Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
4 Сентябрь 2019, 08:12

Ғүмер

ҒүмерЭй, аҡҡан һыу—үткән ғүмерТуҡтатып булмай, аға.Мин уҙам, һин туҙаһың, типЯрҙарын ҡаға-ҡаға.Һиҙҙермәй үткән ғүмерҙеңҮткәнен һиҙеп ҡалам:Ҡасан ғына бәпәй ине,Үҫеп буй еткән балам.Үҫә бал(а)лар, нығынаҮргә юл яра-яра.Ә беҙҙең ғүмер үрҙәрҙәнСүгеүгә табан бара.Үкенмәҫлек йәшәйектәр,Ғүмерҙәр уҙып бара.Фанилыҡтан баҡыйлыҡҡаБер аҙым ғына ара.Миләүшә Ҡыҙрасова.

Эй, аҡҡан һыу—үткән ғүмер
Туҡтатып булмай, аға.
Мин уҙам, һин туҙаһың, тип
Ярҙарын ҡаға-ҡаға.
Һиҙҙермәй үткән ғүмерҙең
Үткәнен һиҙеп ҡалам:
Ҡасан ғына бәпәй ине,
Үҫеп буй еткән балам.
Үҫә бал(а)лар, нығына
Үргә юл яра-яра.
Ә беҙҙең ғүмер үрҙәрҙән
Сүгеүгә табан бара.
Үкенмәҫлек йәшәйектәр,
Ғүмерҙәр уҙып бара.
Фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа
Бер аҙым ғына ара.
Миләүшә Ҡыҙрасова.