Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
3 Ноябрь 2020, 23:00

БӘХЕТ

Ҡатын бит оҙаҡ ванна бүлмәһенән сыҡмай ине. Был ирҙең асыуына тейҙе. Тағы иреш, тағы талаш... Ә бына бөгөн ванна буш. Карауатта ла арҡыры ятырға мөмкин. Берәү ҡамасауламай, юрғаныңды ла тартҡысламай. Хатта фатирҙа тартырға мөмкин. Берәү ҙә: “Һин нимә? Аҡылдан яҙҙыңмы?”, -тип ҡысҡырмаясаҡ. Күпме һыя – шунынсама һыра эс! Футбол йә сәйәси дебаттарҙы рәхәтләнеп ҡара...Берәү һине тыймаясаҡ...

Ирҙең ҡатыны ауырып китә... Ҡапыл эсе ауыртҡас, түҙер әмәле ҡалмағас, “Тиҙ ярҙам” саҡырттылар. Киләләр, ҡарайҙар, алып китәләр...Ир, нимә эшләргә белмәй, ҡатыны артынан дауаханаға бара. Ҡатынын операцияға алып киткәндәр икән. Уға әлегә ҡайтып торорға, аҙаҡ шылтыратырға ҡушалар. Фатирына ҡайта. Һиллек. Бөтә әйбер унда-бында ташланған килеш ята. Сынаяҡтағы сәй ҙә һыуынған. Ул бит һуңғы ваҡытта бер туҡтауһыҙ ҡатыны менән бәхәсләште, иреште. Аҡса етмәне. Уныһы бер туҡтауһыҙ аҡса таптырҙы, артығы менән аҙыҡ-түлек ала ине. Кисә бер ҡумта еләк (клубника) алды. Бәләкәй генәләр, ә уға күпме аҡса китте...Шул яһалма емеште лә унынсама хаҡҡа алалармы ни? Ҡышын еләк буламы, әйтегеҙ әле шуны?! Улар бит миллиардер түгел. Етмәһә крем да алған. Бына, көҙгө алдында тора. Ҡиммәт бит. Ир һөйләнде, әрләне уны.
Газ плитаһында аш ултыра. Күпме әйтте ҡатынына, күп итеп бешермә тип... Уны кем ашаһын, улар бит икәү генә йәшәй.
Эйе, ошо көнгә ҡәҙәр икәү йәшәнеләр. Ир компьютер артына ултырҙы. Бер ни ҙә уйларға теләмәй ине ул. Компьютерҙы асыу менән курорт рекламаһы килеп сыҡты. Ҡатыны курортҡа барырға хыяллана ине. Әммә ул уны тыйҙы: был иҫ киткес ҡиммәт! Ир ипотека түләүҙе, ике бүлмәле фатирҙан өс бүлмәлегә күсергә теләне. Нигеҙ төҙөргә, өй һалырға, машинаны яңыртырға...
Бының менән генә бөтмәй әле. Ҡатын бит оҙаҡ ванна бүлмәһенән сыҡмай ине. Был ирҙең асыуына тейҙе. Тағы иреш, тағы талаш... Ә бына бөгөн ванна буш. Карауатта ла арҡыры ятырға мөмкин. Берәү ҡамасауламай, юрғаныңды ла тартҡысламай. Хатта фатирҙа тартырға мөмкин. Берәү ҙә: “Һин нимә? Аҡылдан яҙҙыңмы?”, -тип ҡысҡырмаясаҡ. Күпме һыя – шунынсама һыра эс! Футбол йә сәйәси дебаттарҙы рәхәтләнеп ҡара...Берәү һине тыймаясаҡ...
Диванда ҡатынының халаты ята. Ир уны рәтләп һалырға ынтылды ла бала ише илап ебәрҙе. Яңғыҙыңа бер нәмә лә кәрәкмәй икән дә баһа! Яңғыҙыңа ҡыйын. Быға тиклем ниңә ул иреште икән? Ниңә ваҡ нәмәләргә аҡса йәлләне? Шул еләк өсөн дә иреш сығарҙы бит ул... Эй, бәлки, был ҡатының һуңғы бәләкәй генә һөйөнөсө булғандыр. Ошоларҙы уйлап, ҡатынының еҫе сыҡҡан халатты ҡосаҡлап иланы ир...
Шылтыратты. Операция уңышлы үткән. Бик яҡшы. Ҡыуанысынан машинаһына йүгерҙе. Магазиндан барып биш килограмм еләк алды.
Ҡатынына операциянан һуң ашарға ярамай икән. Ир ҡатыны ятҡан карауат ситенә ултырҙы, палаталағыларға еләкте өләшеп бирҙе, улары емеште маҡтап, тәмләп ашаны.
Ә ир бәхетле... Юғалта яҙған бәхетенән ҡолаҡ ҡаҡмауына һөйөнә ине...

© Анна Кирьянова.
Р.Вәлиева тәржемәһе.