Әҙәби мѳхит
31 Декабря 2020, 21:00

ЭҘҘӘРЕҢӘ ГЕНӘ БАҪЫП БАРАМ...

Сәнғәт колледжының йомғаҡлау концертына саҡырҙылар. Шунда эшләгән уҡытыусылар, студенттар көсө менән әҙерләнгән мәҙәни сара матур, күркәм ойошторолғайны. Концертҡа йәм, үҙенсәлек өҫтәп фойеға ҡала рәссамдарының, урындағы фотографтарҙың мауыҡтырғыс картина, фотокүргәҙмәһе лә ҡуйылған. Ике йөҙ тамашасы һыйҙырышлы зал шығырым тулы, беҙҙең, почетлы ҡунаҡтарҙың урыны икенсе рәттә. Кисәне алып барыусы егет сираттағы сығыш яһаусыны иғлан итте: «Людвиг ван Бетховен, «Айлы соната», колледж уҡытыусыһы Миңһылыу Таһирова башҡара». Сәхнәгә сыҡҡан мөләйем йөҙлө йәш ҡатын оялсан йылмайып итәғәтле баш эйҙе лә фортепьяно артына йүнәлде, урынлашҡас аҡҡош ҡанатылай наҙлы елпегән ҡулдарын инструмент телдәренә һалды. Үҙенең аһәңенә сорнап йәнде тетрәткән, суйыр таштарға бәрелеп селтерәй-селтерәй тау түбәненә ташланған йүгерек шишмәнең көмөш сыңылай ағылған көй яйлап ҡына тотош залды солғап алды ла тыңлаусыларҙы арбап, артынан эйәртеп мөғжизәле әкиәт донъяһына алып китте, үтә күренмәле ай нурҙары хакимлыҡ иткән йондоҙло асманға ашырҙы. Һаңрау немец композиторы ижад иткән сонатаны Европала киң билдәле орган залында, башҡа урындарҙа бихисап тапҡырҙар тыңлағаным булды, иллә был музыкаль әҫәрҙең сер асылына, уның илаһилығына һаман да булһа төшөнөп етмәйем, бары булмышым менән ҡабул итеп, сүллектә осраҡлы юлыҡҡан ҡоҙоҡтан сарсауын ҡандырған мосафирҙай моңдо һемереп эсәм генә, эсәм һәм шунан оло ләззәт алам, кинәнеү, ҡәнәғәтләнеү тойғоһон кисерәм. Бөгөнгө кисерештәрем башҡасараҡ, әле бынау башҡарыусы сәхнәгә сыҡҡандан алып күңел төпкөлөн яуапһыҙ һорау ҡымырйыта: «Ҡайҙа күрҙем мин уны, һәм ҡасан?..

Хикәйә

Башы. Дауамы киләһе һанда.

I

Сәнғәт колледжының йомғаҡлау концертына саҡырҙылар. Шунда эшләгән уҡытыусылар, студенттар көсө менән әҙерләнгән мәҙәни сара матур, күркәм ойошторолғайны. Концертҡа йәм, үҙенсәлек өҫтәп фойеға ҡала рәссамдарының, урындағы фотографтарҙың мауыҡтырғыс картина, фотокүргәҙмәһе лә ҡуйылған. Ике йөҙ тамашасы һыйҙырышлы зал шығырым тулы, беҙҙең, почетлы ҡунаҡтарҙың урыны икенсе рәттә. Кисәне алып барыусы егет сираттағы сығыш яһаусыны иғлан итте: «Людвиг ван Бетховен, «Айлы соната», колледж уҡытыусыһы Миңһылыу Таһирова башҡара». Сәхнәгә сыҡҡан мөләйем йөҙлө йәш ҡатын оялсан йылмайып итәғәтле баш эйҙе лә фортепьяно артына йүнәлде, урынлашҡас аҡҡош ҡанатылай наҙлы елпегән ҡулдарын инструмент телдәренә һалды. Үҙенең аһәңенә сорнап йәнде тетрәткән, суйыр таштарға бәрелеп селтерәй-селтерәй тау түбәненә ташланған йүгерек шишмәнең көмөш сыңылай ағылған көй яйлап ҡына тотош залды солғап алды ла тыңлаусыларҙы арбап, артынан эйәртеп мөғжизәле әкиәт донъяһына алып китте, үтә күренмәле ай нурҙары хакимлыҡ иткән йондоҙло асманға ашырҙы. Һаңрау немец композиторы ижад иткән сонатаны Европала киң билдәле орган залында, башҡа урындарҙа бихисап тапҡырҙар тыңлағаным булды, иллә был музыкаль әҫәрҙең сер асылына, уның илаһилығына һаман да булһа төшөнөп етмәйем, бары булмышым менән ҡабул итеп, сүллектә осраҡлы юлыҡҡан ҡоҙоҡтан сарсауын ҡандырған мосафирҙай моңдо һемереп эсәм генә, эсәм һәм шунан оло ләззәт алам, кинәнеү, ҡәнәғәтләнеү тойғоһон кисерәм. Бөгөнгө кисерештәрем башҡасараҡ, әле бынау башҡарыусы сәхнәгә сыҡҡандан алып күңел төпкөлөн яуапһыҙ һорау ҡымырйыта: «Ҡайҙа күрҙем мин уны, һәм ҡасан?.. Уң яҡ бит алмаһын соҡорландырып оялсан йылмайыуы, муйынын ғорур ханбикәләй текә тотоуы таныш… Улай тиһәң, донъя киң, түңәрәк, кем менән генә осрашмайһың да, кемдәр менән генә барыр юлдарың киҫешмәй… Юҡ, уны ҡайҙалыр күрҙем бит, хатта яҡындан ғына текәлеп торғандаймын да…» Уңғансы соната тамамланды, ҡатын дәррәү алҡышлаусыларға рәхмәт йөҙөнән кеселекле баш эйҙе. Уға янып торған раузалар гөлләмәһен бүләк иттеләр, мин дә ҡулым буш булыуға ҡарамаҫтан урынымдан ҡалҡа биреп алға ынтылып ҡуйҙым. Шул мәл ҡатындың муйынының урта өлөшөндәге бәләкәй генә ҡара төрткө миңенә иғтибар иттем. «Миңһылыу… Уның ошо тән тамғаһы таныш та баһа, тик хәтер тигәнең, йылдар үтеү менән ҡом араһындағы ҡырсынды тотмаған иҫке иләккә әүерелә бара…»

Тәнәфес мәлендә фойелағы халыҡты йырып эргәмә Миңһылыу Таһирова үҙе килде, баяғылай эйелә биреп тыйнаҡ иҫәнләште:

—Һаумыһығыҙ? Һеҙгә Айҙар ағай, тип мөрәжәғәт итергә мөмкинме?

—Мин дә үҙ сиратымда ябай итеп, яратып өндәшәйем, һаумы, һылыуым! Бигерәк оҫта уйнаның, еренә еткереп башҡарҙың, ә бит сонатаның эстәлеге үтә лә ҡатмарлы, уның нескәлектәрен, иң әүәл һиҙгер күңел аша үткәрә һәм тыңлаусыға еткерә белергә кәрәк, шул саҡта ғына ул бына ошолай арбатҡыс ҡабул ителә.

—Рәхмәт. Һеҙ тәжрибәле музыка белгесе һымаҡ фекер йөрөтәһегеҙ.

—«Таштуғай» бөтә нота бейеклектәрен, моң бөгөлдәрен үҙенә һыйҙырған йыр икәнлеген беләм. Уны бит иң тәүҙә фортепьянола түгел, ҡурайҙа башҡарғандар, шулай булғас беҙҙең милли инструмент башҡа музыка ҡоралдарынан һис тә ҡалышмай. Йырҙарыбыҙ-көйҙәребеҙ хаҡында ла шуны әйтер инем…—Күптәнге таныштарҙай һөйләшеп ситкәрәк йүнәлдек, ҡабаланмай атлап күргәҙмә рәтенән үттек. Баяғы һораулы уйҙан арына алмағанға үҙемде тарҡауыраҡ тотам, һиҙҙермәҫкә тырышып Миңһылыу яғына һирпелеп-һирпелеп алам.

—Һеҙ мине танырға итәһегеҙ шикелле?

—Бер аҙ сырамытам да һымаҡ…

— Һеҙҙе ҡала урамдарында йыш осратам, тик эргәгеҙгә килергә, һүҙ ҡушырға ҡыймайым. Атайым менән әсәйем дә сәләм әйтеп ҡалалар. Беҙ бит ауылдаштар…

—Бына нисек! Хәҙер йәштәрҙе ата-әсәләренә оҡшатып ҡына таныйым. Ә бына һеҙҙе…

—Юлды япҡан күҙ асҡыһыҙ аҡман-тоҡманды хәтерләгеҙ әле?

— Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан… Хөрмәт менән Айжан…

—Бына танынығыҙ! Яҡты донъяға ҡабул иткән ҡыҙ балағыҙ мин булам!

—Бәпесем!—Эргәмдәгеләрҙе аптыратып ыҡсым кәүҙәне үҙемә тартып арҡанан тупылдатып һөйҙөм.

—Бәпесегеҙ шул!—Миңһылыу селтерәтеп көлөп ебәрҙе.

Уңғансы концерттың икенсе өлөшөнә саҡырып ҡыңғырау шылтыраны.

II

Мин Сибай медицина училищеһының фельдшерҙар бүлеген тамамлап ҡайтҡан яҙ ауылыбыҙ Үргенгә күрше райондан килен төштө. Күрмәҫ элек үк йәш килендең үтә лә күрмәлекле булыуын еткерҙеләр, ә осратҡас ысынлап та уның ылыҡтырғыс икәнлегенә инандым, беҙҙә ундайҙар хаҡында һөйкөмлө һөйәк тиҙәр. Ауылыбыҙҙағы ҡатын-ҡыҙҙар иһә сибәрлек йәһәтенән урта һылыу самаһындалар, йәғни араларында һыбайлы атынан төшөп, йәйәүле ятып ҡарарлыҡтар юҡ иҫәбендә. «Һылыу»ҙан һалдырыуым шунан ғибәрәт, ҡатын-ҡыҙҙы йәмһеҙ, тип йәберләргә, ҡыйырһытырға һис тә ярамай. Бына, мәҫәлән, беҙҙә үрге һәм түбәнге оста ике Һылыубикә йәшәй, улар хаҡында бары: «Һылыулыҡ туйҙа килешә», «Һылыулыҡты баҙарға сығарып булмай», мәҡәлдәрен иҫкә төшөрөп, халыҡ аҡылына таянып, йөҙ, буй-һын етешһеҙлектәренә күҙ йоморға ғына ҡала. Ике тарафта ике «һылыу» йәшәгәс урта тоштағылар хаҡында әйтеп тораһы ла түгел! Уның ҡарауы һылыубикәләребеҙ талымһыҙ йөк аты ише ҡара эшкә әрһеҙҙәр: кәбән ҡойорға, утын киҫергә, тау аҫтындағы ҡоҙоҡтан дәү биҙрәләрҙе ыһ та итмәй күтәреп һыу ташырға әүәҫтәр. Билдәле, урта сибәрҙәргә осло күҙле ир-ат иғтибар итә һалып бармай, һәм дә ошо тәңгәлдә шул яғы отошло, күҙгә бәрелеп бармағандар менән донъя көтөүе еңел дә, рәхәт тә. Шулай булмай тағы, беренсенән—ҡатыныңды ят ирҙәрҙән көнләшеп йонсомайһың, икенсенән, хәләлең көҙгө алдында биҙәнеп-төҙәнеп ваҡыт әрәм итмәй. Һомғол буйлы йәш килен эргәмдән муйынын тура тотоп, текә баҫып үтте, минең яҡҡа ҡараш һирпеүҙе лә кәрәк һанаманы. Уның тумалаҡ, ҡарағусҡыл бит алмаларына, матур танауына, бүлтәйеңкерәп остайған уймаҡ ирендәренә, ҡыйғас ҡаштары аҫтынан ҡараған һорғолт күҙҙәренә, икенән үреп иңенә төшөргән ҡалын ҡара сәстәренә, тәнен кипсәлдергән күлдәге аша ымһындырғыс булып ҡалҡҡан йоморосай түштәренә, ҡойоп ҡуйғандай төҙ аяҡлы тулы балтырҙарына иғтибар иттем. Бейегәндәгеләй итеп йыбырлата баҫа был. Беренсе уйым шул булды: «Күрше районға ҡаҙаҡ далаһы яҡын, был килен башҡорт иҫәпләнһә лә исеме менән генә түгел есеме менән дә шул яҡтандыр. Хаҡ һүҙ һөйләгән егеттәр, бының бит-йөҙө, буй-һыны әйтеп үткәнемсә ылыҡтырғыс камил булһа ла артыҡлап һушты алырлыҡ ерҙәрен күрмәйем, ысынлап та урта самаһында, беҙҙең ауылға тап таман…» Шулай тиһәм дә ҡайһылыр яғы менән башҡаларға шыпа ла оҡшамағайны килен, бына ул һин дә мин атлап бара һымаҡ, әммә шул уҡ ваҡытта ауыл урамына хәүеф-хәтәрҙән өркөргә әҙер болан аҙашып килеп ингәндәй! Ят та, шул уҡ ваҡытта танһыҡ та күренеш. Тик шуныһы ғына күңелемә ятып бөтмәне: Айжан ире менән сағыштырғанда «силәгенә күрә ҡапҡасы» затҡа тартмаған. Ире Fәбит минән өс-дүрт йәшкә олораҡ, уҡыуҙа оңҡотлоғона барып, һәр класта ике-өс йыл ултырып ташлағанлыҡтан, мәктәпте һуң ғына тамамланы. Хәҙер совхоз бүлексәһенең төп «эшсе көсө» иҫәпләнеп ҡайҙа ҡушалар шунда мөштөрҙәй, сит яҡтарға сығып ялланып эшләп тә ҡайтҡылай. Сираттағы ике ай тирәһе юғалып тороуында ошо ҡатынды эйәртеп ҡайтып төштө. Ҡайны-ҡәйнә яғының нәҫел-нәсәбе нисегерәктер, кем белһен, мәгәр Fәбит кәләш әйттереп, кейәүләү йолаһын атҡарманы, ә ата-әсәһе туйлап, йортҡа килен төшөрөп, уны яҫтыҡҡа баҫтырып, ауыҙына бал-май ҡаптырып ҡаршы алып мәшәҡәтләнмәне, бында килгәс, йома көндө Насибулла мулланы абыстайы менән саҡырып бата ғына уҡытҡандар шикелле. Аңламаҫһың был ҡатын-ҡыҙҙың сәйерлеген, Айжан ҡорҙай ғына кәүҙәле, таҙ табыты сыбарлаған сөрәкә башлы Fәбиттә ниндәй ир ғәйрәте, яҡынлыҡ тапҡандыр! Ни генә тиһәң дә йәш ғаилә Хөрмәттәргә урам аша ҡаршы торған аласыҡҡа тартым буш өйҙө һипләп йүнәтештерҙеләр ҙә шунда күсенеп һин дә мин йәшәп алды ла киттеләр. Айжан да беҙҙең урта самаларҙан бер яғы менән дә айырылманы, үҙен башҡаларҙан өҫтөн күрһәтмәне, хәйер…

Үрген халҡы Октябрь байрамына ҙур концерт әҙерләне. Ауылдаштарыма был йәһәттән һүҙ тейҙерерлек түгел, улар йыр-моңдоң ҡәҙерен, баһаһын, йор һүҙҙең тәмен белеп, сәхнәгә баҫып йыр һуҙырға шиғыр һөйләргә хирес. Һәммәһен ғәжәпләндергәне шул булды: тамаша ҡыҙған ғына мәлдә сәхнәгә гармунын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырған Хөрмәт менән Айжан сығып баҫты. Армия хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас уҡ өйләнгән Хөрмәт ике йылда ике бала атаһы булып та китте. Әле клуб мөдире, бөтә ойоштороу мәшәҡәттәре уның өҫтөндә, ҡартын да, йәшен дә сәхнәгә йәлеп итә, ана бит йәш килендең һәләтен күреп тә өлгөргән. Хөрмәт мыҡты кәүҙәле күрмәлекле кеше, ҡатын-ҡыҙға ҡарата мөғәмәләһе ипле. Тирә-яҡта беренсе гармунсы булғас, уға ҡатын-ҡыҙ былай ҙа һылаша һалып бара. Ә миңә килгәндә йә йыр-моңға барымым юҡ, йә аяҡтарымды алмашлап баҫып тыпырҙата белмәйем, шуға кәрәккәндә трибуна артына баҫтырып сығыш ҡына яһаталар. Ыратып эш ҡырмаһалар ҙа килешле итеп һүҙ һөйләй белеүселәрҙең урыны түрҙә хәҙер, шуға иң алғы ултырғыстарҙың береһен биләгәнмен. Ҡапыл асылмаҫ йомаҡҡа яуап тапҡандай иттем: «Китсе, был икәү бер-береһенә пар килгәндәр ҙә баһа!» Уйымды раҫлағандай клуб эсе еңелсә геүләп алды, эргәмдәге бисә-сәсә, ҡыҙ-ҡырҡын шыш-быш итешеп бер-береһенә ҡолаҡтарын ҡуйышты. Гармунсы тон юғарылығын эҙләп хромка телдәренән бармаҡтарын етеҙ йүгертеп алды ла күректе киң тартып һыҙҙырып ебәрҙе.

Эҙҙәреңә генә баҫып барам,

Эҙҙәреңдән яна табаным…

Ҡылған тирбәлгән сал даланы гиҙгән йылымыс елдәй талғын ағылған моң яйлап үҫә барып думбыра ҡылындай тығыҙ тартылған күңелдәрҙе сиртеп тирбәтте, йәндәрҙе арбаны, наҙланы, сихырланы. Айжандың йырын Хөрмәттең күкрәгенән урғылып сыҡҡан көр тауышы күтәрҙе:

Эҙҙәреңдән таба алмағанды,

Күҙҙәреңдән эҙләп табырмын.

Ҡайһы саҡ моң күңелгә ятһа ла тауыштар тап килмәй, быларҙыҡы киреһенсә уны ҡанатлы, еңел, күтәренке итә, көйгә эйәреп ҡоласыңды йәйеп вальсҡа төш тә кит инде. Ул кистә күп йырланылар, күп бейенеләр, мәгәр күҙ алдымдан кис буйы Хөрмәт менән Айжан китмәне, тамашаның йәме, матурлығы ине улар!

Тиҙҙән ауыл буйлап хәбәр таралды: йәнәһе лә күрше районда концерт менән йөрөгәндәрендә Айжан Хөрмәтте күреп ғашиҡ була һәм бергә ҡалыуҙың башҡаса юлын тапмағас, Fәбиткә кейәүгә сығып бында килә. Йәш килен яҡын еңгәһенә «Хөрмәттең көн дә үткән эҙҙәренә баҫып йөрөһәм шул да еткән», тип серен дә асҡан имеш. Әллә әйткән, әллә юҡ, уныһын кем генә асыҡлап торһон, иллә ауыл ерендә хәбәр тиҙ тарала, йәшереп-боҫорормон тимә!

Медпунктта беҙ ике хеҙмәткәр эшләйбеҙ: мин—фельдшер, пункттың етәксеһе һәм акушерка Ямал. Айжан бесән осоронда килеп иҫәпкә тороп сыҡты. Бик теләмәһәм дә, гонаһ шомлоғона ҡаршы уйлап ҡуйҙым: «Тыуасаҡ баланың атаһы кем? Был икәү хаҡында ауылда имеш-мимештәр баҫылмай, киреһенсә ҡуйыра ғына бара …» «Айжан менән Хөрмәт халыҡ араһында булғандарында бер-береһенән ҡасмайҙар ҙа, яҡынлай һалып та бармайҙар, һин дә мин йөрөй бирәләр. Һуңғы көндәрҙә Хөрмәттең йөҙөнә нур ҡунғандай, хәрәкәттәре лә ышаныслы, тимәк…
Дауамы киләһе һандарҙа.
Читайте нас