Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
10 Февраль 2020, 17:05

Юлайға алмаштар үҫә

—Бала саҡтан шиғыр яҙып, уларҙы республика гәзиттәрендә баҫтыра торғайным. Бер мәл Юлай ағай минең менән ҡыҙыҡһынып киткән дә, шиғырҙарымды табып “Йәшлек” гәзитенә лә баҫтырған. Йылдар үткәс, мин уны Сибайҙа осраттым һәм рәхмәтемде белдерҙем. Ошо уның менән тәүге һәм һуңғы осрашыуым ине. Аҙаҡ Юлай ағайҙың минән рәхмәт ишетеүенә ҡыуаныуын еткерҙеләр. Шул тиклем эскерһеҙ, ихлас, саф күңелле кеше булғандыр инде,—ти Илгиз Ишбулатов.

Матбуғат менән дуҫ булғандар өсөн Юлай Мәҡсүтов, йәғни Юлай-Юламан исемле журналистың исеме яҡшы таныштыр. Сибайҙа буй еткергән, БДУ-ның филология факультетында белем алған егет “Йәшлек” гәзитенең көньяҡ-көнсығыш райондар буйынса үҙ хәбәрсеһе булды. Мәҡәләләрендә һәр саҡ көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрә белеүе, уларҙы урын-еренә еткереп анализлап оҫта яҙыуы менән халыҡ күңелендә үткер ҡәләмле, тос фекерле журналист булараҡ урын алды. Ихлас, эскерһеҙ хәбәрсенең беҙҙең аранан иртә китеүе генә үкенесле… Нисә йылдар үтһә лә уны халыҡ онотмай…
Билдәле булыуынса, талантлы журналистың исемен мәңгеләштереү маҡсатында Баймаҡ үҙәк китапханаһы янында Юлай Мәҡсүтов исемендәге район журналистары премияһы булдырылды. Был премияға төрлө йылдарҙа Зөлфиә Сафина, Гүзәл Иҫәнгилдина, Резеда Усманова, Айгөл Иҙелбаева, Земфира Ғәҙелшина лайыҡ булды.
Күптән түгел сираттағы премия лауреаттары билдәле булды. Уларҙың береһе—Темәс ауылы егете, әлеге көндә “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдарында яуаплы сәркәтип булып эшләүсе Илгиз Ишбулатов (һүрәттә), икенсеһе—Баймаҡ егете, “Баймакский вестник” хәбәрсеһе Дмитрий Фадеев.
—Бала саҡтан шиғыр яҙып, уларҙы республика гәзиттәрендә баҫтыра торғайным. Бер мәл Юлай ағай минең менән ҡыҙыҡһынып киткән дә, шиғырҙарымды табып “Йәшлек” гәзитенә лә баҫтырған. Йылдар үткәс, мин уны Сибайҙа осраттым һәм рәхмәтемде белдерҙем. Ошо уның менән тәүге һәм һуңғы осрашыуым ине. Аҙаҡ Юлай ағайҙың минән рәхмәт ишетеүенә ҡыуаныуын еткерҙеләр. Шул тиклем эскерһеҙ, ихлас, саф күңелле кеше булғандыр инде,—ти Илгиз Ишбулатов.
Илгиз Вәкил улы Сибай институтын тамамлаған, 7 йыл “Киске Өфө” гәзитендә тәржемәсе булып эшләгән. “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдарында эшләүенә—2 йыл. Ә Дмитрий Фадеев хеҙмәт юлын Темәс мәктәбендә башлаған, аҙаҡ район гәзитенә эшкә күсә. Дима ла шиғырҙар ижад итә, уның һүҙҙәренә йырҙар яҙыла. Ул үҙе лә йырларға ярата, фото төшөрөүгә лә әүәҫ.
Йәш ҡәләмдәштәребеҙҙе премияға лайыҡ булыуҙары менән ҡотлайбыҙ. Уларҙың фекерҙәре Юлай-Юламандыҡылай тос, ҡәләмдәре үткер булыуын теләйбеҙ.
Резеда Вәлиева,
Юлай Мәҡсүтов исемендәге премия лауреаты.