АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
4 Июнь 2020, 14:00

Ауыр яра – Ырымбур, ырымлы ҽр – Ырымбур

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт теле йылына ярашлы, май айы “Башҡорт теле--еңеүселәр теле” тип нарыҡланғайны. Конкурста “Ырымбурға барып килгәс” шиғыры менән яҡташыбыҙ, Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылынан Әкрәм Ҡәйепҡолов еңеүсе тип табылды.Май айының еңеүсеһе ижадында башҡорт халҡының яугир асылын оҫта һүрәтләгән. Афарин, Әкрәм ағай!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, "Башҡортостан" гәзите тарафынан ойошторолған “Йәйләүҙә” конкурсының май айы еңеүселәре билдәләнде.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт теле йылына ярашлы, май айы “Башҡорт теле--еңеүселәр теле” тип нарыҡланғайны. Конкурста “Ырымбурға барып килгәс” шиғыры менән яҡташыбыҙ, Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылынан Әкрәм Ҡәйепҡолов еңеүсе тип табылды.
Май айының еңеүсеһе ижадында башҡорт халҡының яугир асылын оҫта һүрәтләгән. Афарин, Әкрәм ағай!
Ҡабырғанан аҫтырған,
Башҡорт башын киҫтҽргән.
Утта ҡыҙған тимҽрҙән
Маңлайҙарға мөһөр – "БУР"
Һалдырҙың һин, Ырымбур.
Башҡортомдан тҽлҽнгән,
Тартып алып бүлҽнгән
Ауыр яра – Ырымбур,
Ырымлы ҽр – Ырымбур.
Июнь айы "Башҡорт теле--халыҡ теле" тип нарыҡлана. Дистанцион шиғыр конкурсы дауам итә. Унда ла Урал аръяғының һүҙ оҫталары һынатмаҫ тип ышанабыҙ.