

Сәйер яҙылған хат алдым. Хат та түгел инде, һарғайып бөткән ҡағыҙ киҫәге-нә ҡәләм менән бер нисә һөйләм сыймаҡланған шунда. Башта ағымдағы эштәр менән мәшғүлләнеп уға иғтибар ҙа итмәнем, сөнки почта һайын тиҫтәнән ашыу хә-бәр-сәләмдәр, рәсми мәғлүмәттәр килә, уларға ҡабул итеү бүлмәһендә ултырған секретаребеҙ Фәниә теркәү тамғаһын ҡуя ла миңә күрһәткәндән аҙаҡ эшләгән йүнәлештәренә ҡарап журналистарға тарата, ә тегеләр иһә редакторлап гәзит матери-алы кимәленә еткерә, баҫырға әҙерләй. Һәр гәзит-журналдың эш алымы беҙҙеке-нә оҡшаш. Теге сәләм хатына күҙ йүгерт-тем дә мөйөшөнә: «Архивҡа!» тигән юлдарҙы яҙып ситкә һалдым, йәнәһе уҡыусы өсөн ҡыҙыҡ та мөһим дә түгел нәмә хаҡын-да оноторға, уға яңынан әйләнеп ҡайтмаҫҡа мөмкин.
Көндөң ығы-зығылы барышында келт, итеп теге хат иҫемә килеп төштө. Беренсе уйым шул булды: «Редакцияға яҙ-ыуын яҙғас йүнле ҡағыҙ таба алмағанмы? Өҫтәүенә ҡәләм менән… Беҙгә хәҙер ҡағыҙҙа ғына түгел яҙылған мәҡәләнең элект-рон вариантын алып киләләр, ни тиһәң дә 21 быуатта, компьютер заманында йәшәп ятабыҙ…» Бер ни тиклем ваҡыттан һуң баштан сыҡмаған бәйләнсек уйыма кире әйләнеп ҡайттым: «Танып-белгән, аралашып йәшәгән танышылай күреп хәл-әхүәл белешеүҙән башлаған, иғтибарға алырҙай бер генә һөйләмен иҫәпкә алмағанда ғәҙәти саҡырыу тип ҡабул итергә мөмкин. Сифатлы ҡағыҙға яҙылған ундай саҡырыуҙар, открыткалар беҙгә көн һайын тиерлек килә. Бөгөн бихисап саралар, юбилей-ҙар үтә, ойошторола, ә бәғзе берәүҙәргә уларҙы гәзит биттәрендә яҡтыртыу үтә лә мөһим…»
Кабинетҡа ингәс тә Фәниәне саҡыртып алдым:
– Тегене индер әле, яңынан ҡарап сығам…
– Нимәне Таһир ағай? - Әйтеремде ярты һүҙҙән төшөнөп бөткән Фәниә был юлы аңламағандай ғәжәпләнеп ҡараны.
– Һуң, теге, архивҡа оҙатҡан һары ҡағыҙ бите кәрәк.
«Һаумыһығыҙ, Таһир ағай! Редакция хеҙмәткәрҙәренә сәләм! Килеп сығығыҙ әле ваҡыт табып. Һөйләшәһе һүҙҙәрем, тағы тапшыраһы әйберем бар. Һуңлап ҡуймағыҙ, берүк. Ихтирам менән Тимербулат Хөсәйенов» Ары йәшәгән адресы күр-һәтелгән.
Кем һуң ул, Тимербулат Хөсәйенов? Ниндәй кисекмәҫтән атҡараһы йомо-шо килеп сыҡты икән? Уның менән осраш-ыуға редакция хеҙмәткәрен генә ебәрергәме икән әллә? Улай тиһәң яҙылғандар шәхсән миңә тәғәйенләнгән. Барып әйлән-ергә лә мөмкин, әммә һәр саҡырыу артынан ылау ҡыуып та булмай. «Һуңлап ҡуймағыҙ берүк!» Иң һипһендергәне ошо юл-дар. Әҙәм балаһы ниндәй генә хәлдәргә тарымай ҙа, ниндәй генә бәлә-ҡазаға юлыҡмай. Бәлки Тимербулат Хөсәйеновҡа яр-ҙам кәрәктер, шуға ла редакцияға мөрәжәғәт иткәндер. Хәҙер иң һуңғы ышаныс утрауы итеп беҙгә күҙ терәй халыҡ. Эше-беҙгә өҫтәмә яуаплылыҡ өҫтәүҙәре бер яҡтан һәйбәт, икенсе яҡтан ярҙам итә алабыҙмы-юҡмы, быныһы инде икенсе мәсьәлә, сөнки ваҡытлы матбуғатты даими уҡып, халыҡтың фекеренә ҡолаҡ һала һалып бармай замана түрәләре.
Иртәгеһен күрше район үҙәгенә кәңәшмәгә саҡырттылар. Юлым шул, хатта күрһәтелгән ерҙән уҙа. Ҡасаба Ирәндек итәгенең көнъяҡ битендә йәйерәп ята. Төбәктән дәһшәтле революция ялҡыны үткән осорҙа ауыл йәш Совет республикаһының башҡалаһы тип тә иғлан ителә. Үҫеш, күтәрелеш осоронда бында педтехникум асыла, шул уҡыу йортонда белем алып сыҡҡан кешеләр милләттең билдәле уҡымышлылары, зыялыйҙары булып китә. Быуат башынан бөгөнгө көнгә ҡәҙәр бихисап ауылдар ҡороп юҡҡа сығып, исемдәре хәтерҙән юйылды, ә был ҡасаба әле лә ҡыйралыш елдәренә бирешергә теләмәй, ҡыр-талашып йәшәп ятҡан көнө, хатта ҡайһы бер район үҙәктәренә ҡарағанда ла ҙурыраҡ. Уҡыу йорто ябылып ситкә күсерелһә лә әле ҡасабаның бай йыһазлы музейы, ике ҡатлы мәктәбе, мәҙәниәт йорто бар.
Кәңәшмәнән сыҡтым да ҡайтышлай машинамды шул ҡасабаның урамында туҡтаттым да үтеп барыусы йәш ҡатынға өндәштем:
– Һеңлем, һаумыһығыҙ, миңә Тимербулат Хөсәйенов тигән кешене табырға ине, ярҙам итегеҙсе. - Был исем-шәр-ифкә битараф ҡалғас кәрәкле адресты әйттем.
Ҡатындың йөҙөнә мыҫҡыллы йылмайыу сыҡты, һәм ул һорауымды ишетмәгәндәй юлын дауам итте.
– Ғәфү итегеҙ, һеҙ минең үтенесте аңлап еткермәнегеҙ шикелле…
– Ниңә төшөнмәҫкә, төшөндөм. Һаңрау түгелмен әлегә. - Ярайһы уҡ тупаҫ яуапты ишеттем. - Тилеләр йортон эҙләп йөрөйһөгөҙ һеҙ, ул кәрәкһә, ана, ҡаршығыҙҙа! - Ҡалҡыу ерҙә ярҙамсы хужалыҡтары менән оло майҙанды биләп алған ҡаласыҡҡа, уның уртаһында ҡалҡҡан өс ҡатлы йорт яғына эйәген ҡаҡты. - Рәхим итегеҙ!
- Рәхмәт...
Психоневрология интернатына үтеүе еңелдән түгел икән дә баһа. Ҡапҡа ауыҙ-ындағы аласыҡҡа тартым үткәреү пунктында туҡтаттылар.
– Һеҙ кемгә? -Тамаҡ төбө менән өндәште тулы кәүҙәле, үтмәҫ балта менән арлы-бирле әтмәләнгәндәй шешмәк ҡабаҡлы, тулы битле, ҡалын, йәйенке иренле ҡатын. – Шулай ҙа итәғәтлек, әҙәп күрһәтеп йыуа барып төҫөн юғалтҡан халатының иҙеүен тартып мул түштәрен боҫормаланы.
– Миңә баш табип кәрәк ине. Урынында булһа әлбиттә.
– Һеҙ кем?
– Төбәк гәзитенең баш мөхәррире.
– Фамилияғыҙ?
Түш кеҫәмдә соҡоноп танытмамды сығарҙым.
– Паспорт?!
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кәрәге теймәҫ, тип үҙем менән алмағайным.
– Яттарҙы рөхсәтһеҙ үткәрә алмайым. Шулай ҡушылған.
Стенаға эленгән хеҙмәтләндереүсе персонал исемлегенән баш табиптың исем-шәрифен уҡып өлгөрөп әйтә һалдым:
– Мин Хөснулла Хәмитович менән яҡындан танышмын. - Баш табипты ошоғаса күреп-белмәһәм дә эскә үтергә кә-рәккәнгә шулай тип ялғанларға мәжбүр булдым.
Ҡатын эргәһендәге телефон трубкаһын ҡалҡытып кәрәкле һандарҙы йыйҙы:
– Хөснулла ағай, һеҙгә килгәндәр. Гәзиттәнмен, ти.
Микрофоны тоҡандырылған телефон шытырҙап-сыйнап алғас унда ипле өндәшеү ишетелде:
- Ҡайһы гәзиттән?
Ҡатын туң ҡарашын миңә ҡаҙаны, әйтә һал, йәнәһе.
- Сибайҙа сыҡҡан “Атайсал”.
- Э-э-э, Сибайҙың райункаһынан, ти.
– Әйтегеҙ, инһен. Төп корпуста, кабинетымда булырмын.
(Дауамы бар)