АТАЙСАЛ
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
18 Марта 2021, 12:00

Мөхәббәт һәм нәфрәт

Ул кәләшен күрә алмаҫ сиккә етте…Бергә 15 йыл торҙолар. Ошо йылдар арауығында ул көн дә уны иртәнсәк күрә ине, әммә һуңғы ваҡытта ҡатынының ҡылыҡтары тенкәһенә тейә башланы. Айырыуса иртән уянып, ҡулын һуҙып: “Һаумы, ҡояш. Бөгөн иң матур көн буласаҡ”, - тип әйтеүен өнәмәне. Уйлаһаң, ғәҙәти генә фраза, әммә ябыҡ ҡына ҡулдары, йоҡоло йөҙө иргә оҡшаманы.

Ул кәләшен күрә алмаҫ сиккә етте…
Бергә 15 йыл торҙолар. Ошо йылдар арауығында ул көн дә уны иртәнсәк күрә ине, әммә һуңғы ваҡытта ҡатынының ҡылыҡтары тенкәһенә тейә башланы. Айырыуса иртән уянып, ҡулын һуҙып: “Һаумы, ҡояш. Бөгөн иң матур көн буласаҡ”, - тип әйтеүен өнәмәне. Уйлаһаң, ғәҙәти генә фраза, әммә ябыҡ ҡына ҡулдары, йоҡоло йөҙө иргә оҡшаманы.
Ҡатын тора, тәҙрәгә яҡынлай һәм бер нисә секунд йыраҡҡа текләп тора. Унан эс күлдәген сисә һәм ваннаға юллана. Йәшәй башлаған йылдарында иргә был оҡшай ине, кәләшенең тәненә һоҡланды. Әле лә фигураһы матур, әммә әле был һоҡланыу уятмай, киреһенсә нервыһын ҡуҙғыта. Хатта бер көнө ир уны этеп ебәрергә теләне, ләкин тыйылды ла асыулы итеп:
--Тиҙерәк ҡыбырла, ҡаҡшаттың, - тип ҡысҡырҙы.
Ә ҡатын ҡабаланмай ғына йәшәне, иренең ситтә һөйәркәһе бар икәнен дә белде, өс йыл осрашҡандарын да белә. Әммә ул иренең агрессияһын, иғтибар бирмәүен, яңынан йәшлеген йәшәргә теләүен ғәфү итте. Ә үҙе һәр минуттың ҡәҙерен белеп, ашыҡмай ғына йәшәргә ҡарар итте. Сөнки үҙендә яман сир барлығын белде. Сир уны көндән-көн нығыраҡ ашай, тиҙҙән еңәсәк тә. Әлбиттә, ул барыһына ла быны һөйләп, ҡайғыһы менән уртаҡлашып, үҙен йәлләтеп тә ултыра ала ине. Әммә был файҙа бирерме? Ул өндәшмәне, әжәл яҡынлашҡанын белеп, һуңғы көндәрен рәхәтләнеп йәшәргә тырышты. Аҡылы ла үҫте, йәшәүҙең шул тиклем йәмле, тормоштоң шул тиклем матур икәнен аңланы.
Ауыл китапханаһында үҙенә йылы мөхит тапты. Унда сәғәт ярым бараһың. Китапханала “Йәшәү һәм үлем серҙәре” тигән китапты алып, үҙен борсоған һорауҙарға яуап алды.
Ә ир көн дә һөйәркәһенә ашыҡты. Бында яҡты, йылы, барыһы ла яҡын. Өс йыл осрашалар, ир ҡатынды шашып ярата, ҡыҙғана, хатта алдында тубыҡланырға риза. Һуңғы барғанында ир ҡәтғи ҡарарға килде: ул ҡатыны менән айырыла, сөнки уны яратмай, хатта күрә алмай. Ә бында ул бәхетле буласаҡ. Ир законлы ҡатынына булған йылы хистәрҙе иҫләп ҡараны, әммә хәтеренә төшөрә алманы, әйтерһең дә тәүге көндән “йәненә генә тейгән”. Портмонеһынан ҡатынының фотоһын сығарып, барыһы ла бөттө, тигән ҡиәфәттә уны йыртҡыслап ташланы.
Айырылышыуҙы әйтеү өсөн ир ҡатынын ресторанға саҡырҙы. Бында улар 6 ай элек бергә йәшәүҙәренең 15 йыллығын билдәләгәйне. Ҡатын алдараҡ килде. Ә ир эштән һуң өйөнә ҡайтып кәрәкле документтарҙы алмаҡ булды. Шкафта соҡонған арала, иҙәнгә ҡумталар килеп төштө. Уның эсенән ҡарағусҡыл күк папка ла килеп сыҡты, ул йәбештерелгән ине. Ир уны тәүгә күргәс, ҡыҙығып асты. Был папканан фотокомпромат табырына ышана ине. Әммә унда әллә күпме анализ һөҙөмтәләре булып сыҡты, выпискалар, справкалар…Барыһында ла ҡатынының исем-шәрифе. Сирле бит ҡатыны! Интернетҡа инеп тиҙ генә диагнозды өйрәнде һәм шаңҡыны. Ҡатынына йәшәргә лә күп ҡалмаған.
Ә ҡатын был арала ресторанда ине. Ҡырҡ минут буйы көтөп арығас, урамға сыҡты. Матур көҙгө мәл. Ҡояш ныҡ ҡыҙҙырмай, наҙлап ҡына иркәләй. “Ниндәй матур был донъя! Ҡояш аҫтында иркәләнеп ерҙә йәшәүе рәхәт!” Нисек кенә ҡыуанырға теләһә лә, бөгөн ул бәлтерәп төштө. Ҡурҡыныс сирен йәшерергә көс тапты бит, әммә ниңәлер күңеле төштө. Башҡалар тыныс йәшәһен өсөн барыһынан да йәшергәйне лә бит… Уйҙарына батып урамдан атланы. Барлыҡ кешенең күҙҙәре көлә. Улар белә: алда ҡыш көтә, унан яҙ килә. Ә уға алдағы миҙгелдәрҙе көтөү кәрәкмәй, сөнки булмаясаҡ. Ҡатын күҙ йәштәренә ирек бирҙе, улары ситлектән ҡотолғандай рәхәтләнеп сикә буйлап аҡты ла аҡты…
Ә ир үҙенә урын тапмай бүлмә буйлап улай атланы, былай барҙы…Ваҡыттың шул тиклем тиҙ үтеүен аңлап, өлгөрә алманы. Шул саҡ барыһы ла күҙ алдынан үтте. Ҡатыны йәш, сибәр ине. Ир уны ныҡ яратты. Быларҙы иҫләгәс, 15 йыл үтмәгән һымаҡ та булды. Әйтерһең дә уларҙы алда бәхеткә тулышҡан матур тормош көтә…
Ҡатынының сирле икәнен белгәс, ир уның ғүмерен оҙайтыр өсөн барыһын да бирергә әҙер булып, хәстәрлек күрһәтте. Ҡатынына ҡарап һуңғы тәүлекте йәшәүеңде белеү, тормош менән хушлашыу шул тиклем ғазаплы икәнен аңланы. Төндәрен шым ғына илағанын да һиҙҙе.
Ике айҙан ҡатын мәңгелеккә китте. Ир өйҙән зыяратҡа тиклемге юлды сәскәгә күмде. Һәм ошо мәлдә үҙен әлә күпмегә ҡартайғандан хис итте.
Өйҙә ҡатынының мендәре аҫтында яҙыу тапты. Яңы йыл алдынан теләк теләгән икән: “Ғүмеремдең һуңғы көнөнә тиклем ирем менән бәхетле йәшәгем килә”. Ә ир, ҡатынының сирле икәнен белгәнгә тиклем, ирекле булғыһы килгәйне… Ихлас һораһаң, теләктәр тормошҡа аша шул…

Интерне селтәренән алдынды.
Резеда Вәлиева тәржемәһе.
Читайте нас