АТАЙСАЛ
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
14 Июля 2021, 12:05

Мин бит һиңә йылынырға керҙем. (Хикәйә. Өсөнсө киҫәк.)

     Оҙаҡ барҙылар. Кемдәрҙер ситкәрәк баҫҡан был икәүҙе этеп-төртөп туҡ­та­лыш­тар­ҙа төшөп ҡалды, яңылары килеп тулды. Һылтау көтөп, сәбәп аңдып килгән егет тр­оллейбус ҡаты ғына итеп һелкеткәйне, юлдашының яурындарынан ҡосаҡланы ла ҡулда­рын баш­ҡа­са алманы. Тегеһе әрһеҙҙе шелтәләргә теләгәндәй уға ҡарап кер­пектәрен елпетте, ләкин өн­дә­ш­мәне, тарт-ыл­маны.  

Мин бит һиңә йылынырға керҙем. (Хикәйә. Өсөнсө киҫәк.)Мин бит һиңә йылынырға керҙем. (Хикәйә. Өсөнсө киҫәк.)
Мин бит һиңә йылынырға керҙем. (Хикәйә. Өсөнсө киҫәк.)

                                                                      

     Теҙенән түбән төшкән киң итәкле күлдәге, күн курткаһы нәҙек-өҙөк кәүҙәне кип­сәл­дереп һы­лашҡан. Аяҡтарын өҙлөкһөҙ алмаш-тилмәшләп баҫа. “Резина итектәр кейһәң, аяҡ­та­р­­­ың сыланмаҫ ине!” Үҙ уйына үҙенә йылмайып ҡуйҙы егет. Бында ул-айтып ке­й­е­неп йөрөргә ау­ыл ерелер шул! Ҡатын ҡара көҙ тип тормаған башына ҡы­р­ы­н­ы­р­аҡ итеп килешле бирет һалған. Йө-ҙө асыҡ, яғымлы. Тумалсай ғына бит ал­ма­лары, ыҡ­сым танауы, ҡымтылған бүлтек ирендәре та­н­ыш та, яҡын да һымаҡ. Бирет сите­н­ән күренгән сөм ҡара сәс шәл­кем­е аҡ маң­ла­й­ында таралған. «Ҡайҙа осраттым һуң уны? Әл­лә танһыҡлап күрергә  телә-гән йөҙ ге­н­ә­ме?»

     Биниһая ваҡыт икеләнде егет, ыуаланып урынында тапанды, шунан өй-көлөшкән халыҡ араһын йырмаслап маҡсатһыҙ ғына йөрөп әйләнде, мәгәр күҙәткәне ҡа­рашынан аҙға ғына булһа ла яҙ­лыҡ­маны. Ҡатын да уның яғына аҙға ғына һир­пел­де, тик шунда уҡ иғ­ти­барын икенсе, фырт кейенгән егеттәр төркөмөнә йүнәлтте. “Күҙенә лә элергә теләм­әй… Ҡарап ҡарарбыҙ…” Яртылаш  тартылған тәмәкеһен тө­кө­рөп һү­н­дереп, сүп һа­у­­ытына ырғытты ла курткаһының салғыйын тартҡылаштырып төҙ-әтеп, маңлайына һибелгән сәстәрен бармаҡтары менән аралап тарап алғас ашығып кү­ҙ­әткән еренә йүнәлде. Эсенән аңла-йышһыҙ ҡалтырау йүгереп үтһә лә үҙен ты­ныс­лан­ды­р­ҙы: “Ни­н­дә­йҙер “күбәләк” алдында ебеп төшмә, әрһеҙ, тәүәккәл ҡыл­ан!»

               – Красавица, мне кажется, Вы, деньги потеряли! Сколько? - Русса һупа­ла­ға­ны апаруҡ ҡыйыу яңғыраны.

     “Хәҙер үҙенең хаҡын әйтәсәк.”

               – Что? - Ҡатын көтөлмәгән мөрәжәғәттән һиҫкәнеп сигенгәндәй итте лә ғә-ж­ә­пләнгән ҡарашын өндәшеүсегә ҡаҙ-аны. Ҡаршыһында сандыр кәүҙәле, ҡаҡса яңаҡлы, йәмшегерәк тура танаулы, ҡупшы мыйыҡлы, йәбештерелгән һымаҡ, тура ҡаштары аҫтынан ышаныусан баҡҡан ташбығыраҡ күҙле мосолман егете тор­ған­лы­ғын күргәс, аҙға ғына юғалып ҡалды, ниҙер әйтергә теләп ауыҙын асты, һүҙҙәре сыҡманы.

     Егет тә баҙап тотлоҡто, шунан буталып, башҡортсалап әйтте:

               – Һеҙ… ни теге… аҡсағыҙҙы…

               – Юҡ, юҡ, һеҙ яңылышаһығыҙ, мин бер ни ҙә юғалтманым.

     “Әллә ысынлап та бутаныммы? Булмаҫ! Нисек тә асыҡларға кәрәк. Бик тә яң­ы­л­ышһам, зыян юҡ, ғәфү үтенермен дә һыҙ-ырмын…»

              – Һеҙгә барабыҙмы, әллә…

       «Һалды хәбәр, риза була ҡалһа, әйтерһең алып барыр ере бар… Шыр тиле кеше һин, Әсғәт, һүҙ рәте белмәгән алйот!..»

     Ҡатын да әйтелгәнде элеп алыр хәлдә түгел ине шикелле, аяҡтарын баяғылай алмаш-тилмәшләне, сәстәрен төҙәтеп бир-ет аҫтына йәшерҙе, ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға бе­лмәй аҙапланды, ирендәрен ялап алғас, ҡуйы керпектәрен түбән ҡаҙаны. Ни-һайәт ул үҙенең бында ни өсөн килгәнлеген әле генә төшөндө буғай, төшөнкө тауыш менән та­р­ҡау яуапла­ны:

              – Теләһәгеҙ миндә… әйҙәгеҙ… - Башын баҫып ямғыр аҫтына атланы.

     Ҡабаланып алдан төшкән ҡатын эйәреүсегә башҡаса боролоп та ҡараманы, һүҙ ҙә ҡушманы, йыртҡыстан өрккән ҡоралай-ҙай еңел баҫып юрғаланы ла юрғаланы. Ырам­лы баҫып атлап уның артынан саҡ өлгөрөп эйәрҙе.

     “Берәй нимә тип өндәшһәсе, ваҡытлыса булһа ла аралары яҡынайыр, кө­сөр­гә­неш­лек кәмер ине исмаһам… Ниндәй көнгә ҡалдым һуң әле? Үҙем дә һиҙмәҫтән фәхишлек юл­ы­на тәгәрәйем түгелме? Китеп бар инде, тана артынан еҫкәнеп тинтәклә-нгән иркәк мал һымаҡ!..Үткәндәгеһе туҡтауһыҙ лыбырҙап теңкәгә тейеп бөткәйне, өҫтәүенә, үҙе ҡуштан тауыҡ һымаҡ һыр-лығыусан да ине, бының ише ҡырыҫ, ҡырағай түгел…»

     Троллейбусҡа нишләптер төйөп тыҡҡандай килде лә тулдылар, буталсыҡта, юғалтыша яҙҙылар, шуға, халыҡты йырып, бер-береһенә яҡынлап, терәлеп тиерлек баҫтылар.

     “Һарҡыуға төшәбеҙ, яңы микрорайонға барабыҙ икән. Ара йыраҡ булғанға йө­р­өү­се­ләр күптер…»

     Ҡатындың йөҙөнә ҡараны ла ҡарашын айыра алмай ҡатты ла ҡалды: “Йә Хо­ҙа, ҡайһылай һылыу! Бая күпме генә текәлһә лә алыҫтан йүнләп күрмәгән дә. Иҫ китмәле сибәрҙәрҙе күп тапҡырҙар осратты, ләкин туң, хистәргә ҡорғаҡһыған күңеленең былайтып тертләгәне, ҡуҙғығаны бер тапҡыр ҙа булманы…»

     Ул үҙенә күрә арыу ғына рәссам да ине. Мәктәптә уҡығанында стена гәзите сығ­а­­р­һалар гел уға мөрәжәғәт иттеләр. Ар-мияла хеҙмәт иткәнендә лә Балтик буйындағы тәбиғәт кү­ренеш­тәрен һүрәткә төшөрә лә хат эсенә һалып Әһлей олатаһына ебәрә торғайны. Үҫ­м­ер сағында быйма төпләүҙән ялығып матурлыҡ күрергә теләгәнендә, армияла ҡыҫҡа ғына ял мәлдәре-ндә ҡулына ҡәләм алып блокнотҡа хыял­ын­дағы ҡыҙ рәсемен һыҙ­ма­л­арға керешә. Күңелендә ниндәй илаһилыҡ балҡый шу-ны төшөрә. Шул һын әле уның эргәһендә генә китеп бара. «Үҙе, ысын үҙе! Был осраҡлы тап килеү генәме, әллә яҙ­мыштың шая­р­тыуымы?..»

     Оҙаҡ барҙылар. Кемдәрҙер ситкәрәк баҫҡан был икәүҙе этеп-төртөп туҡ­та­лыш­тар­ҙа төшөп ҡалды, яңылары килеп тулды. Һылтау көтөп, сәбәп аңдып килгән егет тр­оллейбус ҡаты ғына итеп һелкеткәйне, юлдашының яурындарынан ҡосаҡланы ла ҡулда­рын баш­ҡа­са алманы. Тегеһе әрһеҙҙе шелтәләргә теләгәндәй уға ҡарап кер­пектәрен елпетте, ләкин өн­дә­ш­мәне, тарт-ыл­маны.

     Күкрәк ситлеген дөбөрҙәтеп типкән йөрәгенең тулауын ишетә, тик йәнәшә­һен­дәгеһенең ярһыуын ғына тойомлай алмай. “Хәйер, нишләп тулҡынланһын, ул ғәҙәти хеҙмәтен башҡара ла баһа. Ошоға саҡлы түшәгендә әллә кемдәр ҡунғандыр әле…” Күңел нескәреүен арзанлы түшәк кимәлендәге фекерләү менән баҫырға теләп шулай уй­ланды.

               – Килеп еттек. Был минең туҡталыш.

                                                                             (Дауамы бар)

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас