Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
29 Август 2019, 16:05

Илаҡ август

Әллә ниңә илаҡ ошо август......Оҙатыуҙар бәғерен теләлер.Бәғерҙәрҙе телеп һаубуллашыуҺағыштарын ул да беләлер:Һаубуллашып тәүге һары япраҡАғасынан төшә өҙөлөп.Тәүге ҡоштар тубы саңҡылдашыпЙылы яҡҡа оса теҙелеп.Тамаҡтағы төйөрөн өнһөҙ йотоп,Балаларын әсә оҙата.Балалары китә йыраҡҡа,Әсә маңлайына һыр ята.Август, август... Тотош оҙатыуҙар,Ҡабат ҡайтыр өсөн китеүҙәр.Ҡайтыр ояларҙы һыуытмайсаОҙатҡанды һағынып көтөүҙәр.Әллә ниңә илаҡ ошо август...Миләүшә Ҡыҙрасова.

Әллә ниңә илаҡ ошо август...
...Оҙатыуҙар бәғерен теләлер.
Бәғерҙәрҙе телеп һаубуллашыу
Һағыштарын ул да беләлер:
Һаубуллашып тәүге һары япраҡ
Ағасынан төшә өҙөлөп.
Тәүге ҡоштар тубы саңҡылдашып
Йылы яҡҡа оса теҙелеп.
Тамаҡтағы төйөрөн өнһөҙ йотоп,
Балаларын әсә оҙата.
Балалары китә йыраҡҡа,
Әсә маңлайына һыр ята.
Август, август... Тотош оҙатыуҙар,
Ҡабат ҡайтыр өсөн китеүҙәр.
Ҡайтыр ояларҙы һыуытмайса
Оҙатҡанды һағынып көтөүҙәр.
Әллә ниңә илаҡ ошо август...
Миләүшә Ҡыҙрасова.