АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
10 Ноябрь 2020, 21:35

ЭТ ХӘТЕРЕ

Йүгереп барып баламды ҡосаҡлағандай Аҡбайымды ҡосағыма алдым. Аҡыллы күҙҙәренән шабырлап йәше аға, бөтөн кәүҙәһе менән ҡалтырана үҙе, йөрәккенәһе дөп-дөп тибә. Был ни ғәләмәт булды һуң әле? Ғүмерҙә лә эттәр илауына шаһит булмағанлыҡтан үҙем дә дер ҡалтырай башланым, тамағыма әллә ниндәй әсе төйөр тығылды ла торҙо. Йөрәкте һыҙлатып ҡына шыңшый этем.

Тауыҡтарыма ем һибәйем тип кәртә яғына ыңғайлағанымда Аҡбайымдың ярһып өргәнен, ниндәйҙер ҡатын-ҡыҙҙы сарбайлап ҡысҡырғанын ишетеп аптырап ҡалдым. Атаҡ, беҙҙең эттең тауышына оҡшаған да оҡшауын, аҡыллы маһмайыбыҙҙың улай ҙа лаңҡылдауын ишеткәнем булмағас емле сәүетәмде ергә ырғытып йән-фарман урамға йүгерҙем. Барып сығыуыма Аҡбайыбыҙ ҡаҡса ғына кәүҙәле бер ҡатындың алдына тороп алған да, ер тырнап өрә.
- Аҡбай! Аҡбай, аҡыллым! Ней ҡыланыуың был? Ярамай, кил миңә, - тип этемде үҙ яныма саҡырып маташам.
- Себә, пшёл! Ал этеңде, хәҙер ташлана бит миңә! Ҡоторған! - теге ҡатынҡай эйелеп ерҙән таш ташламаҡ буламы, таяҡ-фәлән эҙләйме, йән-яғына ҡарана башланы. Ул арала әле генә арыҫландай ажғырған эт шыңшый башланы. Әллә нисек үҙәк өҙгөс итеп шыңшый, ике тәпәйе менән алмаш-тилмәш башын һыпыра, әйтерһең күҙ йәшен һөртә. Уның был ҡылығына икебеҙҙә шаңҡып ҡалдыҡ.
- Этең...илай...
Йүгереп барып баламды ҡосаҡлағандай Аҡбайымды ҡосағыма алдым. Аҡыллы күҙҙәренән шабырлап йәше аға, бөтөн кәүҙәһе менән ҡалтырана үҙе, йөрәккенәһе дөп-дөп тибә. Был ни ғәләмәт булды һуң әле? Ғүмерҙә лә эттәр илауына шаһит булмағанлыҡтан үҙем дә дер ҡалтырай башланым, тамағыма әллә ниндәй әсе төйөр тығылды ла торҙо. Йөрәкте һыҙлатып ҡына шыңшый этем. Унан ҡапыл ҡосағымдан һурылып сыҡты ла кәңгерләп кенә ишек алдына ыңғайланы, ояһына инеп боҫто. Инде ул иламай, ә ара-тирә оҙаҡ илауҙан ярһып киткән балалай һыңҡылдай ине. Ошо бер-нисә минут эсендә генә булған ваҡиғанан һеңгәҙәп торғанымда эргәмдә генә теге ҡатындың тауышын ишетеп ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡайттым.
- Таныны ул мине. Нисек имен ҡалғандыр бисара. Тәүҙә уларҙы биҙрәгә һыуға батырҙым, аҙаҡ моҡсайға һалып кәртә артынан ғына ағып ятҡан йылғаға ырғыттым. Әсәләре төнө буйы олоп сыҡты ла, иртәнге һауынға сығыуыма тупһала ята ине, үлгән. Иииххх!!! Белһәм шунда ошо ҡылығым өсөн ҡан иларымды!!! Былтыр, улғынам һыуға сумып ҡына сығам, тигәнсе юҡ булды бит. Балаҡайымдың кәүҙәһен һеҙҙең ауыл эргәһендә таптыҡ. Йөрәккәйемде ерләгән көндә тупһала йән өшөтөп эт олоуына йүгереп сыҡһам бер ниндәй ҙә эт күренмәй. Инде инеп терәлһәм - йәнә олоу... Төнө буйы олоно, мин өйҙә олойом, ул тышта. Һинең этеңдең әсәһенең йәне булды ул. Нисә оя көсөктәренең йәнен ҡыйыуымдың хаҡы - үҙ баламдың ғүмере булып сыҡты...Миңә хәҙер улымдың йәнһеҙ кәүҙәһе табылған тал төбөнән дә ҡәҙерлерәк урын юҡ. Көн дә тигәндәй киләм...Рәнйеш өҫтөрәп йөрөйөм бит мин...

Ҡатын әкрен генә боролдо ла, йылға бөгөлөнөң тап беҙ Аҡбайыбыҙҙы табып алған таллығына ыңғайланы.

Ишеткән-күргәндәремдән иҫем китеп һынташтай оҙаҡ баҫып торҙом урам уртаһында. Эт рәнйеүенән ҡурҡығыҙ, башығыҙға төшөр тигәнде аңланым хәҙер.
Гүзәл МУРЗАЕВА.
Баймаҡ ҡалаһы.