Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
25 Июль 2019, 17:15

СӘЙЕР МАТУРЛЫҠ

Еңгәйем бер аҙ ит, икмәк һорап алды ла, болғанлап сығып китте. Бәләкәй сағымда еңгәйемдең хуш буйы еҫенән илерә инем. Бөгөн уның артынан, әллә ҡасандан йыуынмағанлыҡтан, көнө-төнө хәмер һемереп, һуған кимереүҙән күңелде болғандырғыс насар еҫ тороп ҡалды.

Аҙағы. Башы 29-сы һанда. https://ataysal.rbsmi.ru/articles/-bi-m-khit/s-yer-maturly/?sphrase_id=702771
Ялҡынлы мөхәббәт үттеме, әллә балаларса мөғжизәгә ышаныуҙанмы, бәлки, яҙмышҡа күнеүҙән, Сибәр еңгәйемдең үҙен бөтөрөп, артыҡ ҡайғырғанын күрмәнем мин. Ривал ағайым тураһында тере кешеләй һөйләй ине, әйтерһең, ул әле һаман беҙҙең менән. Балалары аталарын таптыра башлаһа ғына болоҡһой ине еңгәйем. Ул сағында йә күктәге бер йондоҙға күрһәтер, йә ҡоштар менән ҡайта тиер ине.
Бөгөлмәне лә еңгәйем, һынманы ла. Әле һаман иҫ киткес матурлығына һоҡланып бөтә алмайым. Әллә ысынлап та әкиәттәрҙә генә була торған йәшлек һыуы бар үҙендә. Йәш егеттәрҙең һушын алырлыҡ нәзәкәтлек, ылыҡтырғыс, ымһындырғыс көс бар унда, ике бала әсәһе тип әйтмәҫһең дә.
* * *
Сибәр еңгәйем төп серҙәшем, кәңәшсем булып ҡала килде. Инша-фәлән, реферат яҙырға кәрәкһә лә, уға йүгерәм. Бер сәбәпһеҙ ҙә уның һөйләгәндәрен оҙон көндәр буйы тыңлап ултырырға әҙермен. Бер көн еңгәйемдең буш сағын тоҫмаллап барыуыма, ул мине аҙыраҡ һуҡмыш көйө ҡаршы алды:
—Эй, бикәскәйем килгән бит. Бәғеркәйем минең, үпкәләмә инде, еңгәң эскән. Күрше ауылдан бер егеткә, диплом эше буйынса кәрәк тигәс, сценарий яҙып биргән инем, буш итмәне. Рәмилә әхирәт менән бушатып ҡуйҙыҡ. Ғәфү ит инде, йәме.
—Борсолор ер юҡ. Була торған хәл. Беләһең бит үҙеңде нисек яратҡанымды, әрләшеп тормам инде,—мин шаярып көлөп ҡуйҙым.
—Теге егет башҡа күстәнәстәр ҙә алып килгән, хәҙер икәүләшеп сәй ҙә эсеп алырбыҙ. Кәрәкһә, ана телевизорҙы ҡабыҙ, йә булмаһа яңы китаптарҙы ҡара. Үткәндә ҡалаға барғанымда һатып алғайным. Һин бит беҙҙең ученый-копченый,—еңгәйем хәбәрен теҙә-теҙә өҫтәл әҙерләй башланы. Яңы китаптарын ҡараштырып сыҡҡансы, сәй әҙер ине. Өҫтәл артына ултырғас, Сибәр еңгәйем һаҡ ҡына һүҙ башланы:
—Гөлназ, һиңә бер боевой задание бар. Баш тартмаҫһыңмы?
—Һин тигәндә, мин ерҙә. Әйтеп ҡара, үтәйәсәгемә һүҙ бирәм.
—Мин шикләнмәгәйнем. Бөгөн беҙгә ҡуна кил әле. Балаларға күҙ-ҡолаҡ булырға кәрәк. Мин өйҙә булмаҫмын ул, йә һуң ҡайтырмын.
—Һе… Бынан кискә ҡайҙа китеп бараһың һуң?
—Бар инде шунда. Тик ата-әсәйеңә бер ни әйтмә. Серләшеп ятҡым килә тиң дә ҡуй,—еңгәйем ҡулын һелтәп, күҙен ҡыҫып ҡуйҙы.
—Ҡайҙа бараһың? Дөрөҫөн әйт, әтеү килмәйем,—күңелемде ҡыҙыҡһыныу ҡорто кимергәнлектән, серҙе асмайынса тынсыманым.
—Эй, ошоно… әйтәм инде. Үрге остағы Миңлебай менән осрашам бит йәшерен генә. Бөгөн, йылға буйына төшөп, романтик кис ойошторорға булдыҡ.
—Йәнгә тейгән йөҙәткес серәкәйҙәр үҙе бер романтика,—мин шаяртып ултырған ерҙән ҡапыл етдиләндем.—Һуң уның ҡатыны бар ҙа.
—Жена—не стена. Булһа һуң. Ул ҡарт ишәген санаторийға оҙатты бөгөн.
Уртлаған сәйемде саҡ йотоп ебәрҙем дә, еңгәйемә ҡарап ҡаттым. Ошо минутта ул миңә кеше бәхетенә ҡул һуҙған әкиәттәге Мәскәй әбей кеүек күренде. Юҡ, яңылышам, ул йәмһеҙ бит. Ә Сибәр еңгәйемдең күҙҙәре йәм таратып балҡып тора, ә йөҙөнән йәшлек нуры бөркөлә. Дөрөҫөрәге, Ҡар батшабикәһе—һылыу, һалҡын ҡатын. Үҙ донъяһын үҙенсә ҡорғоһо, матур иткеһе килә, боҙ һалҡынлығы бәрһә лә, арбағыс көскә эйә ул.
Ҡарашымды тойопмо, йөрәге әрнеүҙәнме, еңгәйем көрһөнөп ҡуйҙы:
—Яңғыҙлыҡ баҫа бит, ялҡытты. Сибәрлекте лә юғалтҡы килмәй. Күҙгә күренеп һулыйыммы инде хәҙер. Һөйөү булмаһа, ҡатын-ҡыҙ эске балҡышын юғалта, тигән берәү. Ә минең йәшәгем килә.
Эй, хислемен дә инде, еңгәйемдең әйткәндәренән күҙҙәремә йәштәр эркелде.
—Һуң, еңгәй, буйҙаҡтар бөткәнме ни. Ана, хеҙмәт уҡытыусыһы Мир ағай йөрөй яңғыҙ аҡҡош ише…
—Һөйләмә инде, бикәс, йәшерәкһең шул. Күңел нурын балҡытыр кеше берәү генә була…
Беҙ ҡапсыҡта ятмай. Сибәр еңгәйем менән Миңлебайҙың йәшерен һөйөүен һиҙеп тә тойоусылар, күреп тә тороусылар булды. Яратыу гонаһ түгел, тип еңгәйемдең бик иҫе китеп барманы. Әммә уның хыял-өмөттәре генә тормошҡа ашманы, аҡланманы. Миңлебай йәш ҡатынды һыйланы, төрлөсә күңелен күрҙе, тик ике яҡлы тормош алып барыуын туҡтатманы. Тәне менән Сибәр еңгәйемә бәйләнһә лә, йәне менән ошоға тиклем ғүмер һөргән ғаиләһенә бәйләнгән ине.
* * *
Мәктәпте тамамлағас, мин баш ҡалаға юл тоттом. Унда уҡый башлағас, ауылға һирәк кенә, каникулдарға ғына ҡайта башланым. Ҡайҙа ғына булһам да, Сибәр еңгәйемде хәтеремдән сығарманым. Уның кәңәштәрен онотманым, тыуған көнөмә тип бүләк иткән муйынсағы, үҙенсә зауыҡлап тегеп, бәйләп биргән күлдәк, кофталары ла үҙен хәтерләтеп кенә торҙо. Кәрәге тейер тип биргән реферат, буклеттарҙың да файҙаһын күрҙем.
Ауылға ҡайтып-китеп йөрөгәнемдә әсәйем Сибәр еңгәйем менән барып күрешергә бик рөхсәт итеп барманы. Миңлебайҙың ҡатыны үҙен бар ауылға фаш итеп, эшенән ҡыуҙырған ине, тағы, етмәһә, еңгәйем яйлап эскегә бирелде. Ауыл халҡы йәш ҡатынды аҙҙырыуҙа Миңлебайҙы ғәйепләне, ҡай берәүҙәр башта уҡ елбәҙәклеге күренә ине, тип юрауҙары юш килеүенә ҡыуанды. Ауыҙҙарын салшайтып, хәҙер һәпрәһе ҡойолоп, сәсе ялбырап, йыртыҡ галош кейеп саҡ атлап китеп барған Сибәр еңгәйемде оҙатып ҡала инеләр.
Һуңғы курсҡа еттем инде. Шулай ҡышҡы сессияны тапшырып бөттөм дә ҡанатланып тағы тыуған яҡтарыма ҡайттым. Өйөмә юл тотҡанда артта ҡалған ҡартәсәйем йортона күҙ һалам: тәрбиә күрмәгәнлеге әллә ҡайҙан күҙгә салынып тора. Етемһерәгән шул. Ҡасан ғына унан нур бөркөлә ине. Башта ҡартәсәйемдең күңел йылыһы китмәне унан, ә һуңынан еңгәйем уның эсен тылсымлы донъяға әйләндерҙе. Бәлки, иҫ китерлек бер ни ҙә булмағандыр ҙа, бары тик миңә, бәләкәй ҡыҙыҡайға ғына, шулай тойолғандыр.
Түрбаш яғында атай-әсәйем ҡайтыуға ашарға бешереп йөрөйөм. Дөбөр-шатыр килгән тауыш ишетелеп ҡалғас, ҡапыл аптырап киттем. Кем йөрөйҙөр был мәлдә, атай-әсәйемдәрҙең эш көнө бөтөүгә әле иртәрәк. Тәҙрәнән ҡарарға ғына ынтылғайным, өй ишеге асылып китте.
—Һаумы, бикәс. Һәй, бәғеркәйем, ҡайтҡан икәнһең дә, күпме һыуҙар аҡты инде. Серләшеп-сөкөрләшеп ултырған да юҡ үҙең менән.
Алдымда күптән таралмағанлыҡтан ойошоп бөткән сәсле Сибәр еңгәйем баҫып тора ине. Тәрбиә күрмәгән бите йыйырсыҡланып бөткән, һарғайған да төҫлө, ауыҙынан һаҫыҡ араҡы, һуған еҫе килә. Тик күҙҙәре генә әле һаман нур бөркә. Улар тере бит әле!
—Сәләм, еңгәй. Әйҙә үтеп ултыр.
Ишек яңағына хәлһеҙ генә таянып торған Сибәр еңгәйем түрбашҡа үтеп, өҫтәл аҫтынан ултырғыс һөйрәп сығарҙы ла, аяҡтарын киреп ултырып алды.
—Ҙур үҫкәнһең, матурайғанһың, бикәс. Прическаң йөҙөңә килешеп тора. Зауыҡ бар икән үҙеңдә. Хәҙер инде үҙең матурлыҡ дәрестәре үткәрерлек булғанһың.
—Рәхмәт, еңгәй. Әйҙә сәй эсеп алайыҡ. Динияр менән Самира ҡайҙа һуң?
Мин сәй ҡуя башланым.
—Балаларҙы ни әсәйем алып ҡайтып китте. Бөтөнләй яңғыҙ ҡалдым инде бына. Йөрәгем илай, үҙем дә һыҡтайым… Эй, тормош… Миңлебай ҙа юхалап ауырымды алдырҙы ла, хәҙер үҙемде күргеһе лә килмәй. Кәрәгем ҡалманы инде… Бикәс, юҡ менән булма, кәрәкмәй. Сәйеңде бесәй эсһен,—Сибәр еңгәйем мәғәнәһеҙ көлөп ҡуйҙы.
—Һуң, сәй артында һөйләшеп ултырыу күңеллерәк булыр ине,—бындай ҡиәфәттәге еңгәйемде бөтә йәнем менән ҡабул итмәһәм дә, һиҙҙермәҫкә тырыштым.
—Булыр… Барыһы ла үҙ урынына ултырыр. Тик миңә ярҙам итеп кенә ебәрсе, бикәс.
—Һин тигәндә, мин ерҙә,—тип шаяртырға уйлағайным, Сибәр еңгәйемдең ҡап-ҡара булып ҡыштыҡҡа ҡатҡан ялан аяҡтарын күреп ҡысҡырып ебәрҙем:
—Еңгәй, тышта бит селлә һыуығы! Өҫтөңдәге күлдәгең дә йоҡа ғына.
—Сыныҡҡан кеше бит мин. Боттоң яланғас булыуы пүстәк. Фуфайка менән быйма башы бар бит. Тик бына һин генә үлтермә. Ярҙам ит. Әсәйеңдең ултырған нәмәһе булһа, ҡойоп ҡына бирсәле.
Ялынып ҡына ҡараған еңгәйемә текәлеп, бер аҙға һүҙһеҙ ҡалдым.
—Эх, еңгәй… Бер ни ҙә юҡ. Ана, сәй эсеп йылын.
—Фи… Бикәс берәү. Хотя бы сөкәллек аҡса бир,—еңгәйем хәлһеҙ генә башын аңҡайта биреп стенаға терәне.
—Олоғайып та бараһың. Эсеп йөрөгәнсе, балаларыңды тәрбиәләп, өҫ-башыңды ҡарап, уҡытып ҡына тик йөрөр инең. Үҙеңә ҡарауы ҡыйын.
—Ҡыйын түгел, ерәнес тигән. Булмай инде әтеү. Эх, донъя… Шулай инде бикәс тигәнең… Бәләкәй сағыңда ауыҙыма ҡарап ҡына тора торғайның. Хәҙер ҡаршы һөйләнәһең. Уҡығас кеше булдым тиһең инде. Ух, һин аны… Бикәс, өйрәтмә. Не учи ученого. Күкәй тауыҡҡа өйрәтмәй… Йөрәгем һыҙлай, шуға эсәм.
Ғәйепле генә һүҙһеҙ ҡала тиҙәр. Ғәйепле булмаһам да, еңгәйемде тынысландырыр, йыуатыр һүҙҙәр тапманым. Башымды сайҡап ҡына ҡуйҙым да, уйҙарыма сырмалып өнһөҙ ҡалдым. Минән бер ниндәй ҙә файҙа булмаясағын аңлаған еңгәйем бер аҙ ит, икмәк һорап алды ла, болғанлап сығып китте. Бәләкәй сағымда еңгәйемдең хуш буйы еҫенән илерә инем. Бөгөн уның артынан, әллә ҡасандан йыуынмағанлыҡтан, көнө-төнө хәмер һемереп, һуған кимереүҙән күңелде болғандырғыс насар еҫ тороп ҡалды.
Ошонан һуң башҡаса күрмәнем мин еңгәйемде. Иртәгеһенә үк ауылды урталай ярып аҡҡан йылға эргәһенән табып алдылар үҙен. Ҡарға күмелеп ятҡан. Әлеге лә баяғы Миңлебай, эштән ҡайтып барышлай, мәйетенә эләгеп ҡолаған. Шулай, матурлығы менән бөтәһен дә таң ҡалдырған еңгәйем бер кемгә лә кәрәкмәгән эт үлеме менән үлеп китте.
Туңыуҙан йөҙө күгәреп бөткән Сибәр еңгәйемдең мәйетенә ҡарай алманым, күңелемдәге кес кенә бер йылылыҡ ҡуҙҙарын һүрелткем килмәне. Еңгәйем минең өсөн барыбер ҙа матурлыҡ өлгө-һө булып ҡалды. Сәйер матурлыҡ… Нисек кенә булмаһын, мин уның кеүек матурлыҡ серҙәренә төшөнә алманым. Арбағыс, илерткес, һөйҙөрткөс көс-
кә барыһы ла эйә була алмайҙыр ул. Күңелемдең бер сите китек кеүек, уны Сибәр еңгәйем генә тулыландыра алғанғалыр күрәһең…
Миңлегөл Илһамова.