Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
19 Декабрь 2020, 12:15

КӨТӨЛМӘГӘН ХӘЛ...

Кисә магазинға индем. Бик һаҡ ҡына йөрөргә тырышам: ҡулда—бирсәтке, биттә—битлек. Үҙемә кәрәк аҙыҡ-түлекте һайлап алдым. Түләр өсөн 1000 һумымды әҙерләй башлағайным, аҡса иҙәнгә төшөп китте.Сиратта минең алда торған кеше үҙ әйберҙәренә түләп бөтөп тора ине, ул эйелде лә минең аҡсаны алды. Хәстәрлекле, изгелекле кешеләр бар ерҙә, тип уйлап торам. Аҡсамды ҡайтаралыр тип йылмайып ҡулымды һондом, рәхмәт әйтергә әҙерләндем. Әммә ул көтмәгән хәбәр әйтеп һалды: “Ерҙәген кем ала—ул шуға”. Шулай тине лә бер ни ҙә булмағандай китеп барҙы.Мин кассирға ҡараным, тирә-яҡҡа күҙ һалдым: артымда ҡатын, унан һуң да кешеләр тора. Улар әлеге хәлдең шаһиттары. Барыһы ла ғәжәпләнгән, бер-береһенә мөңгөрләп ниҙер әйтәләр. Мин һаҡсыларҙы саҡыра ала инем, әммә көтөлмәгән хәлдән үҙем сығырға ҡарар иттем.

Кисә магазинға индем. Бик һаҡ ҡына йөрөргә тырышам: ҡулда—бирсәтке, биттә—битлек. Үҙемә кәрәк аҙыҡ-түлекте һайлап алдым. Түләр өсөн 1000 һумымды әҙерләй башлағайным, аҡса иҙәнгә төшөп китте.
Сиратта минең алда торған кеше үҙ әйберҙәренә түләп бөтөп тора ине, ул эйелде лә минең аҡсаны алды. Хәстәрлекле, изгелекле кешеләр бар ерҙә, тип уйлап торам. Аҡсамды ҡайтаралыр тип йылмайып ҡулымды һондом, рәхмәт әйтергә әҙерләндем. Әммә ул көтмәгән хәбәр әйтеп һалды: “Ерҙәген кем ала—ул шуға”. Шулай тине лә бер ни ҙә булмағандай китеп барҙы.
Мин кассирға ҡараным, тирә-яҡҡа күҙ һалдым: артымда ҡатын, унан һуң да кешеләр тора. Улар әлеге хәлдең шаһиттары. Барыһы ла ғәжәпләнгән, бер-береһенә мөңгөрләп ниҙер әйтәләр. Мин һаҡсыларҙы саҡыра ала инем, әммә көтөлмәгән хәлдән үҙем сығырға ҡарар иттем. Һатып алырға йыйынған әйберҙәремде ҡалдырҙым да әлеге кеше артынан йүгерҙем, аҡсамды кире ҡайтырарырға уйлай инем.
Магазин клиенттары араһында мыҡты кәүҙәле икәү бар ине. Ошо миңә ышаныс өҫтәй. Әлеге кешене ҡыуып етеп, аҡсамды ҡайтырыуын һораным. Әммә ул миңә нәфрәт менән ҡараны ла күрмәмеш булды. Кеҫәһенән машина асҡысын алыр өсөн ике ҙур сумкаһын яйлап ҡына ергә ҡуйҙы.
Хәҙер йәки бер ҡасан да түгел! Тап шулай уйланым мин. Ергә ҡуйылған ике сумканы ҡулыма эләктерҙем дә: “Ерҙәген кем ала—ул шуныҡы”,--тип уның һүҙҙәрен ҡабатланым. Ныҡ ҡына ҡурҡһам да көлә-көлә йүгереп киттем, шул уҡ ваҡытта үҙем менән ғорурлана инем. Мине күҙәтеп тороусылар ҡул сапты, алҡышланы... Ә ул артымдан баҫтырырға, ҡыуып етергә лә уйламаны. Оялдымы, үҙе лә уңайһыҙ хәлгә ҡалғас ғәрләндеме?.. Асыулы килеш ҡуҙғалып китте...
Мин үҙ ҡылығымдан үҙем шаңҡыған инем, адреналин, ҡурҡыу, көйәләнеү...Аҙаҡ илағансы ҡысҡырып көлдөм...
Өйгә ҡайтҡас пакеттарҙы асып ҡараным:
- 2 кг ҡаптағы ҙур ғына креветкалар,
- ыҫланған скумбрия
- 1,4 кг шешлек йыйылмаһы
- сырҙар һәм йогурт
- икмәк
- 2 ҡап туҡмас
- 2 пакет ҡыҙыл алма
- 2 банка сейә ҡайнатмаһы
- 1 банка ҡыяр
- ветчина
- 1 ҙур банкалағы майонез
- 2 ҡап аҡ май
- 2 литрлыҡ 2 шешә кока-кола
- 1 шешә Barolo, 1 шешә Amarone della Valpolicella
Бер ҡасан да 1000 һумға бынынсама әйбер алғаным юҡ ине әле!
Бына хәҙер ултырам Amarone эсәм, балыҡ ашайым.
Артабан уҡырға теләйһегеҙме?
Тик был минең менән булманы. Бары тик һеҙҙе уҡырға йәлеп итеү алымы ғына . Күберәк уҡығыҙ. Уҡыу аңды көйләй, фекерләүҙе үҫтерә, аралашырға ярҙам итә.
Теләгегеҙ булһа, һеҙ ҙә яҙығыҙ һәм дуҫтарығыҙға кәйеф бүләк итегеҙ!
Әйткәндәй, әлеге яҙманы уҡып, ниндәй хистәр кисерҙегеҙ?

Автор: Айгөл Насырова.
Р.Вәлиева тәржемәһе.