Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
7 Ғинуар 2021, 20:00

Ҡанатымды ҡайырған биҙәктәр...

Апайым бер аҙ тыныслана төшкәс, тағы ла үрелеп ҡараны.”Унда ҡулһыҙ бармаҡтар урамға саҡыра”,-тип илай башланы.

Ҡыш бабайҙың тәҙрә быялаһына төшөргән һүрәттәрен күҙәтергә яратаһығыҙмы? Был серле рәсемдә ниндәй генә биҙәктәр юҡ: ҡар бөртөктәре лә, ҡаҙ ҡаурыйҙары ла, шыршы ботаҡтарына оҡшағандары ла. Ә бына минең, ошо биҙәктәрҙе күрһәм, ҡотом оса.
Кистәрен апайым менән икәүләп өйҙөң тәҙрәләрен ҡаплаған матур биҙәктәрҙе күҙәтеп, уларҙы альбом биттәренә төшөрә торғайныҡ. Бер тәҙрәнән икенсеһенә күсеп, быныһы нимәгә оҡшаған, ә быныһы...тип гәпләшә-гәпләшә шаулашып та китәбеҙ. Бер көн шулай бүлмәбеҙҙең тәҙрәһендәге ҙур ҡаҙ ҡаурыйына иҫебеҙ китеп ҡарап ултырҙыҡ. Ундай ҙур биҙәкте бөтөнләй күргәнебеҙ юҡ ине. Туңған тәҙрәнең өҫкө өлөшөнән генә ай яҡтыһына ап-асыҡ булып урам күренеп тора. Апайым ултырғысҡа баҫып ҡәләм менән биҙәктең осона тиклем үрелде лә: “Берәү бармаҡ менән мине саҡыра”, - тип ҡурҡышынан ҡысҡырып ебәрҙе. Берәйһе шаярталыр,тип мин үрелеп тышҡа ҡарайым, берәү ҙә юҡ. Өй буйына һалынған ҡарҙа эҙҙәр ҙә күренмәй. Апайым бер аҙ тыныслана төшкәс, тағы ла үрелеп ҡараны.”Унда ҡулһыҙ бармаҡтар урамға саҡыра ”,-тип илай башланы.
Ул көндө өйҙәгеләр аптырап бөттө. Беҙ күргән биҙәк бөтөнләй икенсе төрлөгә әйләнгән. Ҙур ҡаҙ ҡаурыйының эҙе лә юҡ. Апайым төнө буйы илап сыҡты. Ике өләсәйебеҙ ҙә бер-бер артлы өшкөрөп, сүрәләр уҡып ҡараны. Ваҡыт үтеү менән был хәл онотолдо. Әсәйем башҡаса кис еткәс тәҙрә янына яҡынлатманы. Ҡорғандарҙы гел ҡаплап ҡуйҙы. Апайым миңә ипләп кенә: “Мине барыбер кемдер саҡыра, кемдер ҡайҙалыр әйҙәй”,-тип әйтә торғайны. Шулай итеп ул беренсе класты тамамланы. Шул тиклем шуҡ, шаян, бәләкәй генә булһа ла, өйҙә әсәйҙең ҙур ярҙамсыһы ине.
“Баланың ғүмере тыуғанда уҡ маңлайына яҙыла икән”, тигәнде ишеткәнем бар. Шул йәйҙә апайым, тыуған көнөнә бер аҙна ғына ҡалғас, йылғала батып үлеп ҡуйҙы. Ул көндө лә: “Мине саҡыралар”,-тип әйткәйне...
Апайым үлгәс, бер ҡанатым һынғандай булып ҡалды. Һаман да һағындыра, йөрәк әрней. Йылдар уҙғас, уның был ҡылығы тураһында һөйләшеп ултырғаныбыҙ булды. Өләсәйемдең уфтанып: “Артынан ғазраил эйәреп йөрөгән инде”,-тип әйткәне хәтерҙә ҡалған. Шул ваҡыттан бирле тәҙрәлә ошо биҙәктәрҙе күрһәм йөрәгем һулҡылдап ҡуя. Бер яҡтан апайымды һағынып иҫемә төшөрһәм, икенсе яҡтан ҡанатымды ҡайырған биҙәк һәм үҙенә саҡырған ҡулһыҙ бармаҡтар ҡурҡыта.