+16 °С
Облачно


Рәсәй икмәк бешереүселәр союзы президенты Алексей Лялин билдәләүенсә, августан илдә икмәккә лә хаҡ артасаҡ. Ҡамыр продукцияларына хаҡ күтәрелеүе сеймалдың ҡиммәтләнеүе менән бәйле. Икмәккә хаҡ йыл һайын 1 һумға артып торһа, уны ташыу өсөн транспорт сығымы ҡиммәткә төшә, тип аңлатма бирелә.
Шуны әйтеп үтергә кәрәк: икмәк ҡаптарына хаҡ 26%-ҡа, маргаринға -38%, шәкәргә - 9%, бойҙай онона - 4,6%, арыш-бойҙай онона -5,9%-ҡа күтәрелгән.
Аҙым һайын аҙыҡ-түлеккә хаҡ арта. Былай ҙа ярлылыҡ сигендә йәшәгән халыҡ артабан нисек көн күрер? Миллионлаған аҡса түгелгән күңел асыу саралары тамаҡты туйҙырмаҫ шул.