АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
16 Декабрь 2018, 10:37

Бәхет

Арытмаймы, тиҙәр, балаларың,Ялҡытмаймы сыр-сыу донъялар?Депрессия, тағы әллә ниндәйДиагноздар һорап ҡуялар...Төрлө ваҡыт була торған инде,Уйын түгел бала үҫтереү.Ҡар яуғанда урам көрәгәндәй—Арттарынан йыйнап йүгереү.

Арытмаймы, тиҙәр, балаларың,
Ялҡытмаймы сыр-сыу донъялар?
Депрессия, тағы әллә ниндәй
Диагноздар һорап ҡуялар...
Төрлө ваҡыт була торған инде,
Уйын түгел бала үҫтереү.
Ҡар яуғанда урам көрәгәндәй—
Арттарынан йыйнап йүгереү.
Тик! Шаярмай бала үҫәме ни?!
Сыр-сыу килмәй ғаилә торамы?!
Өй буйлатып ҡойоп ашамағас,
Йүгермәгәс тамаҡ туямы?!
Бәхет бит ул—гөрләп көн ҡаршылау,
Серем итмәй төндәр үтһә лә.
Мәж килешеп, көйләп һәр береһен,
Эсәр сәйең төшкә етһә лә...
Һәр тарафтан яуа төрлө һорау:
Әней, нишләп? Әней, ни өсөн?
Бере илай, бере йоҡлағанда,
Бере йырлай «данлап» ҡул эшен!
Иҙән тулы тәтәй! Шунда мәмәй!
Валсыҡтары ята ҡойолоп...
Мөйөш һайын аунай ҡағыҙ, ҡәләм—
Мәңге йыйналмаған тойолоп.
Асылмаған тартма, кәштә ҡалмай,
Ишек-тотҡа бәйләп ҡуймалы.
Соҡонмағас уны, тикшермәгәс,
Был донъяны белеп буламы?!
«Бес» ителгән ыштан хәсрәтме ни?!
Ашауы ла бәхет, «бесе» лә!
Тубыҡ ҡанап илап ҡайтыуы ла,
Әкиәтле уртаҡ кисе лә.
Имен бала шаулай, уйнай инде!
Тормошҡа ул шулай күнегә.
Сирле булып, телһеҙ ултырһалар
Тыныс булырмы ни күңелгә?
Йонсотмаймы, тиҙәр, балаларың?
Йонсоталыр инде бер хәтле...
Йә башыңды ҡомға тыҡҡы килә,
Йә туҡтатҡы килә был мәлде.
Декрет үҙе—бер мәл ҡабатланмаҫ,
Ҡабат ҡайтмаҫ сағы сабыйҙың!
Үс ҡанғансы тойоп ҡалғым килә,
Ҡәҙерҙәрен ошо сағымдың.
Депрессия миңә ниңә тейеш?
Ашар ашым, торор йортом бар.
Беҙҙе үҫтергәндә тәтемәгән
Уңайлыҡтар тулы шартым бар...
Донъя тулы, ана, балаһыҙҙар—
Депрессия баҫҡан бәғерҙәр...
«Ҡар көрәргә» улар буран түгел,
Таш яуғанда хатта әҙерҙәр...
Арытмаймы, тиҙәр, балаларың,
Ялҡытмаймы тыз-быз донъялар?..
—Депрессия, невроз, стрестарҙан да
Дауа бит ул һап-һау балалар!
Светлана СӨЛӘЙМӘНОВА
Читайте нас: