Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
21 Сентябрь 2020, 16:25

ӘСӘ ЙӨРӘГЕ

Бөгөн таңдан эсем бошасы... Эс бошмаҡҡа әллә ни сәбәптәре лә юҡ һымаҡ. Аңлай алмай эстән генә һыҙып йөрөйөм. Күңел төбөнән әллә ниндәй көй сыға ла мыңғырлап шуны көйләйем. Аңғармаҫтан телем көй ыңғайына "Балааам" тип ҡуйҙы. Улымды һағыныуым бит был! Һуң, балаһын һағынған әсә һағышы бит был!

Бөгөн таңдан эсем бошасы... Эс бошмаҡҡа әллә ни сәбәптәре лә юҡ һымаҡ. Аңлай алмай эстән генә һыҙып йөрөйөм. Күңел төбөнән әллә ниндәй көй сыға ла мыңғырлап шуны көйләйем. Аңғармаҫтан телем көй ыңғайына "Балааам" тип ҡуйҙы. Улымды һағыныуым бит был! Һуң, балаһын һағынған әсә һағышы бит был! Ҡуйынымда геүләп ятҡан бәләкәсемде тыпылдатып һөйәм дә олоһон уйлайым, мәктәптәге икәүенең ҡайтырына ашарға бешерәм дә, ағаларының тамағы туҡмы икән тип көрһөнөп ҡуям...

Ҡапыл ғына тубырлап тамған йәштәремде һыпырам да итәк аҫтына йыйып ултыра алмаҫһың бит инде балаларыңды, тип үҙемде тынысландырам.

Бына шулай, йылдар маңлайҙарға ғына һырҙар һыҙмай, йөрәккә лә тамғалар һуға бара икән. Ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, имен генә булһындар инде, Аллам. Бер үк мәрхәмәтеңдән, киң ҡөҙрәтеңдән айырма инде, балаҡайҙарымды, Раббым!
Гүзәл Мырҙаева.
Баймаҡ ҡалаһы.
Читайте нас: