АТАЙСАЛ
-26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
13 Октябрь 2020, 20:55

ҠОЙМАҠ

Шул тиклем ашағым килә. Табиптар биргән һөт тә тамаҡтан үтмәй ыҙалатты бит.— Ғәбиҙә, бер генә ҡоймағыңды бирсе, Хисаметдин менән бүлешеп ашайыҡ,— тинем.— Юҡ,— тип ҡырт киҫте Ғәбиҙә.— Минең үҙемә лә аҙ әле.

Өлфәт менән Айгүзәлдең ҡартәсәһе Мөнирә әбейҙең асыуланған сағын күргәндәре юҡ, шикелле. Берәй нәмәне оҡшатмаһа, фәһемле генә һүҙ әйтеп, төшөндөрөп ҡуя. Шуға ла балалар уны бик ярата. Ул үҙе лә ейән-ейән- сәрҙәренә генә түгел, күршеләренең бала- сағаһы өсөн дә өҙөлөп тора. Бына әле лә Мөнирә әбей балаларҙың баҡсала «дауахана» уйнағанын ҡыҙыҡһынып бер аҙ күҙәтеп торҙо ла:
— Әй, табиптар — шәфҡәтле туташтар,әйҙәгеҙ, тамаҡ ялғап алығыҙ,— тине, яғымлы итеп.— Тамаҡ туйҙырғас, ауырыуҙарҙы тағы ла һәйбәтерәк дауаларһығыҙ.
Өҫтәл артында Айгүзәл майлы ҡоймаҡты усына ҡыҫып тотто ла ишеккә йүнәлде.
— Бәй, ашап бөт, ҡайҙа ҡабаланаһың?— тине уға ҡартәсәһе.
— Дауаханалағы балаларға бирәм,— тине Айгүзәл. Күрәһең, уның уйындан айырылғыһы килмәй ине.
— Күңелкәйең изге булыр әле, балаҡайым. Тик һин былай ит: ҡоймаҡты үҙең ҡой. Юрый ғына. Беҙ бала саҡта гел шулай уйнай торғайныҡ,— тине Мөнирә әбей.—Балсыҡтан икмәген дә, бәрәмәсен дә бешерә инек.
— Оноғоҙ юҡ инеме ни?-— Айгүзәл ишек төбөндә туҡталып ҡалды.
Мөнирә әбей һүҙен дауам итте:
— Һуғыш башланғанда, мин һеҙҙең йәштәрҙә генә инем. Беҙ бик асыҡтыҡ. Шулай бер ваҡыт яҙ көнө, ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән, көҙҙән ҡалған башаҡты йыйырға тотондоҡ. Әсәйем уларҙы киптереп, ыуып, ҡул тирмәнендә тартып, серек картуф ҡушып, ҡоймаҡ бешерҙе. Ул беҙгә харап тәмле тойолдо. Әммә, күп тә үтмәне, беҙҙең тамаҡтар шешеп сыҡты. Ҡар аҫтында ятҡан башаҡтар ағыулы булған икән. Ауылда ауырыуҙар күбәйҙе. Элекке мәсетте дауахана иттеләр. Шунда ауырыуҙарҙы йыйҙылар. Мин өс йәшлек Хисаметдин ҡустым менән бер карауатта ятам. Ниндәйҙер дарыу эсерҙеләр. Нисә көн үткәндер, аҙыраҡ күҙ асылғас, бик ашағы килә башланы. Йөрәгем һурылып барғандай. Күҙ алдыма ниңәлер гел ҡоймаҡ килә.
— Ә ниңә икмәк кенә ашамайһың?— тип һүҙгә ҡыҫылды Өлфәт.
Әбей ҡапыл бирелгән бындай һорауға һүҙ тапмағандай аптырап ҡалды ла:
— Өйөбөҙҙә икмәктең валсығы ла юҡ ине шул,— тине.
— Күршегеҙҙән үтескә һорар инегеҙ,— тине ҡунаҡ ҡыҙ Ләйсән.
— Улар ҙа икмәк төҫөн онотҡайнылар шул,— әбей тәрән көрһөндө.
— Беҙҙең Өфөгә барырға кәрәк булған,— тине Ләйсән.
— Эй, балаҡайҙарым, һуң унда ла аслыҡ шартлап тора — магазиндарҙа бер нәмә лә юҡ.
— Береһендә булмаһа, икенсеһендә барыбер булкалар була бит,— тип үҙ һүҙен һөйләй ҡунаҡ ҡыҙ.
— Әйтәм дә, бөтә магазиндарҙа бер нәмә юҡ.
— Әй, улай булмай ҙа инде...— тип аптыраны Ләйсән. Уның магазиндарҙа икмәктең юҡлығын күргәне юҡ ине.
— Хоҙайым, һеҙгә беҙ кисергәндәрҙе кисерергә яҙмаһын,— тип әбей һүҙен дауам итте.— Ҡустым менән илай-илай йоҡлап киткәнбеҙ. Иртәнсәк бик тәмле еҫкә уянып китһәм, күрше карауатта ятҡан Ғәбиҙә исемле ҡыҙ алдында ағас сеүәтәлә ҡоймаҡ тора. Тары ҡоймағы. Ғәбиҙә лә минең йәштәрҙә. Күрәһең, әсәһе беҙ уянмаһын өсөн, шым ғына ҡалдырып киткән. Шул тиклем ашағым килә. Табиптар биргән һөт тә тамаҡтан үтмәй ыҙалатты бит.
— Ғәбиҙә, бер генә ҡоймағыңды бирсе, Хисаметдин менән бүлешеп ашайыҡ,— тинем.
— Юҡ,— тип ҡырт киҫте Ғәбиҙә.— Минең үҙемә лә аҙ әле.
Күҙ йәшемде күрһәтмәҫ өсөн, икенсе яҡҡа боролоп яттым. Оҙаҡламай һөттә бешкән шып-шыйыҡ өйрә килтерҙеләр. Шуны эскәс, йәнә йоҡлап киткәнбеҙ. Оҙаҡ йоҡлағанбыҙ, ахыры. Аслыҡтан хәлһеҙләнгән кешене гел йоҡо баҫа. Бер заман кемдәрҙеңдер һөйләшеүенә уянып киттем: Ғәбиҙә янында аҡ халатлы ике апай тора ине. Мин көс-хәл менән тороп ултырҙым. Ҡараһам, әй хоҙайым, ни күрәм: Ғәбиҙә үлгән. Ә теге һап-һары тары ҡоймағы шул килеш тора. Бахырҡай, береһен генә лә ашай алмаған, күрәһең. Тамаҡ ныҡ шешкәс, үтмәгән инде. Ғәбиҙәне алып киттеләр. Теге апайҙарҙың өлкән йәштәгеһе сеүәтәләге ҡоймаҡты беҙгә һондо,, Хисаметдин ғына үрелде. Мин алманым. Ул ҡоймаҡтың береһен генә лә ҡабаһым килмәй ине инде...
...Өҫтәл артында ҡоймаҡ ашап ултырған балалар шып-шым булғандар ҙа әбейҙең хәбәрен тыңлайҙар. Ләйсән аслыҡтан ыҙаланған балаларҙы йәлләп илап ебәрҙе. Уның был хәлен күреп, Мөнирә әбей:
— Бәй, әҙәм ҡурҡытып, әллә нәмәләр һөйләп ташланым даһа,— тине.— Икмәк ҡәҙерен белегеҙ, тим шул. Икмәкте лә, булканы ла, ҡоймаҡты ла, ғөмүмән, аҙыҡ-түлекте уйнатырға ярамай. Ана пластилиндан күмәс бешерегеҙ. Юрый ғына ҡоймаҡ ҡойоғоҙ ҙа ҡурсаҡтарығыҙҙы ашатҡан булығыҙ.
Айгүзәл ҡулына йомарлаған ҡоймаҡты тәрилкәгә кире һалды...
Н.Игеҙйәнова.
1996 йыл