһалар ҙа элекке хәлдәр улай уҡ түгел ине бит. Үткән юлыбыҙҙы яманлап ҡына көрсөккә алып барған бөгөнгө тәртипһеҙлекте, ҡыйралышты аҡлап булмай. Булмай! Уйлана башлаһаң, уйҙарҙан уйылып китерлек.
– Хөснулла Хәмитович, һеҙҙәге ише дауалау учреждениеларында булғаным бар, уларҙың ишектәре тимер, тәҙрәләр-ендә рәшәткә.
– Беҙҙә бит интернат. Пациенттар ҙа агрессив, йәмғиәт өсөн ҡурҡыныс түгелдәр. Ҡайһы берәүҙәре ҡасабаға иркен инеп-сығып йөрөй. Уларҙың үҙҙәренең именлеген ҡайғыртмағанда башҡа, хәүефләнерлек сәбәптәр юҡ.
– Ваҡытығыҙҙы артыҡлап алмайым инде, үтешләй генә һуғылдым, Тимер-булат Хөсәйенов, тигән кешенән хәбәр килеп төштө. Тураһын әйткәндә сәйер яҙылған, аңлашылып бөтмәй. Миңә уны ошо йортта йәшәй, тип өйрәтеп ебәрҙеләр.
– Эйе, беҙҙә йәшәй. - Баш табип өҫтәл тартмаһын асып алдыма төргәк һалды. - Хаттың эстәлеген дә, саҡырылыуы-ғыҙҙы ла белә инем. Бына, һеҙгә тәғәйенләнгән нәмә.
– Үҙе ҡайҙа һуң?
– Ҡайҙа ғына китһен, бында. Тик әлеге мәлдә уның менән йүнләп һөйләшә алмаҫһығыҙ. Аяҙлы йә болотло көн ише зиһене бер асылып китә, бер томалана. Хөсәйенов кризис кисерә. Кешене танымай, икенсе көнитмештә йәшәгәндәй тота үҙен. Тик шуныһы, үтә лә тыныс, эргә-тирәһенә зыянһыҙ.
– Бәлки уны бында саҡырып, һис юғында эргәһенә инеп булыр? Килеүен килгәс аралашмаһаҡ та күреп китәйем.
– Мәйелегеҙ, ҡаршы түгелмен. - Табип өҫтәл ҡабырғаһына беркетелгән ҡыҙ-ыл төймәгә баҫты. Ишек ауыҙында аҡ халатлы ханым күренде. - Хөсәйеновты индерегеҙ.
(Дауамы бар).