Илаҡ булды ла һуң минең малай! Өс айы тулғансы, теңкәне генә ҡоротто. Төн етһә ҡатын менән сиратлап йөрөп сығабыҙ. Ҡулға ла ныҡ өйрәнеп, эйәләшеп алды: күтәреп йөрөткәндә яурынға талпан һымаҡ һылашып шымтая ла, сәңгелдәгенә һалһаҡ, ҡабаттан ярһып тызылдарға тотона. Хет ҡолаҡтарыңды яҫтыҡ менән томала!
Бөгөн минең сират. Эләккәндә тип, ҡатын рәхәтләнеп йоҡлай. Өй эсе тып-тын, тышта төн таң яғына ауышҡан, ара-тирә йыбанып ҡына өргән эттәр тауышын иҫәпкә алмағанда ауыл да ҡараңғылыҡ юрғанын бөркәнеп иҙрәй. Мин генә өҫтәл шәмен ҡабыҙып, күләгәләй улай-былай йөрөйөм. Уяу ятҡандыр, күрше бүлмәнән әсәйем сыҡты.
– Килтер бәпесемде, әҙерәк үҙем алып ултырайым, һиңә иртәгә эшкә бит, әҙерәк ял ит.
– Рәхмәт әсәй, - ҡулымдағын тотторҙом да аҡланғандай өҫтәп ҡуйҙым. - Кемебеҙгә оҡшағандыр, бигерәк илаҡ, ҡасан тымырға самалайҙыр был малай?
Әсәйем миңә һирпелеп алды ла салланған сәстәрен һыпырҙы:
– Бала тигәнең ғүмер буйы мыжый инде ул!..