Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
11 Февраль 2021, 20:00

Ҡәләм тирбәлтеүселәр осрашты

Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар селтәренең моделле тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһы ҡаланың яҙыусылар ойошмаһы менән берлектә ижадҡа битараф булмағандарҙы бер урынға йыйҙы.

Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар селтәренең моделле тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһы ҡаланың яҙыусылар ойошмаһы менән берлектә ижадҡа битараф булмағандарҙы бер урынға йыйҙы.
Ултырышта башлыса Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар селәтеренең тыуған яҡты өйрәнеү моделле китапханаһында эшләп килгән "Әҙәби тирмә" клубы һәм үҫмерҙәр моделле китапханаһының "Откровение" клубы ағзалары ҡатнашты. Сибай яҙыусылар берлеге рәйесе, драматург Әминә Яхина ойошманың эшен йәнләдереү һәм ҡәләм тирбәлтеүселәр сафын тулыландырыу мөһимлеген белдерҙе.
Ижадҡа битараф булмағандар ҡыҫҡаса яҙмалары менән таныштырҙы, фекерҙәре менән бүлеште. БДУ-ның Сибай институтының "Инеш" әҙәби түңәрәге етәксеһе, доцент Нәилә Ыласынова төбәгебеҙҙә шиғыр, хикәйә яҙыусыларҙың арта барыуы, уларҙы ваҡытында күреп үҫтерә белеү мөһимлеген бәйән итте.
Китапхана мөдирҙәре Рәйсә Ҡунаева һәм Нәзирә Ғәлина әҙәбиәт донъяһы менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы китапханаға йышыраҡ йөрөүҙәрен, үҙҙәре ойошторған мәҙәни сараларҙа, ижади конкурстарҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Ике китапханананың да әҙәби клубтарында әүҙем шөғөлләнеүселәргә айырып туҡталып киттеләр.
Сарала ҡатнашыусылар ҡул эштәрен тикшереү өсөн ултырыштар ойоштороға тәҡдим итте. Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнамай, ижад емештәреңде башҡаларға күрһәтеү, баһа алыу, матбуғат, нәшриәт биттәрендә баҫтырыу кешенең һәләттәрен тағы ла арттыра, илһам, көс-дәрт бирә.