Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
4 Ноябрь 2020, 19:50

“Илһам”дар менән осрашып илһамландыҡ

Илеш-Баймаҡ дуҫлығы... Республикала райондар һәм ҡалалар араһында хеҙмәттәшлек һәм ҡунаҡсыллыҡ өлгөһө булған был бәйләнеш 1964 йылда булдырыла. Баймаҡ һәм Илеш райондары бер-береһе менән социалистик ярышҡа сыға. Бына инде 56 йыл буйына дауам иткән, ауыр ваҡыттарҙа бер береһенә ярҙам итешеп, шатлыҡтарын уртаҡлашып дауам иткән дуҫлыҡ ул. Һабантуй булһынмы, уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһеме, йәки юғары кимәлдәге саралармы – ике район вәкилдәре бер-береһенә ҡунаҡҡа килә, иҫтәлекле бүләктәр тапшыра. Әле бына ошо ике туғандаш райондарҙа йәшәп ижад итеүсе ижадсылар араһында ла дуҫлыҡ ептәре һуҙылды - был ике райондың әҙәби берекмәләре ағзалары онлайн рәүештә осрашты.

“Илһам”дар менән осрашып илһамландыҡ
Араларҙа ята мең саҡрымдар,
Сал урмандар, Урал һырттары.
Әммә, араларҙы яҡынайтып,
Баймаҡ менән Илеш йөрәгендә
Дөрләп яна дуҫлыҡ уттары!

Һаҡмар буйҡайҙары йәнде арбай,
Күңелдәрҙе тарта Сөн яры.
Ғүмер баҡый даръя булып ҡайнай
Баймаҡ менән Илеш йөрәгендә
Ғәзиз илдәштәрҙең моң-зары!

Башҡортостандың халыҡ шағиры, күк Ирәндек йырсыһы Абдулхаҡ Игебаев оҙайлы йылдар дауамында тап төшөрмәй һаҡланып килгән Баймаҡ-Илеш араһындағы дуҫтыҡ ептәре тураһында шулай тип яҙҙы.
Илеш-Баймаҡ дуҫлығы... Республикала райондар һәм ҡалалар араһында хеҙмәттәшлек һәм ҡунаҡсыллыҡ өлгөһө булған был бәйләнеш 1964 йылда булдырыла. Баймаҡ һәм Илеш райондары бер-береһе менән социалистик ярышҡа сыға. Бына инде 56 йыл буйына дауам иткән, ауыр ваҡыттарҙа бер береһенә ярҙам итешеп, шатлыҡтарын уртаҡлашып дауам иткән дуҫлыҡ ул. Һабантуй булһынмы, уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһеме, йәки юғары кимәлдәге саралармы – ике район вәкилдәре бер-береһенә ҡунаҡҡа килә, иҫтәлекле бүләктәр тапшыра. Әле бына ошо ике туғандаш райондарҙа йәшәп ижад итеүсе ижадсылар араһында ла дуҫлыҡ ептәре һуҙылды - был ике райондың әҙәби берекмәләре ағзалары онлайн рәүештә осрашты. Баймаҡ биләмә-ара китапханаһы директоры Зилә Вәкил ҡыҙы Мортазина Баймаҡтан сыҡҡан юбиляр яҙыусыларҙың ижадын пропагандалау буйынса китапхананың эшмәкәрлеге тураһында һөйләп үтте.
“Дуҫлыҡ гөлләмәһе” телекүперендә Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары Рәйсә Иҫәнбаева, Борис Хәйретдинов, Айгөл Аҡҡужина, “Илһам” әҙәби-музыкаль берекмәһе ағзалары – Гөлсинә Сәлимова (ул шулай уҡ “Балҡыш” әҙәби берекмә етәксеһе лә), Рәлиф Шәғәлиев, Фәнә Минһажева, Әлфирә Сәйетгәрәева, Гөлсөм Хәфизова һәм 90 йәшлек булыуына ҡарамаҫтан йәштәреңә алмаштырғыһыҙ Сәриә Сафиуллина, үҙ-ара танышып, ижад емештәренән ауыҙ иттерҙе, дәртле йырҙар ҙа яңғыраны. Йәнле осрашыу киләсәктә тағы ла яңы авторҙар менән танышыу, рухи дуҫлыҡты дауам итеү ниәте менән тамамланды.
Бик матур традицияға нигеҙ һалынды. Бындай тәҡдим менән сыҡҡан Илеш районының “Илһам” берекмәһе етәксеһе Клара ханым Хәлиуллинаға рәхмәтлебеҙ.
Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева, “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе етәксеһе.
Читайте нас: