Әҙәби мѳхит
16 Июля 2021, 12:26

Мин бит һиңә йылынырға керҙем. (Хикәйә. Бишенсе киҫәк.)

     Ара алыҫ түгел, ике-өс саҡрым ғына булһа ла оҙаҡ атланы. Күренер-күренмәҫ төнгө юлда яҙа баҫып йығылып китә, тағы тора, тағы нимәгәлер эләгеп тәкмәсләй. Өҫтө-башы юл туҙанына буялып бөттө. Күҙҙәренән өҙлөкһөҙ йылға булып аҡҡан йә-штәре шул туҙанға болғанып биттәрен бысратты. Юл ситендәге ҡыуаҡтар ҙа ал­баҫ­ты­лай ҡу­рҡыныс күренәләр, өкө уфылдаһа йөрәге ярылырҙай була.  

Мин бит һиңә йылынырға керҙем. (Хикәйә. Бишенсе киҫәк.)Мин бит һиңә йылынырға керҙем. (Хикәйә. Бишенсе киҫәк.)
Мин бит һиңә йылынырға керҙем. (Хикәйә. Бишенсе киҫәк.)

               – Кем генә йөрөһөн, бесәйҙер… - Ҡатын вайымһыҙ күренергә тырышһа ла тороп ултырҙы, ҡулдары менән яланғас яурындарын ҡосаҡланы.

     Әйбер шылғаны йәнә ҡабатланды.

               – Бесәйегеҙ бигерәк ҙур икән! - Һикереп торҙо, һалдат етеҙлегендә кей­ен­де, ипләп баҫып тауыш килгән яҡҡа ат-ланы, ҡапыл тартып ишекте асты. Ҡараңғы бүлмәлә баланың мышнап илауы ишетелде. Һәрмәнеп утты ҡабыҙыуға иҙәнгә йәй­ел­гән түшәктә мендәргә йөҙтүбән ҡапланып илап ятыусы биш-алты йәшлек ҡыҙ бала кү­ренде. Аптырап юғалып ҡалды башта, шунан йығылған ултырғысты торғоҙоп ултырҙы ла туб­ыҡтарына терһәкләнеп сикәләрен ҡушусланы. Күҙ алдынан тиҙ йүгергән кино­ка­д­рҙарылай бала саҡ йылдары йүгереште.

     Уға ете-һигеҙ йәштәр самаһы булғандыр, ҡапыл әсәһе үлеп китте. Сирләшкә булды әсәһе, һаулыҡҡа туя алманы. Ул уның өҙлөкһөҙ йүткерә-йүткерә уколдар ҡаҙатып йө­­рөгәнен генә хәтерләй, тағы маңлайындағы сәс өрпәген йомшаҡ ҡулдары менән һы­й­пауы иҫтә. Әсәһен һуңғы юлға оҙатҡандарын яҙа-йоҙа күрһә лә, аңына барып етмәгәнгә ер­ләгән көнө артыҡлап өҙгөләнмәгәйне, аҙаҡтан оҙаҡ түгелеп илап, ҡәҙерлеһен юҡһынып йөрөнө.

    Атаһы оҙаҡ ҡына тол йөрөгәс, бисәлеккә күрше ауылда йәшәгән һатыусы Вәли­мә­не алып ҡайтты. “Ен” ҡушаматлы, ирҙәр-сә етеҙ, ҡаты хәрәкәтле, һөйләшкәндә рәт бе­л­мә­гән ғәййәр ҡатын ине. Уның ҡылыҡ-фиғеле турала һуңғараҡ, иҫ белгәс кенә төшөндө, иш­етте, ишетеү генә түгел, бире бисәнең аламалыҡтарын үҙ елкәһендә татыны. Етем йо­р­тҡа ҡатын-ҡыҙ заты инһә лә, йылылыҡ, яҡтылыҡ, хәстәрле наҙ өҫтәлмәне. Туп­һанан аша ат­лағанда уҡ енләнеп килеп ингәйне Вәлимә, шул ел-дауыл ул барҙа бер ҡа­­сан да баҫылманы. Атай кеше ҡатындан уңманы, малай әсәле булманы. Йортҡа өҫтәлгән яң­­­ылыҡ - эскелек булды. Вәлимә магазиндың араҡыһын йәшникләп өйгә ал­ып ҡайт­ып, төндәр буйы хаҡты ике-өс тапҡыр арттырып һатыу ит-те, үҙе лә эсте, ирен дә ыл­ы­ҡтырҙы. Иҫергән саҡтарында өйҙә бала бар тип тормай тартыныуһыҙ сисенеп таш­лай ҙа иренең алдына ултыра, уны оятһыҙ иркәләй башлай. Атаһы тартына, тартыла, тороп китергә самалай:

               – Вәлимә, бала бар бит, уңайһыҙ…

               – Ни өсөн мине кейәүгә сыҡҡан тиһең, теләгемдең ташып торған сағы, дәр­т­емде ҡандырырлыҡ ир кәрәк, кәрле айғырҙай көнө-төнө баҫҡан ир кәрәк! Был маңҡа ла буласаҡ абышҡа, күрһен, өйрәнә торһон. Ә әлегә бушлай стриптиз кү­р­һәтәм! - Вә­л­имә йәмһеҙ хихылдап көлөп ебәрә лә күлдәген һала, керле йыуылған эс кейемдәрендә ҡала, өй эсенә әсе тир еҫе тарала.

     Тормоштары кирегә тәгәрәне. Тағы ла ике йылдан уны үкһеҙ етем итеп атаһы яҡты доньянан китте. Лаяҡыл иҫерек кил-еш төнө буйы урамда, ҡапҡалары төбөндә ятып өшөнгән. Март ай­ының төнө булһа ла һалҡынса һауа, боҙло ҡар ни ҡуйһын, бы­лай ҙа шешә төбөнә текләп мөҙөргән ирҙе ҡотҡара алманылар. Ә өйҙәге эскелек ға­и­лә башлығын ер ҡу­йы­ны­на тыҡҡандан һуң яңынан дауам итте. Элеккегә ҡарағанда ла ҡоторобораҡ, яр­һы­быраҡ типтерҙеләр. Ҡуйынына араҡы, көмөшкә, йә бан-кала әс­егән бал тығып кил­гән ирҙәр һис тартыныуһыҙ үгәй әсә менән ҡуна ҡалалар. Теге­лә­р­­ҙең бисәләре килеп әллә нисә тапҡыр тәҙрәләрен ҡойоп киттеләр, фәһем алмаһа, ал­м­ай икән кеше, Вәлимә уйнашын туҡтатманы. Яһилыраҡтары тараф-ынан күҙҙәре кү­г­­әреп, биттәре сапсылып та йөрөнө, оятын юғалтҡан нәмә һис ни булмағандай шул йө­ҙө менән ласылдатып һағыҙын сәйнәй-сәйнәй ауыл ғәйбәтен ҡуйыртып һөйләп һа­т­ыу итеп торор ине. Сир­ат­та­ғы һөйәре килһә, Вәлимә аш өйөнөң урындығына ҡол­аҡ­сы­ндай яҫтыҡ, соландан индереп алама толоп быраҡтыра ла төкрөктәрен сәсеп аҡ­ы­ра:

               – Йоҡла ошонда, малай аҡтығы, аяҡлы имгәк! Толоп аҫтынан башыңды кү­р­һәтһәң, шешә менән сәсрәтә һуғам, билләһи. Атайың артынан дөмөкмәнең дә исмаһам, миңә бер һалыҡ!

     Бөгәрләнеп ята ла арыҡ муйынын эскә тарта, ҡурҡышынан үҙе дерелдәй, үҙе илай. Ҡайҙа ғына барһын, морон төртөр кешеһе булмағас.

     Ике ай самаһы шулай интеккәс, бер кис ҡасып сығып китте лә күрше ауылға юл­ланды. Унда атаһының алыҫ булһа ла туған тейеше - итексе Әһлей ҡарт йәшәй ине.

     Ара алыҫ түгел, ике-өс саҡрым ғына булһа ла оҙаҡ атланы. Күренер-күренмәҫ төнгө юлда яҙа баҫып йығылып китә, тағы тора, тағы нимәгәлер эләгеп тәкмәсләй. Өҫтө-башы юл туҙанына буялып бөттө. Күҙҙәренән өҙлөкһөҙ йылға булып аҡҡан йә-штәре шул туҙанға болғанып биттәрен бысратты. Юл ситендәге ҡыуаҡтар ҙа ал­баҫ­ты­лай ҡу­рҡыныс күренәләр, өкө уфылдаһа йөрәге ярылырҙай була.

     Барып етте. Өйҙө тиҙ тапты, сөнки әллә ҡасан йоҡлаған ауылда Әһлей ҡарт ҡына утын һүн­дер­мәгәйне. Төнгө ҡунаҡты кү-реүгә хужаның иҫе китмәне, торомбаштай тө­т­әгән ма­х­орка тәмәкеһен ауыҙының бер ситенән икенсеһенә күсерҙе лә, таш-быҡ күҙҙәр­ен шуҡ ҡыҫа төшөп һәүетемсә өндәште:

               – Ә-ә-ә, улым, һинме был? Әйҙә-әйҙә үт, түрҙән уҙ, хәҙер сәй ҡуйып ебәрәм. Сәйгүн ҡайнағансы, мә, тамағыңды ялғай тор.

     Малай ҡайраҡтай сөсө икмәкте кимерә-кимерә итексенең ҡулында уйнаған сүк­еш­тең туҡылдауын йоҡо аралаш ишетә, итек ҡалыбының ҡуңыс эсенә бер инеп бер сы­ғыуын йомола барған күҙ ҡабаҡтары араһынан күҙәтә, ә башы үҙенән-үҙе эргә­һен­дәге яҫтыҡҡа терәлә.

     Иртәгеһен сәй янында һүҙҙе ҡарт үҙе башланы.

               – Ул ен бисәлә башҡаса йәшәй алмаҫһың, улым. Хәлеңде ишетеп бик тә кө­йә­лә­неп йөрөй инем. Ул бейә, бөтә ау-ыл айғырҙарын эйәртеп, минең күршелә йәшәне бит атайыңа барып юлыҡҡансы. Атайыңа, Вәлитйәнгә лә әйтмәнем түгел әйттем, ты­ң­­ламаны, иҫерек килеш бәй­лән­де лә батты юханың түшәгенә, ҡотолор әмәлен тап­ма­ны. Һылыу имеш, һылыулыҡ-ты үтемле тауар ише баҙарға сығарып һатып булмай. Тормош көт­кәндә иң тәүҙә уңғанлыҡ, игелек, әҙәмсә тәүфиҡ кәрәк… Бындағы өйө әл­лә ҡасан сереп ау­шайҙы, тегендәгеһе ни яландай иркен, яңы, кәртә - ҡура тирәһе лә шы­ң­ғырҙап тора. Хәҙер уны өйөгөҙҙән ҡыуалап та сығара алмаясаҡтар. Хужалыҡты ҡу­лдан ысҡындырмаҫ өсөн бөтәһен дә эшләйәсәк. Яйын-рәтен табыр, кәрәкһә сил­сә­ү­ит рәй­есен дә, унан юға­ры­ра­ғын да майлар, яйлар, эсеп һөйрәлеп йөрөһә лә йылан ая­ғын киҫер хәй-ләкәр бисә бит ул. Аптырайым, шул ирҙәр ошо йыбытҡының ҡайһы ер­е­нә ҡыҙы­ғаларҙыр! Тфү! Кеше йығылғанға мин улты-рам осаны ыуып, тигәндәй, ҡы­ҫ­ыр көйөккә көймәйек әле.

     Ҡарт йылтырап ҡатҡан күфәйкә кеҫәһенән ҡаҡашҡан кисет сығарып “кәзә тояғы” төрҙө лә яғылған ҡара мунса ише төтәй башланы. Тынысланды. Тамағын ҡырып ал­ғас һүҙен ары дауам итте:

               – Әллә улым бында ҡала ла ҡуяһыңмы? Минең дә бит ауыр саҡта ауыҙыма һыу һалыр туғаным юҡ. Инәйең дә йор-тобоҙҙо етемһерәтеп бик иртә ҡуҙғал-ды.Ҡана һуң шул әхирәт тигән ергә бер төп­­тән киткәндә! Риза булһаң, икәү йәшәр-беҙ, ә? - Ҡарашында инәлеү, ялбарыу яр­ылып ята. - Хоҙайҙан ике генә нимә һора, балам - үҙеңдең һау­лы­ғ­ыңды һәм миңә ун йыл самаһы ғүмер, күбе кәрәкмәй. Нисек тә көңгөр-ҡаңғыр бер­гә­ләп көн итербеҙ әле. Артыҡ мулыҡмаһалар ҙа пинсеһен ваҡытында биреп торалар, итек төпләп, быйма табанлауҙан килә бер аҙ. Шулай булғас бирешмәбеҙ.

                                                                             (Дауамы бар)

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас