Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
14 Ғинуар 2019, 12:32

Ялҡытҡыс ҡунаҡ. Хикәйәт

Бер кеше үҙенең таныштарына ҡунаҡҡа килә. Хужалар уны һөйөнөп ҡаршы ала, ҡосаҡлаша, хәл-әхүәл һораша. —Кәләш, ҡунаҡҡа аш әҙерлә, кофе ҡайнат, шарап ҡой,—ти йорт хужаһы.Аш өҫтәле артында оҙаҡ һөйләшәләр. Һаулыҡтары, бала-сағалары тураһында һорашалар.—Кәләш, ҡунаҡҡа йоҡлау өсөн урын әҙерлә,—ти хужа.Хужабикә түшәк кәрәк-яраҡтары сығара. Матрас өҫтөнә юрған, яҫтыҡ һала.Шулай бер аҙна үтә. Хужалар яҫтыҡты ала. Ике аҙнанан юрған алына, өс аҙнанан—матрас.Дүртенсе аҙнаһына ҡунаҡ ҡайтырға йыйына башлай. Хужалар:—Нишләп ҡайтаһың, үпкәләнеңме әллә—тип һорай.—Юҡ, һеҙ мине үпкәләтмәнегеҙ, бер насарлыҡ эшләмәнегеҙ, һеҙ яҫтыҡты алғас та мин ҡайтырға тейеш инем,—тип яуап бирә.

Бер кеше үҙенең таныштарына ҡунаҡҡа килә. Хужалар уны һөйөнөп ҡаршы ала, ҡосаҡлаша, хәл-әхүәл һораша.
—Кәләш, ҡунаҡҡа аш әҙерлә, кофе ҡайнат, шарап ҡой,—ти йорт хужаһы.
Аш өҫтәле артында оҙаҡ һөйләшәләр. Һаулыҡтары, бала-сағалары тураһында һорашалар.
—Кәләш, ҡунаҡҡа йоҡлау өсөн урын әҙерлә,—ти хужа.
Хужабикә түшәк кәрәк-яраҡтары сығара. Матрас өҫтөнә юрған, яҫтыҡ һала.
Шулай бер аҙна үтә. Хужалар яҫтыҡты ала. Ике аҙнанан юрған алына, өс аҙнанан—матрас.
Дүртенсе аҙнаһына ҡунаҡ ҡайтырға йыйына башлай. Хужалар:
—Нишләп ҡайтаһың, үпкәләнеңме әллә—тип һорай.
—Юҡ, һеҙ мине үпкәләтмәнегеҙ, бер насарлыҡ эшләмәнегеҙ, һеҙ яҫтыҡты алғас та мин ҡайтырға тейеш инем,—тип яуап бирә.
Читайте нас: