АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
20 Июля 2021, 10:21

Мин бит һиңә йылынырға керҙем. (Хикәйә. Туғыҙынсы киҫәк.)

       Егеттең ҡыйыулығы ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Ик-еләнеп ур­ы­нында тапанғандан һуң һаҡ ҡына ишек йәнәшәһендәге саҡырыу төймәһенә үрел­де. Эстә ас­ыҡ сағыу булмаған яғымлы көйгә тартым ҡыңғырау тауышы ишетелде. Йөрәк өм­өт­лә­неп, ярһып туланы: “Ишек асылырмы?..”                                                        

Мин бит һиңә йылынырға керҙем. (Хикәйә. Туғыҙынсы киҫәк.)Мин бит һиңә йылынырға керҙем. (Хикәйә. Туғыҙынсы киҫәк.)
Мин бит һиңә йылынырға керҙем. (Хикәйә. Туғыҙынсы киҫәк.)

   Урамда рашҡы баҫылған, күктән өҙлөкһөҙ ағым булып ҡар яуа. Ябалаҡлап осҡан эре ҡар бөртөктәре ебәк шаршау һымаҡ күҙ алдарын томалай. “Былай булғас йонсоу ос­­ор үтер инде, баҙыҡ төҫлө саф ҡыш килер! Ҡыш килә, аҡлаҡ сафлыҡ бөрккән ҡыш!”

   Туҡталышҡа боролоп та тормайынса ырамлы баҫып ап-аҡ тротуарҙан атлап китте.

    – Китсе, Әсғәт, һин йөрөйһөңмө, кеше ҡурҡытып? Сәстәренә ҡар һырып бөткән ҡа­йһылай, үҙе йылмайған була тағы. Ҡайҙа йөрөнөң? - Вахтерша көттөрмәй бикле иш­екте асты ла шулай хәстәрлекле һөйләнеп ҡаршы алды.

   – Ҡайҙа, тиһеңме? - Кинәнеп көлөп ебәрҙе. - Саф һауа һулап йөрөнөм.

   –  Лыҡыланма, һыуыҡ алдырып ятһаң, белерһең әле!

   –  Нәғимә апай, борсолма, йөрәгем ҡайнар минең, вулкан һымаҡ атлығып сығырға тора!

   –  Вулкан йөрәкле егет, бар, тиҙ генә һыуланған кейемеңде алыштыр ҙа кире төш, сәйем ҡайнап сыҡты, ҡурай еләге ҡайнатмаһы ла бар. Күшеккәнһеңдер, йылынып ки­­тер­һең.

  –  Рәхмәт, Нәғимә апай, икенсе ваҡыт, йәме?

“Уны убырлы ҡарсыҡ тигән булдым, ә ул әсәйем һымаҡ мине ҡайғыртып ултыра…»

  – Тыныс төн булһын, Нәғимә апай!

  – Тыныс йоҡо, балам.

   Араҡы, тәмәке еҫе уҡмашҡан ҡырҡыу еҫле бүлмәгә инде лә, утты ҡабыҙып то­рмаҫтан, карауаты янына килде. Еүеш кейем-дәрен сисеп карауат тимеренә элгәс, һа­лҡынса түшәгенә ятты. Һуң булһа ла оҙаҡ йоҡлай алмай ыҙаланды. Күҙ алдынан һы­­­лыу йөҙлө теге ҡатын китмәне. «Гөлбикә! Гөл-би-кә!.. Ҡайһылай матур исем! Ҡалала Гө­­л­бикә йәшәй. Иртәгә лә, иртәнән һу-ңға ла ошо, уның был донъяла барлығын бе­л­дергән тойғоно кисереп рәхәтләнәсәк, сәбәп­һеҙ ҡыуанасаҡ ул. Әллә ғүмерендә тәүге та­пҡыр ғашиҡ булып ҡуйҙы инде? Шулай шик­елле…»

   Ошо татлы уйҙарына ҡыуанып, күҙҙәрен йомдо һәм йылмайған килеш йоҡлап та китте.

   Иртән йоҡоһонан тороуға донъяны ап-аҡ ҡар ҡаплағайны. Ҡар өй ҡыйыҡтарына ла, ятаҡтың ҡаршыһындағы спорт майҙан-сығына ла, майҙансыҡ ситендә бикләнмәй төнгөлөккә ҡалдырылған еңел машиналарҙың өҫтөнә лә аҡ юрған булып һылаш-ҡан. Болотһоҙ күк йөҙөнән яңы ҡалҡып килгән ҡояш нурҙарына күҙҙәр сағыла хатта.

   Егет йүгереп йөрөп йыуынып-ҡырынды ла күрше бүлмәләге магнитофон касс­е­та­һынан ағылған йырға ҡушылып, көйләй-һыҙғыра кейенергә тотондо.

                            Йылмай әле, тынысландыр мине,

                            Онотоп тор борсоу уйыңды…

–  Эй, йоҡо сүлмәктәре, тороғоҙ, ялығыҙҙы йоҡлап үткәрәһегеҙ бит!

Башҡа карауаттарҙа ятҡандар ҡымшанманылар ҙа.

 – Рөстәм, һинең күлдәгеңде кейәм, яраймы? Рәшит, галстугыңды эҙләмә, ул минең муйында булыр, - Ҡысҡырып һөйлән-еүендә булды. - Егеттәр, одеколон ҡайҙа, таба алмайымсы?

 Мөйөштәге карауат ҡыбырланы ла одеял аҫтынан боларған сәсле Рәшиттең башы кү­­ренде.

 Күҙҙәрен тырнап асып, кипкән ирендәрен ялап әйткәне шул булды:

   – Ромео, ҡайтышлай, шешәле һыра алып ин әле. Баш сатнай, үләм…

 Башҡа карауаттар ҙа шығырлап ҡуйҙы.

   – Теләгегеҙҙе аңланым, егеттәр! Ярай, онотмаһам алырмын.

   – Онотһаң, беҙҙе бысаҡһыҙ һуйҙың, тип уйла. - Тоноҡ тауыш Рөстәмдеке ине.

  Ятаҡ алдына сыҡҡас, албырғаңҡырап ҡалды. Ут ҡапҡандай ҡайҙа ашыға һуң әле? Тә­үҙә “Балалар донъяһы” магазинына, шунан баҙарға!

  Магазиндан ҙур, уның фекеренсә, иң матур ҡурсаҡты алып ҡултығы аҫтына ҡыҫ­ты­р­ҙы ла сығып трамвайға ултырҙы.

   Баҙар ғәҙәттәгесә ҡырмыҫҡа иләүеләй ҡайнап тора. Әйберҙәр үтемлерәк ерҙә хал­ыҡ ағымын йырып та үтерлек түгел. Көньяҡ кешеләре үҙҙәренә генә хас акцентта мөрә­жәғәт итеп алдарына тауҙай итеп өйөлгән емеш-еләктәрен маҡтайҙар. Ит түш­кә­ләре эленгән урында ауыр балтаның түмәргә дөпөлдәүе ишетелә.

   Ҡаплы шоколад кәнфиттәре һатып алып китергә лә өлгөрмәне, арттан яғымлы тауыш саҡырҙы:

    - Һеҙ сәскәләр эҙләйһегеҙ шикелле?

   Ситтәрәк һатыу итеүсе урта йәштәрҙәге мөләйем ҡатынды күргән егет, алыр нәмәһен әле генә хәтерләгәндәй, ҡыуанып яуапланы:

    – Эйе, һеҙ яңылышманығыҙ!

“Гөлбикәнең өҫтәлендә сәскәләр бар ине, ул тере сәскәләр ярата. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ менән осрашыуға шулайтыбыраҡ бараһыңдыр, киноларҙа күрһәтәләр ҙә-һә…»

    – Улай булғас, яҡынла, иң матурҙары, янып торғандары, күҙ яуын алғандары, оялсандары миндә генә. - Эргәһенә килеүгә оторо ирәбеләнеп теҙергә тотондо. - Ниндәй тантанаға? Туй, тыуған көн, театр премьераһы?

   – Былай   ғына.

   – Аңлашыла! Свиданиеға, значит! Нисә йәштә? Вообще-то, беҙҙең халыҡтың йәшен һорамайҙар.

   – Ул бик һылыу…

   – Уның сибәрлеге менән ярышҡан, уға соперница булырлыҡтарҙы алмайыҡ. Букет саҡ ҡына тоноғораҡ һәм тыйнаҡ булырға тейеш.

    Ҡатын үҙ алдына һөйләнеп, сәскәләр һайларға керешеп китте һәм бер аҙҙан әҙ­ер­лә­гән гөлләмәһен егеттең ҡулына тот-торҙо.

   – Күпме түләргә?

   – Һылыу ҡыҙҙарға тигән бүләк арзан булмай! - Һатыусы мут йылмайып күрәләтә ҙур хаҡты әйтте.

    Кеҫәһенән аҡса сығарып, һатыулашып та тормай һонолған ҡулға йомдорҙо ла рәхмәт әйтеп китеп барҙы.

      Юлдар сатындағы теге светофор, хәҙер уңға боролорға кәрәк. Бына ул йорт. Ҡояшлы тә­­ҙрәләре үҙенә әйҙәп, саҡырып торалар төҫлө. Йүгерә-атлай тейешле ҡатҡа кү­тә­р­ел­де. Егеттең ҡыйыулығы ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Ик-еләнеп ур­ы­нында тапанғандан һуң һаҡ ҡына ишек йәнәшәһендәге саҡырыу төймәһенә үрел­де. Эстә ас­ыҡ сағыу булмаған яғымлы көйгә тартым ҡыңғырау тауышы ишетелде. Йөрәк өм­өт­лә­неп, ярһып туланы: “Ишек асылырмы?..”

                                                     

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Мин бит һиңә йылынырға керҙем. (Хикәйә. Туғыҙынсы киҫәк.)
Мин бит һиңә йылынырға керҙем. (Хикәйә. Туғыҙынсы киҫәк.)
Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас