Ҡәҙерле туғаныбыҙ, бер бөртөк ҡустыбыҙ, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты Рәйес Түләктең ижады томдар менән иҫәпләнмәһә лә... тос өлөш индерҙе ул әҙәбиәтебеҙгә. Кешелекле, кеселекле, туғандарына ярҙамсыл, дуҫтарына тоғро Рәйесебеҙҙең күңелдәргә сикһеҙ үкенес, һағыш һалып арабыҙҙан китеүенә 12 йыл үтеп тә киткән.
Был көндә, яҡыныбыҙҙы иҫкә алып, үҙе иҫән саҡта яҙып ҡалдырған, күңеленә ауаздаш бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.
...Һәнәк һабы сырт-сырт итеп ҡалды,
Ахырыһы, күберәк күтәрҙем.
Ишетәмен кемдең борсолғанын,
Мыҫҡылдарын ишетәм күптәрҙең.
Минең өсөн кемдер хафаланып,
Кемдер минән көлөп ҡысҡыра.
Алға китеп булмай, өйөрмә ел
Йөккөнәмде сайҡап тик тора.
Мин үҙем дә, һәнәк һабы кеүек,
Бөгөлөп-бөгөлөп киттем. Ауманым.
Быға тиклем уйламай ҙа инем,
Барлыҡтарын тойҙом Алланың.
Күҙ алдыма ал нөктәләр сыҡты,
Ниҙер өҙөлә кеүек арҡамда.
Тик йөгөмдө генә ташлайһым юҡ,
Тубығымдан ергә батһам да.
Маңлайымдан ҡайнар тирҙәр ағып,
Күҙҙәремде йоммам, барыбер йоммам,
Мин күрә лә беләм йәш үтә.
Ана, унда—ҡыуыш эргәһендә
Бик ҡәнәғәт бисә-сәсәләр,
Бышылдашып, минең яҡҡа ымлап,
Көлөшә-көлөшә ҡымыҙ эсәләр.
Бәғзе ирҙәр, эшен ҡуйып тороп,
Миңә ҡарап ҡатҡан ян-яҡтан.
Тештәремде ҡыҫам, ҡайнар ҡаным
Ярып сығыр төҫлө яңаҡтан.
Уның һайын оторо сәм менән
Ҡапыл аяҡ тайҙы.—Ах, инәһеҙ!
Аңғармайыраҡ, ахыры, баҫылды.
Бөттө!—тинем. Ләкин ыңғай ғына
Тубыҡланып төштөм-йөгөндөм.
Ергә терәп һәнәгемдең һабын,
Саҡ ҡолатмай ҡалдым йөгөмдө...
Хайран ҡалдым шул саҡ, йәнемдең дә,
Тәнемдең дә һанап яраһын...
...Ә уйлаһаң, һәр кешенең ғүмере—
Күбә менән кәбән араһы...
Күргәнемә үҙем ышанманым:
Томбойоҡло күлдең өҫтөндә,
Талғын ғына аҡҡош йөҙә ине,
Ашыҡһам да барыр ерҙәремә,
Ҡырыҫ шофер бүлеп юлымды,
Күрһәткәйне бер саҡ, о, мөғжизә:
...Әллә күңел ҡырыҫлана. Әллә
Мөғжизәләр кәмей баралар,
Fәжәпләнмәм хәҙер, «фәлән ерҙә
Яуған тиһәләр ҙә ҡара ҡар».
Сөнки, беләм, шундай мәлдәр була:
Көн итәһең өнһөҙ төңөлөп.
Нимә генә аҡҡош ҡаралығы—
Ап-аҡ көндәр ҡара төн кеүек.
Өҙөлөп көткән аҡ бәхеттәр ҡайсаҡ
Төрөнөп килә ҡара ҡайғыға.
Уй-тойғолар баҫа ҡойон кеүек,
Баҫа ярһып, шашып, ҡотороп—
Аҡ ҡайындар гөлтләп көл булырлыҡ,
Аҡҡоштарың шашлыҡ булырлыҡ.
...Ҡара төндән аҡ көндәргә күсеп
Йәшел йәйҙән күсеп аҡ ҡышҡа,
Йәшә, кеше! Fәжәпләнеп кенә
Ҡара ҡайын, ҡара аҡҡошҡа.
Кем киндер орлоғон ашап бөтә, шул үҙенең күлдәген ашай. Халыҡ мәҡәле.
Барыбыҙ ҙа бергә йыйнала:
Киндер ҡушып бешерелгән икмәк,
Тәбиғәттең ғәжәп мөғжизәһе—
Күҙ алдына әгәр килтерһәң—
Кешеләр бит элек тетеп-иләп,
Кейем тегеп кейгән киндерҙән.
Киндер кейем кеймәнем. Тик иҫтә,
Бала саҡта әле, беҙ борон
Тыуған ерҙең тәме кеүек күреп,
Ашай инек киндер орлоғон.
Шулай килгән: кеше булған ерҙә
Киндер үҫкән—тиккә түгелдер.
Өшөгәндә тәнгә йылы биргән,
Тамаҡҡа ял биргән шул киндер.
Һәм... бер яҙҙа ете кеше килде
Бер ете ят ерҙең ситенән.
Яман сирҙәр килә яттар менән,
Сит тәрбиә килә сит менән.
«Наркоман» тип, закон әһелдәре
Бер әрмәнен тотоп яптылар.
Ауылыбыҙҙың оло киндерлеген
Төбө-тамыры менән яҡтылар.
Буранбайҙа *киндер бөттө, бөттө,
Тик наркоман илдә бөтмәне.
Миҙгелдәрҙе минең үртәне...
...Ҡырҡ йыл үткән. Ҡайттым. Наркомандай
Тойғоларҙан торам саҡ айныҡ.
Орлоҡ еҫе бөрккән икмәк тә юҡ,
*Буранбай—тыуған ауылым исеме.
Ниндәй серҙәр һаҡлана һуң
...О, һиндәге ул йәйғорҙар,
Мин бит мәңгегә китмәнем,
...Ҡаҙ ҡанатҡайҙары кеүек
Шундай йыл, ти, быйыл, Ерҙе урап
Йөрөй, тиҙәр, магнит бураны.
Юҡ, зыянһыҙ, тиҙәр ҡаралтыға—
Йорт-бурамы, кәртә-ҡурамы...
Зыяны ҙур икән йөрәктәргә,
Үлем күп, ти, йөрәк сиренән.
Әбйәлилдә берәү үлгән, ана,
Ат эйәрләп торған еренән.
Ә әҙме һуң, атҡа атланып та,
Барып еткәне лә маҡсатының
Fәйбәт кеүек инде был буран.
Бына мин дә әле шаңҡып ҡайттым,
Әгәр ҙә һеҙ миңә килһәгеҙ,
Килегеҙ һеҙ миңә йөҙгә-йөҙ!
Унан миңә миләш баш ҡаға.
Һөйләмәйем һинән башҡаға.
Был өмөтһөҙ көҙҙөң һалҡынын
Тоймаймы ни һинең ялҡының?..
Ниңә шулай һуңлап балҡының?
Турғайҙарҙан башҡа ҡош ҡунмай,
Түҙәһеңдер нисек бошонмай?!
Тоғролоҡто бары ҡыш һынай...
Тоғролоҡто зәһәр ҡыш һынай.
Мин—яуҙарҙа үлгән башҡорттарҙың
Тере рухы, һеҙгә һүҙ ҡушам.
Уралтауҙа һеҙ йәшәһен, тиеп,
Ҡайта алмай ҡалдыҡ һуғыштан.
Беҙҙең өҫкә баҫып атлайһығыҙ,
Был ерҙәрҙә беҙ һәр аҙымда.
Башҡорт ерен, һары майҙай күреп,
Беҙ тансҡаныҡ йөрәк ҡанында.
Ер өҫтөнә һин дә, һин дә, һин дә
Шытып сыҡтың беҙҙең орлоҡтан.
Fүмер буйы ҡоллоҡ булыр илең,
Аҡһаҡалдар! Белмәйһегеҙ... һеҙме?!
Буйҙар етмәгәнен терһәккә.
Һеҙ бит һаман булмышығыҙ менән
Алдар эләгеп торған элмәктә.
Быуындарҙан күсереп быуындарға
Һаҡлағанбыҙ икән кем өсөн?
Ҡайҙа иттегеҙ һеҙ Уралтауҙың
Ҡар(а) урманын, алтын, көмөшөн???
Был һорауҙы сабыйың теле менән
Мин һорармын, мең ҡат һорармын.
Ҡайҙа, тиеп, бәҫе, күркәмлеге
Салауаттан ҡалған Уралдың?
Мин һорармын: «Яугир башҡорттарҙың
Тере рухы...Әй, ил инәһе!
Башҡортлоҡто баҫҡан ошо ҡәһәр
Әллә һинән, һинән киләме?
Һин төкөрҙөңмө әллә иманыңа,
Беҙ ҡалдырып киткән ырыҫҡа.
Нисә улың илен ташлап китте,
Нисә ҡыҙың сыҡты урыҫҡа???
Ниндәй Рәсәй һуң ул, туйыу белмәй,
Башҡорт еркәйенә ҡаныҡҡан???
Алтын түгел—беҙҙең һөйәк бит ул,
Нефть түгел—ул бит беҙҙең ҡан!!!
Һеҙҙе урап ятҡан—офоҡ түгел,
Ваҡыттыр бит шуны аңларға.
Ул бит—беҙҙең ҡәбер. Ҡояш булып
Беҙ ҡалҡабыҙ һеҙҙе барларға.
Йөҙөбөҙ саф, сөнки намыҫ таҙа,
Беҙҙең намыҫ ҡанда сайҡалған...
Йөрәгенә бәрелеп саң ҡағам!»
Минең һиңә биргән бүләгем юҡ,
Һиҙмәһәк тә күпме йылдар уҙған,
Юлдар уҙған беҙҙең аранан.
Шул юлдарҙан күпме яҙмыш уҙған,
Ах, таушалды минең ихтыяр.
Әйтә алмайым хәҙер әйтер мәлдә,
Әйтмәҫ ерҙә әйтмәй ҡалмайым.
Утта янырға мин түҙәм, ләкин,
Тормошом да хәҙер гел ялғанлай,
Мин үҙем дә билән алғандай.
Үреләм дә өҙәм, тигән ерҙә,
Һонған ҡулым өҙөлөп ҡалғандай.
Иҫеңдәлер, китап аҡ тиһә—аҡ,
Бөгөн әллә офоҡ алмаштымы,
Бына, мәйет сығыр тигән йорттан
Аҡ ебәккә төрөнөп туй сыҡты.
Ап-аҡ, тиеп, мин табынған ҡарҙар
Ирегәйне—күпме ҡый сыҡты.
Ә беҙ һаман, һаман айырылабыҙ,
Һиңә генә һөйләр һүҙҙәрем бар,
Беләһеңдер ҡайҙа осраша яр,
Ҡайт әле, ҡайт йылға башына!