АТАЙСАЛ
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
23 Марта 2021, 10:35

Афарин, Зарина!

Яҡташыбыҙ, Йылайыр районы ҡыҙы Зарина Бағышаеваның бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ:

Яҡташыбыҙ, Йылайыр районы ҡыҙы Зарина Бағышаеваның бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ:
АТАЙЫМА РӘХМӘТЕМ

Әсәйемдең йылмайыуы булып,
Быйыл балҡып китте беҙҙең йорт.
Уның рухы гүйә яҡтырып,
Ҡайтарғандай булды беҙгә ҡот.

Атайым да моң-һағышын баҫып,
Таҡталарға ана, йән “өрә”.
Эй, Хоҙайым, атайымды зинһар,
Ҡыуанысҡа, ҡот-бәхеткә ура.

Ана, нисек тырыша бит үҙе,
Ҡулдарында нурҙар уйнайҙыр.
Оҫта тигән даны уға шулай
Тынғылыҡты биреп ҡуймайҙыр.

Бына тигән аш оҫтаһы үҙе,
Бешкән ризыҡтары – һый-хөрмәт.
Ҡунаҡсыл да, эй ихлас та инде –
Барыһына атай, мең рәхмәт!

Һинең күңел йылың беҙҙең өсөн
Ҡанат ҡуйыр ҡөҙрәт, көс бит ул.
Әсәйҙең дә наҙ-йылыһы ҡалған
Аңлатып та бирмәҫ хис бит ул.

ӘСӘЙЕМДЕҢ НӘСИХӘТЕ

Төн йоҡомдо йоҡламайса,
Бәүеткәндә сабыйымды,
Уйҙарымда әсәйемдең
Ҡосағына мин һыйындым.

Ул да беҙҙе ал-ял белмәй,
Үҫтергәндер һөйөп, наҙлап:
“Бала бағыу – оло бәхет,
Бала бағыу – татлы ғазап”.

Өсөбөҙгә әсәй асҡан
Был донъяның сер-тылсымын.
Әсәй көйләгән йырҙарҙан
Тойҙоҡ беҙ йәшәү асылын.

Әсәйҙең яғымлы һүҙе
Яңғырай кеүек ҡолаҡта:
“Кешене биҙәй донъяла
Бары тик изге ҡылыҡтар”.

Онотолмай, хәтерҙә гел
Ошо өгөт-нәсихәте.
Эй, Хоҙайым, насип итсе
Изге булыу әсәм хәтлем...
    • ГӨЛНАЗ АПАЙЫМА

      Әсәйемдәй яҡын апайым бар,
      Исеме лә матур – Гөлназ бит.
      Уның кеүек кеше – яҡты ҡояш,
      Яндарында аяҙ – гел яҙ бит.

      Әгәр ҡанаттарым талып китһә,
      Күҙ йәштәрем ҡай саҡ тамып китһә –
      Тирә-яғым балҡып көлә төҫлө,
      Ҡояш-апай миңә нурын һипһә.

      Әсәйем дә ана шундай ине –
      Нурлы, алсаҡ, ихлас, эскерһеҙ.
      Апай тиһәм, гүйә, әсәй тием –
      Әсәй – апай берҙәм, бөтөн һеҙ.
      • КҮҢЕЛЕМ ЙЫРЛАҒАНДА

        Гармун тотһаң, моңға тула,
        Балҡый төҫлө өй эсе:
        Ҡыҙҙарыбыҙ төшөп китһә,
        Ары торһон бейеүсе!

        Эх, бейей бит ҡыҙҙарым,
        Һай, килешә ҡайһылай!
        Ә атаһы, атаһысы –
        Ана шулай, бер йылмай!

        Бейегәнгә дәрт өҫтәлер,
        Кәйефе лә булыр шәп!
        Атай гармун тартҡан саҡта
        Бейемәҫкә, ти, нишләп?!

        Мин алҡышлап торамын,
        Тамашасымын ябай.
        Ә шулай ҙа күңел бейей,
        Күңел йырлай туҡтамай!
        • БЛОКНОТЫМ

          Дуҫым минең, блокнотым,
          Хеҙмәтең бик ололор...
          (Фәүзиә Рәхимғолова).

          Блокнотым, блокнотҡайым,
          Серҙәшем, серҙәшкәйем!
          Һиңә төшә бар хисем,
          Түҙмәһә йөрәккәйем.

          Блокнотыма һыя ала
          Бар йыһандың ҡөҙрәте.
          Бер сере бар: хата китһә
          Була һәр саҡ төҙәтеп.

          Кисерешем, уйҙарымды
          Һыйҙыра ала блокнот.
          Берсә йылмая ҡояшым,
          Берсә ҡуйыра болот.

          Берсә емелдәй йондоҙҙар,
          Берсә шәфәҡ ҡыҙара.
          Блокнот, тием һәр саҡ кәрәк
          Хисле булған ҡыҙҙарға.

          Яҙыу-һыҙыу яратҡандың
          Тулып тора блокноты.
          Буласаҡ китабым бит ул,
          Тормошомдоң йәм-ҡото.
          Читайте нас