Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
20 Сентябрь 2019, 15:26

ИКӘҮ ӨСӨН...

Ғәлиә Кәлимуллина Яралы ҡош, һыңар ҡанат менән Көн күрә бит—үлмәй. Һауаларға ҡарап тилмермәгән Осоу тәмен белмәй. Меҫкен, тиеп уны әйтеп ҡара, Юҡ, ул меҫкен түгел! Ерҙә йәшәү ҡанатлыларға ла Бирелмәй ул еңел. Һыңар ғына булһын—ҡанатым бар, Беләм осоу тәмен. Ер менән Күк араһында ҡалып, Таптым йәшәү йәмен. Һыңар ғына, тимә, булһын, ул бит Икәү өсөн оса. Осоп төшһә—Ерҙе, менһә—КүктеЙәшәйем, тип ҡоса.

Ғәлиә Кәлимуллина


Яралы ҡош, һыңар ҡанат менән

Көн күрә бит—үлмәй.

Һауаларға ҡарап тилмермәгән

Осоу тәмен белмәй.


Меҫкен, тиеп уны әйтеп ҡара,

Юҡ, ул меҫкен түгел!

Ерҙә йәшәү ҡанатлыларға ла

Бирелмәй ул еңел.


Һыңар ғына булһын—ҡанатым бар,

Беләм осоу тәмен.

Ер менән Күк араһында ҡалып,

Таптым йәшәү йәмен.

Һыңар ғына, тимә, булһын, ул бит

Икәү өсөн оса.

Осоп төшһә—Ерҙе, менһә—Күкте

Йәшәйем, тип ҡоса.