Гөлиә Мөкминова-Азаматова – Ейәнсура районы Әбүләис ауылы ҡыҙы. Әле Себер тарафтарында йәшәй. Бер улға, бер ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Ғаиләлә кинйә лә, иркә лә һигеҙенсе бала булып үҫкән Гөлиә һөнәре буйынса бухгалтер булһа ла, шиғриәткә, әҙәбиәткә яҡын. Уның шиғырҙарын беҙҙең “Атайсал” гәзите уҡыусылары көтөп ала.
“Шиғриәткә һөйөү йырға-моңға ғашиҡ, йор һүҙле атай-әсәйемдән килә”,--ти ул.
Аңһыҙ ҡазаларҙан һаҡла Аллам,
Ғәзиздәрҙән ғәзиз баламды.
Ҡолар ерен алдан күрә белһәм,
Йөкләп түшәр инем һаламды.
Һаҡланғанды һаҡлармын ти Хоҙай,
Гонаһтарым булһа яуап бирәм,
Юлдарына йомшаҡ келәм итеп,
Яман теләктәрен йолҡоп ташла,
Иман байлыҡтары бирһен берүк,
Ҡан туғанын тартып осор өсөн,
Киргән ҡанаттарын ҡайырма.
Ҡөрьән сүрәләрен белмәһәм дә,
Бала саҡтан ошо теләктәрҙе,
Ятлай-ятлай әсәй өйрәткән.
Балаҡайым, балам, бауыр итем,
Бәхеткенәм минең, йөрәк майым.
Көндөҙ ҡояшһың һин минең өсөн,
Ә төндәрен инде яҡты айым.
Һинең бәхет, балам, минең бәхет,
Эй, ғүмерем, туҡтай күрмә берүк,
Һис кенә лә йәшәп туйманым.
Тәмеңде лә яңы ғына белдем,
Әкренерәк зинһар, ҡыуалама,
Ай артынан йылғыр йылым үтә,
Ғүмеркәйем йомғаҡтарын һүтеп.
Баҡыйлыҡтан ҡалыр юлдар эҙләп,
Үткәрмәҫмен ғүм(е)рем заяға.
Күкрәк киреп бер йырлайһы ине,
Туҡтай күрмә берүк ғүмеркәйем,
өҙә күрмә тартып йомғағым.
Төйнәй-төйнәй килдем ошоғаса,
Әммә һис тә йәшәп туйманым.
Был донъяла эшем бик күп әле,
Тиҙ арала түгел бөтөрҙәй.
Нөктә түгел, ҡуйҙым өтөрҙәр.
«Тегендә» лә бәлки кәрәкмендер,
Кәрәк булһам әле, көтөрҙәр...
Гөлиә Азаматова-Мукминова
Ҡөҙрәтең киң, беләм, Хоҙай
Һаулыҡ бир мохтаж затыңа,
Ҡалдырма бер үк, Хоҙайым,
Һаулыҡ бир, ғүмер бир, Аллам,--
Шыжлат әле әсәй самауырың
Һинең ҡулдан эскән сәй тәмле.
Ары торһон зәһәр ресторандар
Самауырың көйләй, эй йәмле.
Күкрәгемә йылы таралғандай
Ҡайнар сәйҙән миңә күскәнме?
Юҡ, ул тойғо бала саҡтан килә
Әсәй, һиңә иркәләнеп үҫкәнмен.
Үҫкәнмен дә әммә күңелемдә
Һаман сабый булып ҡалғанмын.
Йөрәгеңден иң-иң түрҙәренән
Һөйөү гөлөн йыйып алғанмын.
Рәхмәттәрем сикһеҙ һиңә, әсәй,
Кисен ятһам, таңда торһам да мин
Өҫтәлеңдә йырлай самауырың,
Һөйләп һүҙҙәр бөтмәҫ күрәһең.
Хоҙай яҙған тиһең бәндәләргә
Ҡайҙа йөрөп, ниҙәр күрәһен.
Аҡыл йыям төпһөҙ зиһенеңдән,
Тәжрибәң күп, күпте күргәнһең.
Тормош йөгөн тартып аҡыл менән
Сабырлыҡтан арҡан үргәнһең.
Яҡын дуҫты, яман дошманды ла
Яҙмыш яҙған тиһең маңлайға.
Үҙ хатаһын күреп аңлай ҙа.
Кисерә бел, таштан ауыр гонаһ
Йылмай, ҡыҙым, бары йылмай ғына
Әгәр йылы һүҙҙәр тапмаһаң.
Иҫеңдә тот, кеше рәнйештәре
Быуат үткәс ҡайтыр балаңа.
Үҙеңдекен һаҡла күҙ алмалай,
Әсәкәйем, һинең нәсихәтте
Еткерермен мин дә балама.
Оҙаҡ йәшә, ғүмер үтте тиеп
Йәшле күҙең менән ҡарама.
Һыуынмаһын әсәй өҫтәлендә,
Әсәйлеләр бигерәк бәхетле беҙ,
Әсәйһеҙҙәргә бит ныҡ ауыр…