Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
10 Февраль 2021, 22:40

БӘХЕТ

Сәриә иртән уянды ла балалар табыу йортонда ятҡанын иҫенә төшөрөп йылмайып ебәрҙе. Кисә бит уға ошо мәлдә операция эшләнеләр. Ҡырҡты үткәс тәү ҡат әсәй булды ул. Ниндәй бәхет! Теге бәхетһеҙ осраҡ булмаһа, әсәһен тыңламаһа, ул әле лә әсәй булыу бәхетен татый алмай тормош типкенендә йөрөр ине әле.

Сәриә иртән уянды ла балалар табыу йортонда ятҡанын иҫенә төшөрөп йылмайып ебәрҙе. Кисә бит уға ошо мәлдә операция эшләнеләр. Ҡырҡты үткәс тәү ҡат әсәй булды ул. Ниндәй бәхет! Теге бәхетһеҙ осраҡ булмаһа, әсәһен тыңламаһа, ул әле лә әсәй булыу бәхетен татый алмай тормош типкенендә йөрөр ине әле.
Сәриәнең уйҙарын бүлеп бүлмәгә табип килеп инде:
- Хәкимова, хәлең нисек?
- Яҡшы ғына.
- Хәҙер система ҡуйырҙар. Унан һуң ипләп кенә тороп атлап ҡарарһығыҙ. Аҙаҡ инде дөйөм палатаға сабыйың янына күсерәбеҙ. Ҡыҙығыҙ тыныс, һау-сәләмәт, төндө матур үткәргән. Бөгөндән уны үҙегеҙгә ҡарар кәрәк булыр.
- Ярай, рәхмәт, Гөлгөнә Иҙрисовна!
Шул саҡ палатаға шәфҡәт туташы килеп инде. Бер ҡулында гөлләмә, икенсе ҡулында ниндәйҙер төйөнсөк ине.
-Бына, Хәкимова, һеҙгә иптәшегеҙ ебәргән сәскәләр. Ә быныһында ҡоймаҡ, ахыры. Ҡәйнәгеҙ ҡойғандыр инде.
-Хәкимоваға әлегә ҡоймаҡ ярамай! Кисә генә операция үткәрҙе бит. Туғандарығыҙға шылтыратығыҙ. Тауыҡ һурпаһы, кисель – шулайыраҡ нәмәләр алып килһендәр, - тине лә табип бүлмәнән сығып китте.
-Уууу, ҡайһылай күп бында. Эмм, еҫе. Ҡайҙа итәбеҙ инде быны? – тип аптыраулы ҡараш ташланы шәфҡәт туташы.
-Үҙегеҙгә алығыҙ. Коллегаларығыҙ менән сәй эсерһегеҙ, - тине Сәриә.
-О, рәхмәт! Ярай, мин хәҙер ҡоймаҡтарҙы бүлмәгә генә алып барайым да система ҡуйырға килеп етермен. Әлегә ятып тороғоҙ, - тип шәфҡәт туташы сығып та китте.
Сәриә кисәнән тәғәм ризыҡ ҡапҡаны юҡ. Әммә ашағыһы килмәй ине. Сөнки уның күңеле туҡ! Ул, ниһайәт, әсәй! Бәхетенең етенсе ҡатында булған ҡатын иренән килгән сәскәләргә күҙ һалды... Ҡәҙерлеһенең был тәүге гөлләмәһе түгел бит. Шундай иғтибарлы, хәстәрлекле ул. Һәр саҡ Сәриәнең күңелен күрер өсөн сәбәп табып сәскәләр бүләк итеп кенә тора. Ә унан тәүге сәскәләрҙе дауаханала ятҡанда алғайны бит әле... Эйе, дауаханала ятҡанда.
Сәриә сибәр, күбәләктәй оса-ҡунып йөрөгән шаталаҡ ҡыҙ ине. Йондоҙҙай сағыу күҙҙәре, сикәһендә соҡорҙар барлыҡҡа килтереп йылмайыуҙары, шарҡылдап көлөүҙәре кемде генә әсир итмәне икән? Әммә ул Рөстәмдән башҡаға ҡараманы. Рөстәмдең буй-һыны ғына ни тора! Оҙон, тура кәүҙәле, киң яурынлы, килешле итеп атлауҙары...Ә гитараһын ҡулына алып йырлап ебәрһәме, бөтә ҡыҙҙар артынан йүгерә ине. Шул бер төркөм ҡыҙҙар араһынан егет нәҡ Сәриәне һайланы шул. Барыһын да көнләштерер матур пар булды улар. Мәктәпте тамамлағас, икеһе лә юғары белем алыу ниәте менән баш ҡалаға юлландылар. Рәстәмдең хыялы актер булыу, ә бәләкәстәрҙе ныҡ яратҡан Сәриә педагогия факультетына имтихан тотто. Икеһе лә уҡырға инде. Бында ла матур итеп дуҫлашыуҙарын дауам иттеләр. Тик ата-әсәһенән алыҫ киткән Рөстәм иреклек тойҙомо, әллә дуҫтары еңел-елпе булып, шулар арбаһына ултырҙымы- йыш байрам итә башланы. Сәриәнең өгөтләүҙәрен, инәлеүҙәрен, илауҙарын ишетмәне лә, ахыры. Шулай йөрөп, сессияһын бирмәй, уҡыу йортонан ҡыуылып ҡуйҙы. Күп тә үтмәй Рөстәмде әрмегә алдылар. Сәриә яратыуын, көтәсәген белдереп, анттар биреп оҙатты. Егет “ҡыҙыу нөктә”гә эләккәс борсолоуҙары, илауҙары артты. Хаттар әҙ генә оҙаҡлаһа, ҡыҙ үҙенә урын тапмаҫ булды. Хоҙайға ялбарыуҙары бушҡа булмағандыр: Рөстәме имен-һау ҡайтты. Тик уҡыуын дауам итергә теләмәне, үҙенең тыуған ҡалаһында эшсе һөнәрҙәргә курстар үтте лә эшкә урынлашты. Атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, балта эшенә лә оҫталығы бар ине. Шуға төҙөлөштә эшләне ул. Сәриә һағыныуына түҙә алмай, ситтән тороп уҡырға күсте, балалар баҡсаһында кесе тәрбиәсе булып хеҙмәт юлын башланы. Күп тә тормай гөрләтеп туй яһаны йәштәр. Аҡ күлдәктәр кейеп, туй вальсы көйөнә өйөрөлөп-сөйөрөлгән Сәриәнән дә бәхетле кеше юҡ ине донъяла! Тик баллы осор оҙаҡҡа һуҙылманы...Рөстәмдең эштән лаяҡыл иҫерек ҡайтыуҙары, туҙыныуҙары, юлына осраған бар нәмәне тибеп-онтауы йәш кәләште аптыратты, шаңҡытты. Әммә ул һөйгәнен үҙгәртеп ала аласағына ныҡ ышанды. Айыҡҡан саҡтарында ипле генә һөйләшеп тә, илап-өгөтләп муллаға алып барып өшкөртөп тә ҡараны. Ләкин файҙа булманы. Шулай ҙа Сәриә тешен ҡыҫып түҙҙе. Әсәһенең: “Ҡыҙым, һин бит йәш, тиңеңде табырһың. Әлегә балағыҙ юҡ, һуң булмаҫ элек айырыл”, - тип инәлеүҙәрен дә ишетергә теләмәне. Ата-әсәһенең үтә ҡыҫылып, айырылырға өндәй башлағандарын ишеткәс, ғаиләһендәге хәлде бөтөнләй уларға һөйләмәҫ булды Сәриә. Уларға барыуын да һирәгәйтте. Ниңәлер Рөстәме үҙгәрер, аҡылға ултырыр һымаҡ ине. “Ул бит ҡыҙыу нөктәлә – һуғышта булған кеше. Ауырҙыр. Мәшхәрҙәр иҫенә төшһә, эсәлер. Шулай үҙен тынысландыралыр. Мин аңламаһам, кем аңлар уны? Юҡ, айырылаһым юҡ! Беҙ бит бер-беребеҙҙе яратабыҙ”, - тип үҙен йыуатты Сәриә. Ҡайһы саҡ янына ултырып һыраһын да һемерҙе, дуҫтарын йыйып эсеүенә лә ҡаршы килмәне. Сөнки айыҡһа, ул бит һин дә мин аҡыллы ир. Ана, усаҡлыҡ һалып сыҡтылар, ҡулдан булһа ла машина алдылар, әле өй күтәрәләр. Алла бирһә, уныһын да төҙөп бөтөр Рөстәме, балалары ла булыр... Сәриә шундай өмөт-хыялдар тулҡынында йөҙөп 35-ен тултырыуын да һиҙмәй ҡалған. 14 йыл буйына буш хыялдар менән йәшәгән түгелме? Уйланды, бошондо, көйҙө, төн йоҡоларын йоҡламай иланы...Ә Рөстәм йылдан-йыл аҫҡа тәгәрәне. Ә Сәриәнең юбилейын билдәләп, ҡунаҡтар ҡайтып киткәс, ғүмере ҡылмағанын ҡыланып кәләшен бысаҡ тотоп баҫтырҙы.
--Һин, эшкинмәгән, миңә малай ҙа табып бирә алманың, - тип иренең ҡысҡыра-үкерә яҡынлауын күреп Сәриә сыҡты ла йүгерҙе. Ҡайҙа барырға белмәгән ҡатын тоноҡ ҡына ут нуры күренгән күршеләренә ыңғайланы. Йүгереп барып ҡабаланып-үрһәләнеп ишек шаҡыған арала Рөстәме ҡыуып етеп эләктереп тә алды. Шул ыңғайы иҫерек ир тупһала ҡолап китеп, ҡайҙа барырға белмәгән ҡатынының балтырына бысағын да ҡаҙаны. Ошо мәлдә күршеләре килеп сыҡмаһа, хәлдең нимә менән бөтөрө билдәһеҙ ине. Сәриә дауаханала оҙаҡ ҡына ятып дауаланды, аяҡҡа баҫты. Унан сығыр көндө уның палатаһына гөлләмә килтергәйнеләр. Ҡатын Рөстәмдәндер инде, ғәфү үтенеп ебәреүелер тип уйлағайны ла хаталанды. Был сәскәләр Мораттан булып сыҡты. Ул Сәриәнең класташы, бәләкәй сағында күрше подъездағы фатирҙа торҙо, бергә уйнап үҫкәйнеләр. Әммә ҡыҙ уға һис иғтибар бирмәне. Аҙ һүҙле Мораттың утыҙҙы үткәнсе өйләнмәй йөрөүен белә , әммә ни менән мәшғүл булыуы менән һис ҡыҙыҡһынманы ла. Баҡтиһәң, ул “Тиҙ ярҙам” машинаһында водитель булып эшләй икән. Сәриәне лә теге мәхшәрле төндә нәҡ ул йөрөткән машинала дауаханаға килтергәндәр. Унан һуң Морат ҡатындың әсәһен дә дауахана янында осратҡан, оҙаҡ ҡына һөйләшеп торғандар... Был хаҡта Сәриә, әлбиттә, аҙаҡ белде. Дауаханан сыҡҡас та йәш ҡатынды әсәһе үҙҙәренә тура алып ҡайтҡайны, ай-вайына ҡуймай Рөстәменән саҡ айырып алды...
Сәриәнең уйҙарын бүлеп шәфҡәт туташы килеп инде.
-Түҙмәнем әй, теге ҡоймаҡтың берәүһен ашап ҡараным, уй тәмле...Эй, һиңә ҡоймаҡ һөйләп тик йөрөйөмсе, асыҡҡанһыңдыр инде, ярай, түҙеп тор, хәҙер система ғына ҡуям да торорға ярҙам итермен. Тәүҙә башың әйләнер, атлыуы ла ҡыйыныраҡ булыр, әммә өйрәнерһең. Өйрәнмәй нишләйһең инде, балаңды бит ҡарарға кәрәк. Бер аҙналай бында булһаң, унан сығаралар. Өйҙә ауыр күтәрергә ярамай, эс яраларың уңалһын. Һеҙ бәхетле, һуңлап булһа ла бәпәй табырға йөръәт иткәнһегеҙ. Маладис, - тип аҡ халатлы үҙ хәбәрен теҙҙе лә теҙҙе.
-Бәхетлемен шул, -тип яуапланы Сәриә, үҙе эстән генә: “Бәхетһеҙлек килтергән бәхетем. Әгәр Моратты ҡабаттан осратмаһам, әсәйемде тыңламай кире Рөстәм менән йәшәһәм, әле булһа ошо бәхетте кисермәй йәшәгән булыр инем”, - тип уйлап йылмайып ҡуйҙы.