АТАЙСАЛ
-23 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
27 Март 2019, 12:59

Эскесе булып тыумайҙар ул, балам...

…Мин—эскесе улы. Иртән айныҡ, ә кискә лаяҡыл иҫерек атайым. Ә эсмәгән көндәре уның беҙҙең өсөн оло байрамға әүерелә. Әсәйем, ҡартәсәйем, хатта сәңгелдәктә генә ятҡан һеңлем дә был айныҡ көндәрҙе һағынып көтәбеҙ. Иртән мең тәүбәгә килеп аҙарынған атай, йә ауа-түнә ҡайта, йә эҙләп алыуға ла ҡала башланы. Иҫемдә, сатлама һыуыҡ ғинуар төнө. Атай һаман эштән ҡайтмаған (ул колхозда мал табибы ине ). Эҙләй сыҡтыҡ әсәй менән. Йығылып ятһа тип тимер кәритәне һөйрәп алдыҡ. Бер урамды ҡыҙырҙыҡ, икенсеһен, сәмәй һатҡан өй ти-рәләрен барлап сыҡтыҡ, юҡ.

…Мин—эскесе улы. Иртән айныҡ, ә кискә лаяҡыл иҫерек атайым. Ә эсмәгән көндәре уның беҙҙең өсөн оло байрамға әүерелә. Әсәйем, ҡартәсәйем, хатта сәңгелдәктә генә ятҡан һеңлем дә был айныҡ көндәрҙе һағынып көтәбеҙ. Иртән мең тәүбәгә килеп аҙарынған атай, йә ауа-түнә ҡайта, йә эҙләп алыуға ла ҡала башланы. Иҫемдә, сатлама һыуыҡ ғинуар төнө. Атай һаман эштән ҡайтмаған (ул колхозда мал табибы ине ). Эҙләй сыҡтыҡ әсәй менән. Йығылып ятһа тип тимер кәритәне һөйрәп алдыҡ. Бер урамды ҡыҙырҙыҡ, икенсеһен, сәмәй һатҡан өй ти-рәләрен барлап сыҡтыҡ, юҡ. Ферма урамында ай яҡтыһында ҡарайып күренгән «нәмә»не ҡурҡа-өркә барып ҡараныҡ. Ҡуйынына һаҫыҡ шешәһен ҡыҫтырып атайым ята ине. Һалам түшәүле кәритәгә көскә тейәп (нисек көсөбөҙ еткәндер?!) өйгә ҡарай атлайбыҙ. Аҙым һайын тиерлек туҡтап әсәйем тыныуын тыңлай, башындағы шәлен сисеп, атайымды ябындырып ҡуйҙы бер мәл. Үҙе өшөй, йәл ине әсәй миңә. Түҙмәнем юлыңғайы һорап ҡуйҙым:
—Әсәй, бөтәһенең дә аталары эсмәй ҙә инде?! Нишләп һин эскән атайҙы һайланың икән?
Әсәйемде һиҫкәндерҙе кеүек был һорауым :
—Ээйй, балам?! Һуң уның бит ҡаҡ маңлайына «Эскесе » тип яҙылмаған ине!...—тине.
…Хәтерҙә ныҡ уйылған икенсе хәтирә. Класташ малайҙар менән мәктәптән ҡайтып киләбеҙ. Яҙ, йылы, сыуаҡ көн. Аяҡ аҫтында күләүектәр гөрләй. Атайымдың иң ҡыҙыу байрамы—үгеҙ-тәкә көйҙөрөү осоро еткәнен белә инем инде, тик магазин алдында бер өйкөм ирҙәр алдында тамаша күрһәтеүсе ул булыр тип уйламағайным да. Шыр яланғас, ҡойоға аунаған атайым бар халыҡты көлдөрөп ҡылана. Ике йотом дефицит араҡыны ҡулға төшөрөү өсөн бына ниндәй түбәнселеккә лә риза икән атайым! Малайҙар берсә атайыма, берсә миңә ҡарап, һындары ҡатып көлөшә башланы. Йән фарман ҡайтып ауҙым өйгә, ғәрләндем! Түгелеп иланым! Һүҙһеҙ ҙә аңлаған ҡартәсәйем баш осома килеп:
—Эй, балаҡай! Бер әҙәм дә доньяға эскесе булып тыумай шул. Йоғошло ауырыу кеүек ул эскелек. Йоҡтороуы йәһәт, ҡотолоуы ауыр. Fибрәт өсөн генә тыуҙырып, буй биргәнмендер инде атаңа, һис һүҙемде тыңламай бит. Атай менән әсәйҙе алмаштырып йә һайлап алып булмай шу-у-ул,—тип әсенгәне иҫтә...
…Араҡы талонға ғына, шәкәр ҙә самалап һатыла башланы бер мәл, эске эҙләгәндәр колхоз малына ҡайҙандыр килгән шәкәр сөгөлдөрө һығындыһын (патока тиҙәр ине) әсетеп эсеүгә өйрәнде. Мал ауыҙынан биҙрәләп тартып урлап, самагонсы ҡа-тындарға градусҡа алмашып, аҙаҡ уныһы ла бөткәс, тәҙрә йыуыу шыйыҡлығына ла күстеләр. Ҡайһы ваҡыт атай артынан ҡалмай эйәрә инем, әллә мине күреп тыйылырмы тип уйлағанмындыр инде, шуға ла нимә, нисек эскәндәрен теүәл белдем. Ҡырҡыу еҫле «тройной», йомошона ярағанына әжер итеп кемдер хушбуй ҙа тоттора ине атайыма. Аслы-туҡлы ашҡаҙанға был һыуҙар батмай башланымы, атайым бер көн сәсрәп ауырып йығылды. Йотом һыу ҙа үтмәй ауыҙынан, күм-күк, йә ут йәшел итеп һаҫыҡ күперек ҡоҫа. Ирендәре күгәреп, хәлһеҙләнгән атайымды урындыҡта ҡалайтып та терелтә алмай өйрөләбеҙ. Әсәй ҡартәсәй бойороғонда фельдшерға йүгерҙе, үҙе атайҙың тәндәрен ыуғылап ауыҙ эсенән ниҙер уҡынып маташа. Фельдшер килмәне, әсәй күҙ йәштәрендә бер-ике апай һәм таныш түгел ағайҙы эйәртеп ҡайтты. Күҙҙәре аларып тартышып ыңғырашҡан атайымды тотондолар «качать» итергә. Тәнен ыуырға спирт йә араҡы кәрәк ине, тигәндәрен ишетеп ҡалдым да, һабантуйға тип йыйған бар тинлектәремде усыма йомоп киттем самагонсы әбейгә. Тинлектәремде сирайып ҡына сүпләне лә шешә төбөнә генә йәнгә инер «һыу» ҡойоп бирҙе. Елдереп ҡайтып еттем, атайым терелһә булған! Бик оҙаҡ ыуалап, тағын әллә ниндәй әмәлдәр ҡулланып инде үлде тигән атайымды саҡ аяҡҡа баҫтырҙылар. Ошо терелеүҙән инде башҡаса эсмәҫ тигәйнем, арыуыҡ ҡына эсмәй ҙә йөрөнө. Өҙҙөрөп гармунында уйнаһа, һығылтып бураһын бураһа, техника йүнәтеү тиһеңме—барыһына ла оҫта, уға тиңе юҡ кеүек ине лә бит. Тик, бер белмәгәс белмәй икән ул әҙәм дә. Тағы ла эсте бит! Колхоз аҡса түләмәй, мал менән эш хаҡын ҡайтарҙы ҡайһы саҡ, ә беҙгә тәғәйен мал өйгә ҡайтып етмәй самогонсылар ҡураһын тултырҙы. Мал йылына бер бирелә, ә эскелек көн дә кәрәк шул атайға. Араҡы алдында бала хаҡы ла, ғаилә лә онотола, ризыҡ өҙөп мал йыйғанда оят әҫәре лә ҡалмай икән. Fүмерҙә ҡыланмаған юлға—урлыҡҡа ла батырҙы эскелек. Хужалыҡтың быҙау башмаҡтарын «шылдырған» атайҙы эшенән ҡыуалап, штраф һалып ҡуйҙылар. Барыбер ҙә тыйылманы атайыбыҙ, өйҙән булһа ла ниҙер урлап күңел асыуҙы хуп күрҙе. Илап ялбарған ҡартәсәйемдең күҙ йәштәре лә туҡтатманы уны был юлдан... Иптәш малайҙарҙың аталары машина йөрөткәненә, ат етәкләп улдарын ат башында мендергәненә көнләшеп ҡарарға ғына ҡалды миңә...
Көҙгө муллыҡта тағын колхоз келәтенең игененә мулыҡҡан атайҙы тотоп, бур исеме тағып, әсәйҙең яңғыҙ елкәһенә ҙур ғына штраф сәпәнеләр. Шул көндән эҙһеҙ юғалды беҙҙең атай. Эҙләмәгән, хәбәр итмәгән ер ҡалманы, юҡ. Гәзит аша ла, телевидение тапшырыуына ла яҙыу яуапһыҙ ҡалды. Бер кем күрмәне, белмәне лә. Әйтерһең дә ер йотто. Ҡәҙер кисендә ҡартә-сәйем менән күк ҡабағы асылырын көтөп, атайға тере булһа ҡайтыуын, һаулыҡ теләгән дә иҫтә. Әгәр үлеп фәлән ҡалған булһа тип, ҡартәсәйем оҙон-оҙаҡ көйләп «Ясин» сығарҙы, ҡуш усымды ҡуйып илай-илай мин дә атайым рухына доға ҡылдым шул төн...
Урта мәктәпте тамамлап, әрмегә барып ҡайттым. Өмөт өҙөлмәй, унда-бында һүҙ һала йөрөйөм. Яуап юҡ. Әҙәм энә түгел дә, кем булһа ла күрергә тейештер бит?! Ҡартәсәйем атайымды көтөп күҙе ҡарайып үлеп китте. Атайҙың терелеген иҫбат итер, үле икәнлеген дә дәлилләр ҡағыҙ остоғо таба алмай ыҙаландыҡ, мәктәптә уҡыған һеңлем—пособиенан, юғары уҡыу йортонда уҡыған мин стипендиянан ҡолаҡ ҡаҡтыҡ. Ауыр ине тормошобоҙ, атайҙан ҡалған колхозға булған дебиторҙы саҡ түләнек, шулай ҙа алға ынтылдыҡ. Мин табип һөнәрен алып уҡып сыҡтым, ике йыл ҡалала эшләп алғас, өйләнергә уйланым. Күптән яратышып йөрөгән ауылдаш ҡыҙға һөйләшергә яусы ебәрҙек. Юл уңманы: «Ауылдың атаҡлы алкашының улына ҡыҙ бирәһебеҙ юҡ!»,—тип ҡырт бороп ҡайтарҙылар. Атайымдың даны минең тормошома ла ҡыҫылыш яһаны...
Ҡалаға һыйындым, ауылдың кеме осраһа ла битемә бәреп: «Эй, һин теге бурҙың улы мәле ул?» йә: «Алкаштан да духтыр тыуа икән дә?!»—тиер һымаҡ ине. Өйләндем. Инде яйланды ғына тигәндә тормоштар, әсәйем дә үлеп ҡуйҙы. Һеңлемде үҙем уҡытышып кейәүгә бирҙем. Атайым ише айнығалмай эскән атайҙар, сәсе башы туҙып йәмһеҙләнгән ҡатындарҙы дауалаусы табип-нарколог мин. Һәр пациентым күҙҙәренән атайымдың төҫөн күрәм, тыныуҙарынан атайымдыҡылай һаҫыҡ бөркөлә. Аҙна ун көн эсендә мең тәүбәгә килеп, был тупһаны башҡа ашатламаҫҡа вәғәҙә биреп ҡайта ҡайһылары. Ҡабат-ҡабат бер вәғәҙәне ҡабатлағандар ҙа табылып танылып тора...
Ни өсөн яҙам мин был юлдарҙы? Бер көн дүрт йәшлек улым һорап ҡуйҙы: «Атай, нишләп һин балалар табибы түгел? Унда (балалар клиникаһында) стеналар матур һүрәтле, тәтәйҙәр күп, балалар тауыштары яңғырай, ә һин эшләгән больница тимер тәҙрәле, стеналары ла төҫһөҙ, ишеү олатай-инәйҙәр гел йәмһеҙ ҡысҡыра, ярамаған һүҙҙәр әйтә...»
Әле әйтһәм дә бер һүҙем айышын аңламаҫһың шул балам?! Бәлким ошо үрҙә яҙғандарым аша аңларһың, бәхетле бала саҡ булһын өсөн, улыҡайым, атай-әсәйҙең дә һау аҡылда булыуы кәрәк шул...
…Эҙһеҙ юғалған атайымдан бер көн хәбәр килеп эҙләп тапты. Фәлән-фәлән ерҙәге дауаханала аяҡ-ҡулы өшөп өҙөлгән, еңелсә фалиж һуҡҡан ҡарт бабай минең атайым икәнен танып, тейәп (!) алып ҡайттым. Кеше көнлө ҡарап тороуға имәнес ҡарт атайымды инвалид креслоһына ултыртып, хас та бала саҡтағы кәритәгә һалып һөйрәгәндәй, тәрбиәмә алдым. Яйлап теле лә асылғандай булып ҡуйҙы, тәрбиәнән йөҙөнә нур керҙе. Ҡайҙа булғанлығын һөйләмәһә лә аңлашыла ине, араҡыға алданып ҡол тормошоноң касафаты был көнө. Бармаҡ-суҡһыҙ ҡул, тубыҡтан түбән ҡырҡылған аяҡ, ҡайҙа теләй шунда сабып сығырға, ни теләй шуны эсергә яйһыҙ күрәһең. Мөлдөрәп күҙгә төбөлгән сабыйҙай ҡарашлы зәғифте йәлләп ҡуям, ә мине атайым йәлләнеме икән бала сағымда?! Әсәйемде? Ҡартәсәйемде?...
Көн оҙоно үҙем эштәмен, атай алдына күп итеп китап, гәзит һалып, телевизор тоҡандырып китәм. Бер көн ҡартәсәйемдән ҡалған ҡомартҡы сүрәләр китабын уҡыған атайыма таң ҡалдым. Шул тиклем килештереп көйләй, әйтерһең дә ғүмер буйы эскесе булмаған, тик ус яҙып бит һыпырыр ҡул усы ғына юҡ. Тетрәндем, тәндәрем сымбырланы аят-доға көйөнә, иманын юйғандың иманға кире ҡайтыуын күрҙем. Атайым менән һөйләшеп эш урыныма алып барҙым үҙен. Юлдан яҙғандарға фәһемле вәғәздәрен һөйләп, эскелектең аҙағының яфалы тормош икәнен үҙ миҫалында тартынмай һөйләне. Ысын күңелдән бирелеп һөйләгән атайым күҙҙәрендә үкенеүле күҙ йәштәрен күреп әсендем, һуң шул, бик һуң шул уның иманға ҡайтыуы...
Мин—кисәге эскесе, бөгөнгө иманға әйҙәүсе атай улы. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиһәләр ҙә, эскелеккә минең тормошомда урын юҡ!!!
Бәхетле бала сағымды урлаған, яратҡан яртымдан яҙҙырған, туған еремдән биҙҙергән эскелеккә мин ҡырҡа ҡаршы. «Ала ҡарға» тип әйтһендәр, «кодланған» бит ул тип әйтһендәр— миңә барыбер!
Улым! Әле тыумаған ейәнем!
Һеҙгә минең ише «мин—эскесе улы»,—тип һүҙ башларға яҙмаһын!