Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
12 Июль 2019, 12:36

ИКЕ ТИРӘК

Ике тирәк кенә тороп ҡалған,Күңелемдең ике терәге.Атай нигеҙҙәре онотолған,Емерелә инде йөрәгем.Ике тирәк кенә тороп ҡалған—Ҡартатайым менән өләсәй,Икәүһе лә шаулап япраҡ ярған,Тик барыбер әрнеп йән әсей.Ике тирәк кенә тороп ҡалған,Ҡайҙа минең бала саҡтарым?Эҙләйемме икән әйләндерепАунап ятҡан нигеҙ таштарын.Ике тирәк кенә тороп ҡалған,Тешләйемме икән терһәгем…Таныш эҙҙәр, таныш әйбер эҙләпТомалана бара күҙҙәрем.Ике тирәк кенә тороп ҡалған,Күңелемдең ике терәге.Өй урыны—ялан,ялан,ялан.Емерелде шағир йөрәге.Фәнис СИРБАЕВ.

Ике тирәк кенә тороп ҡалған,
Күңелемдең ике терәге.
Атай нигеҙҙәре онотолған,
Емерелә инде йөрәгем.
Ике тирәк кенә тороп ҡалған—
Ҡартатайым менән өләсәй,
Икәүһе лә шаулап япраҡ ярған,
Тик барыбер әрнеп йән әсей.
Ике тирәк кенә тороп ҡалған,
Ҡайҙа минең бала саҡтарым?
Эҙләйемме икән әйләндереп
Аунап ятҡан нигеҙ таштарын.
Ике тирәк кенә тороп ҡалған,
Тешләйемме икән терһәгем…
Таныш эҙҙәр, таныш әйбер эҙләп
Томалана бара күҙҙәрем.
Ике тирәк кенә тороп ҡалған,
Күңелемдең ике терәге.
Өй урыны—ялан,
ялан,
ялан.
Емерелде шағир йөрәге.
Фәнис СИРБАЕВ.
Читайте нас: