Әҙәби мѳхит
15 Июля 2021, 05:56

Мин бит һиңә йылынырға керҙем. (Хикәйә. Дүртенсе киҫәк.)

         Тротуарҙан эйәртенешеп икәү килә. Әле бер нисә сәғәт элек ке­нә бер-береһенең барлығын белмәгән ят кешеләр, ошо аҡ томандан һәм юл­да­р­ын тоҫ­­маллатҡан серле яҡтылыҡтан хасил  до­нь­я­ла сәғәттәр, көндәр, йылдар  теҙ­мә­һен аша үт­еп эй-әртенешеп  киләләр төҫлө. Бына шулай барырға ла барырға ине. Ер сигенә еткәнсе. Унда барып етһәләр кире боролорҙар ине әле...  

Мин бит һиңә йылынырға керҙем. (Хикәйә. Дүртенсе киҫәк.)Мин бит һиңә йылынырға керҙем. (Хикәйә. Дүртенсе киҫәк.)
Мин бит һиңә йылынырға керҙем. (Хикәйә. Дүртенсе киҫәк.)

               – Ә-ә-ә? Эйе… эйе… - Ҡабаланып шулай тине лә яурында ятҡан ҡул­ын алып ҡатынды алдан үткәрҙе. Төштөләр. Ям­ғыр әҙерәк баҫылаған төҫлө. Тик бөтә тирә-яҡ еүешлектән күшеккән, лысма һыуға бат­ҡан. Тротуар ситләтеп теҙ­елгән тир­әктәр, шул яуындан боҫорға теләп, таш йорт­та­р­ға һы­й­ын­ғандар. Ба­ға­на­­лар­ҙан, юғ­ар­ынан һарҡҡан бөләңгерт яҡтылыҡ һыл-ашып ятҡан том­а­н­ды таратмай, кире­һенсә ҡуйырта ғына төшә. Тротуарҙан эйәртенешеп икәү килә. Әле бер нисә сәғәт элек ке­нә бер-береһенең барлығын белмәгән ят кешеләр, ошо аҡ томандан һәм юл­да­р­ын тоҫ­­маллатҡан серле яҡтылыҡтан хасил  до­нь­я­ла сәғәттәр, көндәр, йылдар  теҙ­мә­һен аша үт­еп эйәртенешеп  киләләр төҫлө. Бына шулай барырға ла барырға ине. Ер сигенә еткәнсе. Унда барып етһәләр кире боролорҙар ине әле.

     Светофор шуҡ күҙ ҡыҫҡан юл сатын үткәс, уңға ҡайырылдылар ҙа тыҡрыҡ һы­м­аҡ бер ерҙән эскә инеп кирбестәй сафтарҙа ҡалҡҡан йорттар теҙмәһен теүәлләгәс шу­л­а­р­ҙың береһенең сит­ке подъезына килеп төртөлдөләр.

               – Ошонда, өсөнсө ҡатта йәшәйем. Һеҙ көтөгөҙ, мин хәҙер. - Ҡатын инеп юғ­ал­ды. Уның йү­ге­­рә-атлай юғарыға менеүе, аҙаҡтан түбәнгә төшөүе ишетелде.

               – Әйҙәгеҙ. Тик үтенәм, ипләп атлағыҙ. Юғиһә, аяҡ тауыштары таш баҫҡыста әллә ҡайҙа яңғырай.

     “ Харап инде. Килештерә, гөнаһһыҙ фәрештә булып ҡылана…”

     Өҫкә күтәрелделәр. Ҡара дермантин менән көпләнгән, юғарылағы маңлайында быяла күҙе йыз­ыл­да­ған ишекте асып инделәр. Ярым ҡараңғы бирге яҡта сисенделәр ҙә яҡтыртылған залға үттеләр. Бер бүлмәле бәләкәй генә фатир икән. Ыҡ-сым зал да йәнәшәлә уты һү­н­де­релгән, ишеге ябылған яҡ ҡына. Уныһы моғайын аш бүлмәһелер. Затлы йы­һаз­дар ҙа күҙгә ташланмай. Уртала өҫтәл, өҫтәл эргәһендә ике ултырғыс, залдың һул яғ­ы­н­­да диван-карауат, уңда, тәҙрә яҡ мөйөштәге тумбочка өҫтөнә телевизор ҡуй­ыл­ған, аҫҡы өлөшөндә китаптар, уның йәнәш-әһендә зал ишегенә терәлеберәк трю­мо ҡуй­ылған. Трюмоның тумбочкаһы өҫтөнә биҙәнеү әйберҙәре тәртипле итеп теҙелгән. Бар урында ла бөхтәлек күҙгә ташлана. Өҫтәлдә, вазаға ҡуйылған тере сәс­кә­ләр ҙә бүлмәгә йәм, матурлыҡ өҫтәй.

     “Сираттағы һөйәркәһе килтергәндер…”

     Ҡатын көҙгө ҡаршыһына баҫып оҙаҡ итеп сәстәрен тараны, бит-йөҙөн тәртипкә кил­тергәндән һуң ҡунағы янындағы ул-тырғысҡа ултырҙы ла ҡоро ғына киҫәтте:

       -Ғәфү итегеҙ, ашарға, эсергә тәҡдим итә алмайым.

     “Үҙенең миңә оҡшағанын һиҙҙе, шуның менән алдырырға самалай. Ебемә, бер төн ҡунһаң, башҡаса осрашмаясаҡһығыҙ, теләгәнеңде ҡыл” Йәнендәге иләҫ-миләҫ ҡаршылыҡты еңеп, тупаҫлығына барып шулай уйлаһа ла итәғәтлек күрһәтте:

              – Зарар юҡ, һыйлы табындан килгән кешемен.

              – Улайһа нимә эшләйбеҙ?

              – Йоҡлайбыҙ! - Яуап ҡәтғи һәм көслө яңғыраны.

              – Зинһар ныҡ тауышланмағыҙ.

              – Марсель, тиҙәр мине.

              – Эйе… Марсель, - ҡатын үтенесен ҡабатланы, - стена йоҡа, күршеләрҙең ишетеүе бар.

       Ҡабаланмай ғына тороп баҫты, ҡатынды ла иңбаштарынан тотоп ҡалҡытты, биленән ҡыҫып ҡо­са­ҡ­ланы, ирендәренә үрәлде.

              – Марсель, утты һүндерәйек башта…

     “Ҡайҙа килеп эләкте һуң әле ул?»

              – Янһын, миңә ҡамасауламай.

              – Улайһа артыңа борол, мин сисенәм.

              – Барыһын да үтәй алмайым, һылыу тәнеңә һоҡланғым килә.

     Ҡатын ҡыпһыуырҙай ҡулдарҙан ҡотолдо ла карауат янына килде, яҫтыҡтарҙы гөпөлдәтеп ҡабартып, ап-аҡ япма түшәп урын йәйә башланы. Шөғөлөн тамамлағас, ялбарыулы өндәште:

             – Үтенәм, Марсель…

     Был юлы йылмайҙы ла тыңлаулы бала ише ҡаршылыҡһыҙ артына боролдо.

     Һәр хәрәкәт трюмо көҙгөһө аша барыбер ҙә ап-асыҡ күренә, бик теләһә лә, егет уғры, нәфсе ҡа­р­а­ш­ын шул яҡтан айыра алманы. Унда сағылған һомғол буй-һын аң­ла­та алмаҫлыҡ ка­мил, ҡабатланмаҫ гүзәл тойолдо. Ҡатындың нәфис муйынын, ҡыҙҙарҙа ғына була то­р­ған, ҡуш йоҙроҡ ҙурлыҡта ҡалҡып ҡабарған тү­ш­тә­р­ен, нескә бил­ен, ым­һын­дырғыс тығыҙ балтырҙарын күҙҙән үткәргәс йәнен  аң­ла­шыл­ма­ған хис-той­ғо­лар ағымы ҡайнар ялҡындай ялмап алды, шул арала ал­ҡы­мына ту­л­ҡынланыу төй­ө­рө килеп ты­ғылды.

               – Кил…Утты һүндерәм, тиһәң, ишек яңағының уң яғына баҫ. - Ҡатын од­еа­л­­ды башынан аша уҡ бөркәнгән дә стена яғына боролоп ятҡан.

     Бүлмәне ҡараңғылағас ҡарһаланып сисенә башланы, тәне ҡалсылдай, ҡул­да­ры тыңлауһыҙ дерелдәшә. Һиҙәптәрен ыҙ-алай-йонсой ысҡындырып күлдәгенән көс­кә ҡот­ол­ғайны, ғүмерҙә улайтмағанын, салбары аяҡтарына тышалды ла ҡуй­ҙы, иҙәнгә тә­гә­рәй яҙҙы.

     “Эшкинмәгән, Дон-Жуан, оят… Өтәләнеүемде һиҙеп ҡалмаһын тағы, тәжрибәһеҙ, тип көлөр!”

     Бына ул инәнән-тыума яланғас. Тәҙрәнән һарҡҡан һаран яҡтылыҡта үтә лә күрмәлекһеҙ күренгән йоҡа буй-һынынан, ҡамыт аяҡтарынан оялғандай йәлт итеп тү­­шәк­кә сум­ды, хуш еҫле йылымыс кәүҙәне үҙенең яғына борҙо, һутлы ирендәрҙе эҙләп тапты. Ул­ар һалҡын ине. Ҡулдар ҙа, һаҡланырға теләгәндәй ихлас һыйынған түште үҙ­енән ең­ел­сә этәрҙе, ләкин оҙ-аҡҡа түгел, еңелделәр, арҡандай хәлһеҙләнеп ҡалдылар.

       Ҡатындың биттәрен, муйынын ярһып үбергә тотондо.

     Шул мәлдә аш бүлмәһендә ултырғыс ауған тауыш ишетелде, нимәлер тыһырланы, шунан ҡыштырҙаны.

     Һағайҙы.

               – Кем бар унда? - Башынан ҡырҡ төрлө уй йүгереп үтте, шөрләй биреп тә ҡуйҙы хатта.

                                                                         .(Дауамы бар)

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас