Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
16 Май 2021, 21:00

ҠӘҘЕР

Бындай мөмкинлек гел дә сығып тормай бит, шуға күрә мин сәйәхәткә ҡарт ҡатын менән түгел, ә үҙемдән 30 йәшкә йәш ҡатын менән барырға теләр инем...

Бер ир менән ҡатын йәшәгән, ти. Бер көндө 60 йәштәре тулыу уңайынан улар байрам ойошторорға булған. Ҡунаҡҡа кешеләргә изгелек ҡылыусы тылсымсы ҡатын (фея) да килгән. Ул изгелектәрҙе яҡшы күңелле кешеләргә генә ҡыла икән...
Килгән ҡунаҡтар ҡотлап, был парҙың матур ғүмер итеүен бәйән иткән. Тылсым эйәһе уларҙы тыңлап-тыңлап торған да: “Һеҙ шул тиклем бер-берегеҙҙе хәрмәтләп йәшәйһегеҙ икән. Мин һеҙҙең икегеҙҙең дә берәр теләген тормошҡа ашырырға ярҙам итә алам”, - тигән. Башта һүҙҙе ҡатынға биргәндәр.
  • Мин ирем менән бик яҡшы ғүмер кисерҙем. Ҡартайған көнөмдә ирем менән бергә донъя буйлап сәйәхәт итергә теләйем, - тигән ти.
  • Фея уның теләген үтәргә вәғәҙә биргән. Тылсымлы таяғын һелтәп ебәреүе була, ҡатын ҡулына путевка килеп ята.
    Һүҙҙе иргә биргәндәр.
    • Бындай мөмкинлек гел дә сығып тормай бит, шуға күрә мин сәйәхәткә ҡарт ҡатын менән түгел, ә үҙемдән 30 йәшкә йәш ҡатын менән барырға теләр инем, - тигән.
    • Тылсымсы уның һүҙҙәрен оҡшатып етмәгән, әммә теләген үтәргә булған. Таяғын һелтәп ебәреүе була, 60 йәшлек ир 90 йәшлеккә әүерелә. Нәҡ үҙе теләгәнсә, ҡатыны унан 30 йәшкә кесе.
      Был хикәйәттең хикмәте шунда: һинең менән утты-һыуҙы кискән һәм һине хөрмәт иткән ҡатындың ҡәҙерен белмәйенсә, уны ҡалдырып, йәшерәк менән сәйәхәткә китеү ғәҙел булмаҫ ине. Булғандың ҡәҙерен белмәгән ирҙе фея шулай “язалаған” да инде.
      Бәлки, ҡатынды 30 йәшкә йәшәртеү кәрәк булғандыр? Ә, бәлки, шул рәүешле ирҙе аҡылға ултыртыу дөрөҫ булғандыр.
      Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

      фото: