Әҙәби мѳхит
17 Июля 2021, 11:49

Мин бит һиңә йылынырға керҙем. (Хикәйә. Алтынсы киҫәк.)

    Хәтерендә, Әһлей ҡарттың ҙур бохар бесәйе бар ине. Малай иркәләнгеһе килгән мәл­дәрендә уны күтәрә лә битен оҙон йөнгә ышҡый, үҙе бесәйҙең ҡолағына быш­ы­л­дай: “Бәләкәсем минең, матурҡайым минең…” Ҡарт ялбыр ҡаштары аҫтынан уны күҙәтә, тамаҡ төбөнән иңрәүгә оҡшаш өн сыға, тәмәке төтөнөнә йәшләнгән күҙ­ҙәрен һыпыра.  

Мин бит һиңә йылынырға керҙем. (Хикәйә. Алтынсы киҫәк.)Мин бит һиңә йылынырға керҙем. (Хикәйә. Алтынсы киҫәк.)
Мин бит һиңә йылынырға керҙем. (Хикәйә. Алтынсы киҫәк.)

     Ҡалды малай, ҡыуанып ҡалды. Шулай итеп, артабанғы яҙмышы бик тиҙ, һәм ың­ғай хәл ителде. Мәктәпкә тыуған ауыл-ына йөрөп уҡыны. Тик бер тапҡыр ҙа атай ту­пһаһына боролманы, ояһы туҙҙырылған ҡошсоҡтай биҙгәйне шул. Киреһенсә, урамда үгәй әсәһе тап булып ҡуймағайы, тип ҡурҡып йүгерә-атлай үтә. Ғәжәп-кә ҡар­шы, теге­һе бер тапҡыр ҙа осраманы.

     Ҡырыҫ булды Әһлей ҡарт. Ғәҙел һәм ҡырыҫ. Тапҡанының ҡәҙерен белергә өй­рәт­те, харамға ҡағылдырманы. Үҙ баҡсаһына сәсеп үҫтергән махорканы көнө-төнө бор­х­о­тһа ла араҡыға ҡағылманы, эскәндәрҙе өнәмәне. Малайҙы көсөнән килгән эштән дә тыйманы. Шу­ға­лыр­мы уға йәйен - арба, ҡышын сана һөйрәп яҡындағы урман­дан ҡоро-һары ташыу, шишмәнән көйәнтә-ләп һыу килтереү көндәлек еңел эш­тәр­ҙән иҫәпләнде.

      Мәктәпте тамамлағас та ситкә талпынманы. Ҡарттың ҡарыуы ҡатҡайны, итек төпләү, ҡышын быйма табанлау үҫмерҙең төп шөғөлөнә әүерелде. Кисен тиҫтерҙәренә эйәреп клуб, урам юлын тапамай, кәсебе менән булаша. Ниңә файҙаһыҙға ва-ҡыт үт­кә­рергә! Төп шөғөлөнән тыш ваҡыт табып китапхананан ҡултыҡ тултырып әҙәби китап алып ҡайта. Китаптар, унан ҡалһа рәсем төшөрөү бөләңгерт тормошон яҡ­тырта, йәшәүенә мәғәнә өҫтәй.

      Күҙе төшөп, ымһынып йөрөгән ҡыҙы ла юҡ. Ғәжәп - йөрәге буш. Ҡыҙҙарға ҡарай ҙа ирекһеҙҙән уларҙы Вәлимә менән са-ғыштырырға керешеп китә… һәм күп кенә ур­таҡ һыҙаттар таба. Таба ла дәрте һүрелә. Күҙ алдына үгәй әсәһенең өйөккән кәнтәй­ҙәй уйнаш ойоштороуы килеп баҫа, тәне ытырғана. Тештәрен шығырҙата: «Һеҙ бө­тә­геҙ ҙә бер заттан…»

   Армияға китер мәл еткәс, Әһлей ҡарт артыҡ ғауғаланманы, әйткәне шул булды:

              – Бар, улым, ир ғәйрәтлеһе ил һаҡларға тейеш, имен-аман йөрөп ҡайт, хәл­ем­де күршеләргә хат яҙып белешеп торорһоң. Бирешмәм.

      Яңылышты ҡарт. Ул армияға китеп йылын да тултырып өлгөрмәне, ауылдан ҡа­­­й­ғылы хәбәр алды. Әһлей ауылдаштарын маҙаһыҙламай, йонсотмай ғына быйма та­банлап ултырған ерендә йөрәген тотоп тәгәрәп  мәңгегә күҙ­ҙәрен йомғайны. Ерлә-ш­е­ргә ҡайтты, тик һуңланы. Шуға ауылға ҡайтып инеү менән тура зыяратҡа йүнәлде. Ер өҫтөн буҙартып ҡар япҡан ноябрь урталары ине. Көн салт аяҙ. Ҡәберҙе мамыҡ юр­­ғанға төр­гән йоҡа ҡар ҡатламы ҡояш нурҙарында меңәрләгән ынйы мәрйен­дә­р­еләй балҡый. Түм­әләскә кемеһелер ыҡсым итеп бура ла һуҡҡайны. Башы, аяғы осона таш та ҡуй­ған­дар, хатта кемеһелер ҡағыҙ сәскә лә килтереп һалған. Иг­е­л­ек­ле, ғә­ҙел, эшһөйәр, кеш­е­ле­кле Әһлей ҡартты рәхмәтле ауылдаштары шулайтып ер­енә ет­ке­реп һуңғы юлға оҙатҡайнылар. Инде ысын мәғәнәһендә япа-яңғыҙы ҡалды. Шу­ға­лырмы хеҙмәттән ҡайтышлай ошо ҡалаға туҡталғайны, бөтөнләйгә ҡалды да ҡу­й­ҙы. Хәҙер дөйөм ята­ҡ­та йәшәй, заводта эшләй…

           Уйҙарына бирелеп ултыра торғас, үҙенең ҡайҙалығын иҫенә төшөрөп, терт­ләп китте, шунан ашығып ҡыҙыйҙы йыуатты:

        – Илама, илама инде, йә, тыныслан.

  Бала буҫыҡҡан йөҙөн борҙо:

       – Һин кем?

       – Минме? Әсәйеңдең танышы. Ямғыр аҫтында йөрөнөм-йөрөнөм дә, йылы­н­ып сығайым тип, һеҙгә боролдом.

       – Әсәйемә ҡағылма, мин ҡурҡам! - Ҡыҙыҡай ныҡлап һыҡтарға кереште.

       – Ҡурҡма, ҡағылмайым бит, бына – ҡаршыңда ултырам.

       – Башҡаса беҙгә килмә лә.

       – Ярай, килмәҫмен, тыныслан ғына.

    Бала йәнлеләр кескәйҙәрҙе төрлөсә һөйләндерергә әүәҫ булалар, шунан оло кинәнес табалар. Алдында ятҡан, илауҙан күҙҙәре шешенеп бөткән, алһыу битле, ебәктәй бөҙрә сәсле, уйынсыҡ ҡурсаҡтай ғына кәүҙәле ошо балаға ҡарата күңелендә лә аңлата алмаҫлыҡ наҙ уянды, ғүмерҙә ҡулланмаған иркә һүҙҙәрен әйткеһе килде. Хәтерендә, Әһлей ҡарттың ҙур бохар бе-сәйе бар ине. Малай иркәләнгеһе килгән мәл­дәрендә уны күтәрә лә битен оҙон йөнгә ышҡый, үҙе бесәйҙең ҡолағына быш­ы­л­дай: “Бәләкәсем минең, матурҡайым минең…” Ҡарт ялбыр ҡаштары аҫтынан уны күҙәтә, тамаҡ төбөнән иңрәүгә оҡшаш өн сыға, тәмәке төтөнөнә йәшләнгән күҙ­ҙәрен һыпыра.

    Ул тилберләнеп ҡыҙыҡайҙы хәстәрләргә керешеп китте:

       – Әйҙә әле, иң тәүҙә еүешләнгән битте, танауҙы ҡоротайыҡ. Бына шулай, бына шулай!  - Кеҫәһенән ҡулъяулығын сыға-рып еүеш танауҙы һөрттө. - Ныҡ итеп һеңгер әле?! Үәт маладис! - Усы менән йөрөтөп йәшләнгән күҙ ситтәрен һыпырҙы. - Бына ошолай итеп хәстәрләмәһәң матур ҡыҙ ямаҡай булып күренәсе. Исемең дә матурҙыр әле, ивет?

     Ҡыҙыҡай ысынлап та тынысланды, хатта ул уның бит-йөҙөн рәткә килтергәндә лә, бөтәрләнеп бөткән түшәген ипкә килтереп, юрғанын киренән ябып, ян-тирәһен ҡы­м­тыштырғанда ла ҡарышманы, күндәм генә ятты, һорауға ихлас яуапла-ны:

        – Гөлкәй була исемем.

        –Ҡайһылай гүзәл исем - Гөлкәй! Бәләкәй генә матур ғына гөл, тимәк.

        – Ә һинеке?

        – Минекеме? - Бындай һорауҙы көтмәгәнгә аптырап ҡалды, шунан яртылаш ау­ыҙын ҡаплап зал яғына ишетелмәҫлек итеп шыбырҙаны:

        –  Әсғәт ағайың булырмын…      

        – Ипләп әйтһәң дә, һинеке лә шәп! Әсғәт!

        – Гөлкәй, артыҡ шаулама! - Алдығының асылыуына уңайһыҙланып китте, үҙе һаман бышылдауында булды. - Һин йоҡ-ла йәме, төн уртаһында күршеләрен уят­ыр­лыҡ итеп аҡыллы ҡыҙ шауламай инде ул. Ә мин ҡайтайым, әсәйең менән хуш­ла­ш­а­йым да ҡуҙғалайым - Ихтыярынан тыш, эйелеп, ҡыҙыҡайҙың йомшаҡ сәстәренән һыпырҙы, ар­ҡа­һынан һөйҙө. - Тыныс йоҡо, бәләкәсем!

       – Тыныс йоҡо! Ағай, бая беҙгә килмә, тип алдатып ҡына әйткән инем.

                                                                       (Дауамы бар)

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас