Фирғәнә ҡулындағы бәйләмен ситкә һалып, ниҙер яҙып ултырған ҡыҙына ҡарап уйға сумды. Хас та йәш ваҡытындағы үҙе кеүек Гәүһәре лә: елкәһенә төшөп торған еҙ сәс, ҡаҡса ғына кәүҙә, ҡырлас танау, йоҡа ирендәр, ә күҙҙәре зәп-зәңгәр. Уны һаман да урыҫ ҡыҙҙары менән бутайҙар, элек үҙен дә шулай тиерҙәр ине. Бер бөртөгөнә кисә 25 йәш тулды.
Ҡунаҡ йыйып, табын ҡороп торманылар, икеһе генә ултырып, ҡыҙы бешергән тәмле тортҡа ҡушып сәй эстеләр ҙә йоҡо бүлмәһенә таралыштылар. Ошо арала нишләптер ҡыҙының кәйефе ҡырылып йөрөй. Әсә күңеле барыһын да һиҙеп тора. Гәүһәре менән нимәлер булған. Йә эшендә, йә әхирәте менән һүҙгә килешкән. Үҙе тураһын һорарға ҡыймай йөрөй ине, ҡыҙы әсәһенең ҡосағына килеп ятты ла (бәләкәйҙән ошолай ҡосаҡлашып ятырға ярата ул) ҡысҡырып илап ебәрҙе. Әсәһе ғәзиз балаһын ҡосағына тағы ла нығыраҡ ҡыҫты, үлән еҫе генә сығып торған сәстәренән һыйпаны:
–Тыныслан, ҡолонсағым, йә, нимәләр генә булды, эшеңдә берәй хәлгә тарыныңмы әллә берәйһе йәберләнеме?–бер-бер артлы, йомшаҡ тауыш менән һорауҙарын бирҙе. Илауынан туҡтап, ҡыҙы:
–Әсәкәйем, беҙ бит Айбулат менән ташлаштыҡ,–тине.
–Нисек ташлаштығыҙ, тағы нимә булды? Бик матур пар инегеҙ бит, аҡыллы, итәғәтле егет күренә ине лә баһа?–тине әсәһе. Гәүһәр тағы ла күҙ йәшенә быуылып, ыҡ-мыҡ итеп, башлаған һүҙен саҡ дауам итте:
–Уға дөрөҫөн аңлаттым: әгәр мине кәләш итеп алһаң, бер ҡасан да бала һөйә алмаясаҡһың, был бәхеттән мәхрүммен, тинем.
–Эй ҡыҙым, бәлки, сәсегеҙ бәйләнһә, балалар йортонан да алыр инегеҙ, әйтмәй торорға ине.
–Юҡ, мин улай алдашып йәшәй алмаҫ инем. Ул ҡасан да булһа яңғыҙымды ҡалдырып китер ине, әсәй. Аңлайһыңмы, үҙ сабыйымды ошо яҡты донъяла ҡабул иткем килә, ситтәрҙеке кәрәкмәй. Бына бит, ул да, тимәк, ҡурҡҡан. "Ғәфү ит, Гәүһәр, тормошомдо сабыйһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым",–тине. Хәҙер киткәне бик һәйбәт, әсәй,–тип, ҡыҙы күҙҙәрен йомдо ...
Икәүһе лә шымып ҡалды. Ишек асыҡ торған ваҡытта өйгә инеп ҡалған күбәләк кенә, яҡтылыҡ эҙләп, тәҙрәнән тәҙрәгә оса ине. Уның да тауышы юҡ, быялаға һуғылған ыңғайы ғына төп иткән тауыш сығарып ҡуя. Был ҡыҙының да күңеле ғишыҡ тотоусы егеттәргә мәңгелеккә бикләнде, тигәнгә ишара түгелме һуң ?.. Бала саҡтан дуҫ булышып, унан һуң береһе өсөн береһе утҡа, һыуға керергә әҙер ғашиҡ йәндәр хәҙер сит кешеләр булып ҡалды. Ошо ваҡытта әсәнең йөрәген бысаҡ менән телгеләйҙәр ине. Балаһына нисек ярҙам итергә һуң? Үҙен ғәйепләй. Ваҡытында ҡыҙын ҡурсаламаны шул. Эш, һаман да эш тип.
Балалар баҡсаһынан барып алырға ваҡыты етмәһә, әхирәтенә әйтеп китер ине. Ҡышҡыһын балалар рәхәтләнеп тауҙа шыуа, боҙҙа уйнай. Гәүһәргә ул ваҡытта 6 ғына йәш ине. Балалар менән боҙҙа шыуып йөрөгәндә, ул ярылып, һыуға бата. Саҡ ҡотҡаралар. Шул ваҡыттан алып туҡтауһыҙ дауахана юлын тапанылар. Бөйөрҙәренә ныҡ һалҡын тейгәндән һуң операция яһанылар, ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙары ла йышайҙы, тағы ла операция. Ҡыҙ түлһеҙ тороп ҡалды. Фирғәнә ошондай ваҡытта, исмаһам, тел ярҙамы күрһәтерлек, уларҙы һаҡлаусы, яҡлаусы кешеһе булмағанына ныҡ әсенде. Ҡыҙының атаһы менән оҙаҡ йәшәмәнеләр, уныһы бер елғыуар булып сыҡты. Гәүһәргә өс кенә йәш ине, иҫерек килеш ҡайтып, өйҙә ғауға күтәргәйне, кейемдәрен сумаҙанына тултырып, ҡыуып сығарҙы. 23 йыл үтте, шунан бирле ир йоратының күренгәне булманы. Унан һуң тағы берәү килеп йөрөй ине, уға тормошҡа сығыуҙан баш тартҡайны, ҡайҙалыр ситкә китте. Һаман да шылтыратып, хәлен белешеп торған була ла ул. Ҡыҙы сеңләп илаған төндән бирле әсә үҙенә урын таба алмай йонсоно, күҙенә тамсы ла йоҡо эленмәй. Һаман да мейеһен шул уҡ һорау борсой: “Ҡолонсағыма нисек ярҙам итергә?” Уның арҡаһында ҡыҙы бер ҡасан да бала һөйә алмаясаҡ, уны ғүмер буйына "түлһеҙ ҡатын" тиәсәктәр.
Күп уйланды ул. Әллә үҙенә балаға уҙып, тапҡан сабыйын ҡыҙына бүләк итергәме? Уға бит ҡырҡ ете йәш кенә, ана илле, алтмышта ла табалар, ул бала ситтеке булмаҫ, бер үк ҡан бит, бергәләп үҫтерерҙәр. Тик кемдән һуң, тигән уйға батты. Теге Алексей иҫенә төштө. Һуңғы шылтыратҡанында: "Өйләнмәгәнмен, һаман һине көтәм",–ти ине. Әсә кеше күп уйланып йөрөмәне, тотто ла, бер нисә көнгә генә тип, отпускыға ғариза яҙып, йылы яҡҡа осто. Ҡыҙына: "Ниңәлер быуындарым һыҙлап тора, аҙ булһа ла дауаланып ҡайтам",–тине. Уныһы әсәһе өсөн эй ҡыуанған булды. Поездан килеп төшкәс тә ҡулына гөлләмәләр тотҡан, аҡ күлдәктәге, ҡыҫып торған джинсы салбарҙағы ир, ҡыуанысын йөҙөнә сығарып, ҡатынды ҡосаҡлап уҡ алды.
–Фая! Күҙ теймәһен, һаман да сибәрлегеңде ташламағанһың, 18 йәшлек ҡыҙҙар кеүекһең!–тип комплимент яһап та өлгөрҙө. Ир үҙе лә һомғол, ҡарап тороуға бик фырт ҡына күренә. Шунда уҡ Фирғәнәне яҡындағы кафеға алып инде. Унан һуң Алексей ҡатынды үҙенә саҡырҙы. "Был квартира бер туған һеңлекәшемдеке, йәшәп торорға бирҙе. Алла бирһә, ярты йылдан үҙемдеке буласаҡ",–тип аңлатты. Йорт матур, иркен, мебелдәрҙең ҡиммәтле икәне күренеп тора, тимәк, етеш йәшәйҙәр. Ҡатын күңеленән генә шундай һығымта яһаны. Алексей ҙа ялда икән. Икәүһенә бергә ял итергә бик ҡулайлы ваҡыт булып сыҡты. Фирғәнәгә шундай рәхәт ине. Диңгеҙ, экскурсия, батҡаҡҡа сумып ятыу, массаж, кафела тәмле аштар ашау... Үҙен әкиәт илендәге кеүек хис итте. Бер аҙға хатта ҡыҙын да онотоп торҙо. Бер ҡайғың да булмай, һөйөшкән йәрең менән йәшә лә ят ине. Туған йортона ҡайтырға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Яйлап ҡыҙына бүләктәр йыйнаны, күстәнәстәрен дә тултырҙы. Ошо 18 көндә Алексей менән бер-береһенә бик тә яҡын кешеләр булып өлгөргәйнеләр. Ситтән ҡарағанда яңы танышҡан йәш ҡыҙ менән егет кеүектәр ине. Икәүһенә лә айырылышыу бик ҡыйын. Ҡатын нисә йыл тигәндә, рәхәтләнеп ошо ирҙең ҡуйынында күпме ләззәт, ысын яратыу хисен татыны. Юҡ, ул алдына ҡуйған маҡсатына ирешәсәк, ҡыҙына бала табып бирергә, тик үҙ ҡанын ғына. Ә инде Алексей ул сабыйҙың донъяға килергә тейешлеген бер ҡасан да, бер кемдән дә белергә тейеш түгел. Ул серҙе әсә һәм ҡыҙ ғына һаҡлаясаҡ.
Ҡайтып төшкәндә ҡыҙы эштә ине. Ҡасан юлға сығырын белгертмәгәйне. Гәүһәре ҡайтыуға матур итеп өҫтәл әҙерләне, бүләктәрен теҙҙе. Уныһы ишек асып ингәс тә әсәһенең муйынынан уҡ ҡосаҡлап, биттәренән супылдатып үбеп алды. "Әсәкәйгенәм, һинһеҙ бик күңелһеҙ булды, һинһеҙ өй буш, ҡояш һүнгән кеүек",–тип шаяртып иркәләнде. Фирғәнәнең тағы ла ике көнө бар ине, шуны файҙаланып, дауаханаға ашыҡты. Табипҡа күренде, әллә күпме ҡағыҙ яҙып бирҙеләр. Һәр тикшерелгән табиптан ҡултамға кәрәк икән. Кирбесле йорттан саф һауаға сыҡҡас та иркен тын алып, ҡыуанысынан бар йыһанға ҡысҡырғыһы килде. "Минең ҡыҙым тиҙҙән әсәй буласаҡ!"
Аңланы Гәүһәре әсәһен. Тик шунда ла бер уйҙан ҡотола алманы ул: "Әсәйебеҙ берәү генә лә баһа, нишләп ул сабыйға ике әсәй буласаҡ?" Фирғәнә әллә нисә тапҡыр дауаханала ятып сыҡты, ҡан баҫымы юғары, һаҡланырға кәрәк, тинеләр.
–Гәүһәр Сабировна һеҙ булаһығыҙмы!?–Телефондың теге осонан оло йәштәрҙәге бер ҡатындың ауыр тондағы тауышы ишетелде.
–Эйе, мин булам, апай, бөгөн иртән иртүк әсәйемде балалар табыу йортона илткәйнем. Берәй хәл бармы?
–Әсәйегеҙҙе иҫенә килтерә алманыҡ, тиҙ операция яһаныҡ, ҡанын күп юғалтҡан, ҡан баҫымын төшөрөп булманы, бала тыуҙырырға йәше лә үткән ине шул...
Ҡыҙҙың ҡулынан телефон трубкаһы төшөп китте. Теге остағы тауыш һаман: "Гәүһәр..."–тип нимәлер аңлатып маташа ине. Гәүһәр ҡалған һүҙҙәрҙең береһен дә ишетмәне, күҙен томан ҡапланымы ни, бер ни ҙә күрмәй, илау ҡатыш тауыш менән ҡысҡырып, иҙәнгә ауҙы:
–Әсәй, әсәкәйгенәм, нишләнең һин? Тик минең өсөн генә үлем түшәгенә йығылдың би-и-ит...
Сабый иҫән ине. Әсә ҡарынында тонсоға яҙған, ярай әле тиҙ арала операция яһап, алып өлгөргәндәр. Уны «ҡалпаҡ» аҫтында бер ай тотҡандан һуң сығарҙылар. Шул арала ҡыҙ документтар юллап өлгөргәйне. Баланы үҙ исеменә яҙҙырҙы. Исемде Фәнилә тип ҡушты. Мәрхүмәне хөрмәтләп ерләшергә бар ауыл йыйылды, ситтән дә әллә күпме кеше килде. Ауылдаштары, берҙән-бере, күҙ нурылай үҫтергән Гәүһәренең киләсәк яҙмышы өсөн борсолоп, үҙ ғүмерен ике тормош сатына ҡуйып, сабый бүләк иткән әсәнең күкрәген төрлө төҫтәге сағыу сәскәгә күмде.