Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
5 Март 2021, 13:30

Ижадтарҙа заман эҙҙәре

Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар сетләренең Тыуған яҡты өйрәнеү моделле китапханаһында «Ижадтарҙа заман эҙҙәре» тип аталған осрашыу үтте. “Тарих яҙыр инем ташына” республика әҙәби марафоны сиктәрендә Башҡорт тарихы йылына арнап ойошторолған сарала республиканың яҙыусылар берлеге рәйесе, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Зәки Арыҫлан улы Әлибаев, яҙыусылар берлеге рәйесе урынбаҫары Нурлан Рәшит улы Ғәниев, радиожурналист, яҙыусы Рәсүл Хәсән улы Сәғитов, шағирә, драматург, журналист Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина, уҡытыусылар, йәмәғәт әүҙемселәре ҡатнашты.

Зәки Әлибаев республикала барған әҙәби марафонының төп маҡсаттары, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың әһәмиәте тураһында һөйләне. Милләтебеҙ тарихына байҡау яһаны, киләсәк быуындарға аманат булырлыҡ тос фекерҙәр әйтте. Сибай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, мәҙәниәт бүлеге началььнигы Илшат Солтангәрәев та урындағы яҙыусылар берлегенең эшмәкәрлеген әүҙемләштереү зарурлығын әйтеп үтте.
Яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың ижади күстәнәстәре лә күрешеп, осрашыуҙарға һыуһаған барлыҡ ижад һөйөүселәрҙең күңелдәренә көс-дәрт һалды.
Саранан фотоларҙы һылтанма аша ҡарарға мөмкин https://vk.com/album239647789_278098637