Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
14 Ғинуар 2021, 22:40

ҒИНУАРҘА

Шыршы ҡупшы кейенмәгән,Аунап урамда ята.Йылтыр йәшле керпектәреТуңып, буранда ята.Тирәләп тә әйләнмәйҙәр,Йырламайҙар бергәләп.Бала-саға шыршыҡайҙыТибеп йөрөй бәргеләп.Шыршы ҡупшы кейенмәгән,Аунап урамда ята,Һалҡын, йәшле энәләренТоҫҡап йөрәккә ата.Фәнис Сирбаев

Шыршы ҡупшы кейенмәгән,
Аунап урамда ята.
Йылтыр йәшле керпектәре
Туңып, буранда ята.

Тирәләп тә әйләнмәйҙәр,
Йырламайҙар бергәләп.
Бала-саға шыршыҡайҙы
Тибеп йөрөй бәргеләп.

Шыршы ҡупшы кейенмәгән,
Аунап урамда ята,
Һалҡын, йәшле энәләрен
Тоҫҡап йөрәккә ата.

Фәнис Сирбаев