Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
18 Февраль 2021, 14:43

Һөйгәнемде юғалттым, тик хистәрҙең ташҡынын еңеп булмай...

Илле йәшкә етеп барған ир уҙаманымын. Өйләнгәнмен, ҡатыным менән ҡошсоҡтай ике ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Донъям теүәл, ә күңелем буп-буш. Ғүмерем буйы беренсе мөхәббәтемде ҡулымдан ысҡындырғанға, үкенестәр менән йәшәнем. Гөлшатты беҙҙең ауылға уҡытыусы булып эшкә төшкәс тә оҡшатып, ситтән генә күҙәтеп йөрөнөм. Бер байрамдан һуң, өйөнә оҙатып ҡуйҙым. Үҙем ерҙе лә һиҙмәй, осоп йөрөнөм тигәндәй. Шулай итеп яҡындан танышып, осрашып йөрөй башланыҡ. Бер мәл, ҡалаға эштәре буйынса киткәс, үҙемә урын табалмай саҡ көтөп алдым. Ҡайтҡас та, өйләнәм тип тә ҡуйғайным. Эй, “мәмәй” булғанмын инде, үҙенә әйтә алмай оялып йөрөй бирҙем. Ата-әсәләренә барып килгәс тә Гөлшатым үҙгәрҙе. Осрашып йөрөгән урыныбыҙ, тау битләүендә үҫкән ҡуш ҡайын янына саҡырып алды ла: “Мине һоратырға килгәндәр. Ата-әсәйемдең таныштары булғас, минән дә һорамай ризалыҡ биргәндәр. Икенсе аҙнала беҙгә никах уҡыйҙар, эштән китергә ғариза яҙҙым. Нимә эшләргә миңә?” - тип илап ебәрҙе. Был хәбәр башыма һуҡтымы ни... Бер ни өндәшә алмай, баҙап ҡалдым. Гөлшат өндәшмәгәнемде күргәс, күҙҙәрен тултырып ҡараны ла: “Һин мине яратмайһыңдыр ул. Нишләп өндәшмәйһең. Әйҙә, берәй яҡҡа икәүләп сығып китәйек. Эҙләһендәр, ҡайғырһындар, тик беҙҙе айырмаһындар”, - тип илаулай бирҙе.Эйе, ярата инем уны. Тик ҡасыу....Башҡа һыймаған хәл бит. Ата-әсәйем өлкәндәр, яңғыҙҙарын ҡалдырып китеп булмай. Кинәт кенә сығып китергә тәүәкәлләй алманым. Хәҙер уйлайым да ҡурҡаҡлыҡтың төп сифаттары бит был тип үҙемде әрләйем. Шул ваҡыт тура мәсеткә барып үҙебеҙ никах уҡытһаҡ, һөйгәнемде үҙемдең янда алып ҡалһам, бөтөнләй икенсе тарих булыр ине. “Һин үҙең уға кейәүгә сыҡмайым тип әйтә алмайһыңмы,”-тип кенә яуапланым. Тормошто кеше үҙе ҡатмарлаштыра, тиҙәр бит. Уларҙың да ғаиләһе ҡаты ҡанундар менән йәшәгәндер инде. Гөлшат бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә, ҡайтып китте. Ә мин...ата-әсәйемде яңғыҙ ҡалдырмайым, мин эштән китһәм бында тормош тамамлана тигәнмендер инде, аптыранып шул ағас төбөндә ултырып ҡалдым. Таңға тиклем уйланып, Гөлшатты урлап алып ҡайтырға, ата-әсәһенә яусы ебәрергә тигән ҡарарға килдем. Иртүк әсәйемә уйлағанымды һөйләп, Гөлшат янына йүгерҙем. Тик һуңланым...ғүмерлеккә һуңланым. Һөйгәнем таң менән әйберҙәрен йыйып ҡайтып киткән булып сыҡты. Дуҫым Илшатты ҡотортоп, уның ата-әсәләренә тура юлдан һыпырттыҡ. Барып етеп, танышып, нимәгә килгәнебеҙҙе һөйләп биргәс, Гөлшаттың атаһы бер аҙ шелтәләй төштө лә: “Был һүҙҙәрҙе Гөлшаттың үҙенән ишеткем килә, ҡайтҡанын көтәйек”,--тип ҡапҡа төбөндәге эскәмйәгә ултыртып ҡуйҙы. Тик Гөлшат ҡына ҡайтырға ашыҡманы, ауылға килгән бер нисә автобусты барып ҡаршыланыҡ. Һуңғыһы менән дә ҡайтмағас аптырауға ҡалдыҡ. Баштараҡ үсегеп таныштарында йәшенеп йөрөйҙөр тип, бар әхирәттәрен, таныштарын барлап сыҡтыҡ. Ҡыҙыҡай һыуға төшкәндәй юҡ булды.Гөлшат ун йыл үткәс кенә табылды... Бер райондың көтөүсеһе урман эсендә аҫылынып торған һөлдә табып полиция хеҙмәткәрҙәренә шылтыратҡан. Уны күн сумка ҡалдыҡтарынан һәм пенал тышына лезвие менән яҙылған исем, фамилияһынан ғына танынылар.Нимә булғаны, кемдәргә юлыҡҡаны беҙҙең барыбыҙ өсөн дә сер булып ҡалды. Йылдар үткәс, яралар уңала тигәндәй, йәшәгән кеше йәшәй инде. Ҡыҙҙарыма ҡарайым да, бер ваҡытта ла уларҙың тормошона ҡыҫылмаясаҡмын тип уйлап ҡуям. Эх, шул ваҡыттарҙы кире ҡайтарып булһа...Гөлшатымды шул уҡ көндө алыр ҙа ҡайтыр инем. Нишләп шул тиклем кеше һүҙенән ҡурҡып йәшәлде икән. Бер генә көн кеше ғүмерен өҙҙө... һәм минең баҙнатһыҙлығым. Был хәлдә мин генә ғәйепле. Күңелемде шомло бушлыҡ һаман да өйкәй. Исмаһам бер генә төн тыныс йоҡлап алырға ине, юҡ шул кителгән йөрәк һулҡылдауын дауам итә. Нимә эшләргә миңә, йәмәғәт?

Илле йәшкә етеп барған ир уҙаманымын. Өйләнгәнмен, ҡатыным менән ҡошсоҡтай ике ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Донъям теүәл, ә күңелем буп-буш. Ғүмерем буйы беренсе мөхәббәтемде ҡулымдан ысҡындырғанға, үкенестәр менән йәшәнем.
Гөлшатты беҙҙең ауылға уҡытыусы булып эшкә төшкәс тә оҡшатып, ситтән генә күҙәтеп йөрөнөм. Бер байрамдан һуң, өйөнә оҙатып ҡуйҙым. Үҙем ерҙе лә һиҙмәй, осоп йөрөнөм тигәндәй. Шулай итеп яҡындан танышып, осрашып йөрөй башланыҡ. Бер мәл, ҡалаға эштәре буйынса киткәс, үҙемә урын табалмай саҡ көтөп алдым. Ҡайтҡас та, өйләнәм тип тә ҡуйғайным. Эй, “мәмәй” булғанмын инде, үҙенә әйтә алмай оялып йөрөй бирҙем.
Ата-әсәләренә барып килгәс тә Гөлшатым үҙгәрҙе. Осрашып йөрөгән урыныбыҙ, тау битләүендә үҫкән ҡуш ҡайын янына саҡырып алды ла: “Мине һоратырға килгәндәр. Ата-әсәйемдең таныштары булғас, минән дә һорамай ризалыҡ биргәндәр. Икенсе аҙнала беҙгә никах уҡыйҙар, эштән китергә ғариза яҙҙым. Нимә эшләргә миңә?” - тип илап ебәрҙе.
Был хәбәр башыма һуҡтымы ни... Бер ни өндәшә алмай, баҙап ҡалдым. Гөлшат өндәшмәгәнемде күргәс, күҙҙәрен тултырып ҡараны ла: “Һин мине яратмайһыңдыр ул. Нишләп өндәшмәйһең. Әйҙә, берәй яҡҡа икәүләп сығып китәйек. Эҙләһендәр, ҡайғырһындар, тик беҙҙе айырмаһындар”, - тип илаулай бирҙе.
Эйе, ярата инем уны. Тик ҡасыу....Башҡа һыймаған хәл бит. Ата-әсәйем өлкәндәр, яңғыҙҙарын ҡалдырып китеп булмай. Кинәт кенә сығып китергә тәүәкәлләй алманым. Хәҙер уйлайым да ҡурҡаҡлыҡтың төп сифаттары бит был тип үҙемде әрләйем. Шул ваҡыт тура мәсеткә барып үҙебеҙ никах уҡытһаҡ, һөйгәнемде үҙемдең янда алып ҡалһам, бөтөнләй икенсе тарих булыр ине.
“Һин үҙең уға кейәүгә сыҡмайым тип әйтә алмайһыңмы,”-тип кенә яуапланым. Тормошто кеше үҙе ҡатмарлаштыра, тиҙәр бит. Уларҙың да ғаиләһе ҡаты ҡанундар менән йәшәгәндер инде. Гөлшат бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә, ҡайтып китте. Ә мин...ата-әсәйемде яңғыҙ ҡалдырмайым, мин эштән китһәм бында тормош тамамлана тигәнмендер инде, аптыранып шул ағас төбөндә ултырып ҡалдым.
Таңға тиклем уйланып, Гөлшатты урлап алып ҡайтырға, ата-әсәһенә яусы ебәрергә тигән ҡарарға килдем. Иртүк әсәйемә уйлағанымды һөйләп, Гөлшат янына йүгерҙем. Тик һуңланым...ғүмерлеккә һуңланым. Һөйгәнем таң менән әйберҙәрен йыйып ҡайтып киткән булып сыҡты. Дуҫым Илшатты ҡотортоп, уның ата-әсәләренә тура юлдан һыпырттыҡ. Барып етеп, танышып, нимәгә килгәнебеҙҙе һөйләп биргәс, Гөлшаттың атаһы бер аҙ шелтәләй төштө лә: “Был һүҙҙәрҙе Гөлшаттың үҙенән ишеткем килә, ҡайтҡанын көтәйек”,--тип ҡапҡа төбөндәге эскәмйәгә ултыртып ҡуйҙы. Тик Гөлшат ҡына ҡайтырға ашыҡманы, ауылға килгән бер нисә автобусты барып ҡаршыланыҡ. Һуңғыһы менән дә ҡайтмағас аптырауға ҡалдыҡ. Баштараҡ үсегеп таныштарында йәшенеп йөрөйҙөр тип, бар әхирәттәрен, таныштарын барлап сыҡтыҡ. Ҡыҙыҡай һыуға төшкәндәй юҡ булды.
Гөлшат ун йыл үткәс кенә табылды... Бер райондың көтөүсеһе урман эсендә аҫылынып торған һөлдә табып полиция хеҙмәткәрҙәренә шылтыратҡан. Уны күн сумка ҡалдыҡтарынан һәм пенал тышына лезвие менән яҙылған исем, фамилияһынан ғына танынылар.
Нимә булғаны, кемдәргә юлыҡҡаны беҙҙең барыбыҙ өсөн дә сер булып ҡалды. Йылдар үткәс, яралар уңала тигәндәй, йәшәгән кеше йәшәй инде. Ҡыҙҙарыма ҡарайым да, бер ваҡытта ла уларҙың тормошона ҡыҫылмаясаҡмын тип уйлап ҡуям. Эх, шул ваҡыттарҙы кире ҡайтарып булһа...Гөлшатымды шул уҡ көндө алыр ҙа ҡайтыр инем. Нишләп шул тиклем кеше һүҙенән ҡурҡып йәшәлде икән. Бер генә көн кеше ғүмерен өҙҙө... һәм минең баҙнатһыҙлығым. Был хәлдә мин генә ғәйепле. Күңелемде шомло бушлыҡ һаман да өйкәй. Исмаһам бер генә төн тыныс йоҡлап алырға ине, юҡ шул кителгән йөрәк һулҡылдауын дауам итә. Нимә эшләргә миңә, йәмәғәт?
Читайте нас: