Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
15 Декабрь 2018, 10:23

Төйөр

хикәйәТалип үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай бер гилке машина тәҙрәһенән таныш йорт тирәһен күҙәтте. Бейек тимер ҡапҡа, заманса евро тәҙрәләр, ҡыйыҡ та икенсе япмаларға алмашынған. Тик төпһөҙ ҡараңғы тойолған тәҙрәләрҙән генә моңһоу һағыш ҡойолғандай тойолдо уға. Бәлки, уға ғына шулай тойолалыр. Әйтерһең дә ҡарт бабайҙы заманса кейендереп, күҙлекләп ҡуйғандар! Атаһының һын ҡарашын һаҡлаған тыуған йортон был ҡиәфәтҡә үк үҙгәрер тип һис уйламаған Талип әкрен генә машинанан төшөп, дәү ҡапҡаға йүнәлде. Тулҡынланыуҙың ни икәнен дә әлегәсә һиҙмәгәнгә, тәненән еңелсә ток үткәндәй зымбырлап китеүенә һағаланып ҡына ҡапҡа тотҡаһына тотондо. Бикле. Улай-былай борғолауҙан да файҙа булмағас, башын нишләптер өҫкә саңҡайтты, ә унда...ә унда видеокүҙәтеү камераһын шәйләп, хатта сәбәпһеҙ булһа ла ҡурҡып, кинәт боролоп китергә йүнәлде. Ҡасандыр мәктәпкә оҙатып, бер яҡҡа ҡырын ялпайып ҡаршы алған, һис ҡасан бик йоҙаҡ күрмәгән, әрмегә оҙатып тоғро ғына ҡаршы алған, хатта килен төшөрөргә тип киреп асып ҡуйылған көләс ел ҡапҡа, бынау заманса семәрле ҡупшынан күпкә алсағыраҡ та, һәр килгәнгә ҡунаҡсылыраҡ та кеүек ине бит.

Талип үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай бер гилке машина тәҙрәһенән таныш йорт тирәһен күҙәтте. Бейек тимер ҡапҡа, заманса евро тәҙрәләр, ҡыйыҡ та икенсе япмаларға алмашынған. Тик төпһөҙ ҡараңғы тойолған тәҙрәләрҙән генә моңһоу һағыш ҡойолғандай тойолдо уға. Бәлки, уға ғына шулай тойолалыр. Әйтерһең дә ҡарт бабайҙы заманса кейендереп, күҙлекләп ҡуйғандар! Атаһының һын ҡарашын һаҡлаған тыуған йортон был ҡиәфәтҡә үк үҙгәрер тип һис уйламаған Талип әкрен генә машинанан төшөп, дәү ҡапҡаға йү-нәлде. Тулҡынланыуҙың ни икәнен дә әлегәсә һиҙмәгәнгә, тәненән еңелсә ток үткәндәй зымбырлап китеүенә һағаланып ҡына ҡапҡа тотҡаһына тотондо. Бикле. Улай-былай борғолауҙан да файҙа булмағас, башын нишләптер өҫкә саңҡайтты, ә унда...ә унда видеокүҙәтеү камераһын шәйләп, хатта сәбәпһеҙ булһа ла ҡурҡып, кинәт боролоп китергә йүнәлде.Ҡасандыр мәктәпкә оҙатып, бер яҡҡа ҡырын ялпайып ҡаршы алған, һис ҡасан бик йоҙаҡ күрмәгән, әрмегә оҙатып тоғро ғына ҡаршы алған, хатта килен төшөрөргә тип киреп асып ҡуйылған көләс ел ҡапҡа, бынау заманса семәрле ҡупшынан күпкә алсағыраҡ та, һәр килгәнгә ҡу-наҡсылыраҡ та кеүек ине бит.
Талип машина эсенә инһә лә, уйҙары һаман ҡапҡа төбөндә ҡалды. Кәрәкле тип һанаған бар мөлкәт-зиннәтен төйнәп, мал тыуары менән ҡуша һатып өйҙө, ошо ҡапҡа төбөнән ҡуҙғалған мәл әлегеләй күҙ алдында. Сынйырҙағы Аҡбай еңелсә сыйнап ҡуйыуын да, өй нигеҙендә бер ни булмағандай көҙ сыуағына ҡыҙынған Мыраубикәһен дә күрер кеүек ине бөгөн. Юҡ икән шул, хатта урам эсенә күҙ һалырға ла яҙманы. Ауыр уйҙарының, күңеленә тынғы бирмәгән төйөрҙөң таралыуына сәбәп эҙләп килгәйне лә ...
Машина әйтерһең дә үҙ белдеге менән хужаһының кәйефен самалай, киреләнмәй генә еңел ҡуҙғалып ауыл ситенә—элекке баҫыу ерҙәренә табан йүнәлде. Ҡасандыр кем уҙарҙан удар көнлөктәр ойоштороп, иген игеп ярышҡан иген баҫыуҙарын, туғай ҡырҙарын күрҙе лә үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай тора бирҙе. Кемдер кәртәләп маташҡан кисәге баҫыу, әрем-алабута хөкөмөнә бирелеп, һаҡал баҫҡан ҡарттай ҡатып ҡалған. Эх, китмәҫ ине Талип, етем итмәҫ ине! Атаһы менән күпме төн ҡулалмаш туңға һөргәйнеләр бит ошо ҡырҙарҙы, күпме тапҡыр ялан батыры булып, күсмә вымпел тағып ҡупайғайнылар. Һәр ваҡыт почетта, түрҙә булыуҙар тырыш хеҙмәт емеше икәнен яҡшы аңлағайны ла аңлауын, тик атай доньялыҡтан китеп, әсәй ҙә уның артынса күп тә тормай мәрхүмә булыуын ғына көткәнме ни—хәләле көн-төн ҡалаға күсәйек тип буҙланы. Имеш, ауылда ни бар, эшләһәң мал бирәләр ҙә фураж, ә, ана, фәлән-дең беҙҙә юҡ нәмә күптән бар...
Бәлки китмәҫ тә ине Талип, күрәләтә хәйләләшеп уңыш батырына тәғәйен бүләкте ярыш һөҙөмтәләрен үҙгәртеп бригадирҙың кейәүенә тоттороуҙарына ныҡ әсенде. Йоҙроҡ төйөп дөрөҫлөк таптырмаһа ла, эстән генә хәйләгә көйәләнеп, шул көҙҙә үк хәләленең көйөнә күсте. Мал-тыуары, йорт-ҡураһы менән өйҙө бер ус ҡағыҙға алмашып сыҡты ла китте ҡала яғына. Ҡайтмағанына нисә йылдар икәнен ҡаш төйөп иҫәпләп тә ҡараны, әллә ҡартлыҡ ҡарыуы етеүе, әллә йылдар юрамал уны бутап маташтымы, теүәл генә таба алманы...
Эсеренә һыу тапмай аҙапланған дүрт аяҡлы малдай әле был, әле теге тарафҡа барып төртөлөүҙәрҙән дә һис һыуһыны ҡанманы Талиптың. Ярым емерек йорттар, кисә генә кеүек гөрләп эшләп торған ферма ҡуралыҡтары, йәмһеҙ һерәйешеп ҡалған тау битендәге ҡороған ағастар...Усаҡ яғып таң ҡаршылар сауҡалыҡтарҙы ла вәхшиҙәрсә ҡырҡып бөткәндәр, ҡасандыр һыу башняһы булған ерҙәрҙе сүплеккә үк әйләндергәндәр...
Күҙ алдына атаһының уҫал ҡараштары килеп баҫҡандай булды. Доньялыҡта саҡта һәр саҡ маҡтап, күтәремләп эшкә өйрәткән атаһынының бындай ҡиәфәттәге «ҡарашынан» баҙап Талиптың башы эйелде...
Зыярат ҡапҡаһына һаҡ ҡына ҡағылып асты ла эскә үтте ул. Бик оҙаҡ ҡына ата-әсәһе ҡәберен таба алмай бер урында әйләнде. Бер яҡ ситтәрәк рәшәткәһе ығып, бер яҡҡа йығылған ҡуш ҡәберҙе шәйләп, уның ғәзиздәренеке икәненә асырғанып, бик оҙаҡ ҡына бында килмәгәнлеген аң-ланы. Һаҡ ҡына рә-шәткәләрҙе ҡалҡытып та ҡараны, тотонор бағана, теркәү тапмаған кәртә ҡулдан ысҡыныуға кире шул килеш ситкә ауып ергә ыҡты. «Бағанаһыҙ кәртә—таяуһыҙ ауыл кеүек»,—күңеленә килгәне әлеге мәлдә шул ғына ине..
Исмаһам берәй таныш-тонош осрамаҫмы, тип оло урам тапҡырына килеп ултырыуына күнәктәрен бәүелтә-бәүелтә тыҡрыҡтан сығып килгән Сәбилә еңгәһен күреп ҡыуанып китте. Шаян телдәр еңгә ине бит ул заманында.
—Сәбилә еңгә, һауғынамы?!
Һыңғар ҡулы менән яурын өҫтөндәге көйәнтәһен бәүелеүҙән һаҡлап, икенсе ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, сәләмләүсе ирҙе танырға самалаған апаруҡ оло йәштәге ҡатын бер гилке тын ҡалды.
—Һуң, Талип ҡәйнеш, һин түгелме ул?,—аптыраулы ҡараш тағы ла уға төбәлде.
—Мин шул еңгә, мин! Бына хәл белергә тип ҡайтҡайным да. Ҡана, биҙрәләреңде, еңгә! Ағай ҡайҙа, нишләп һаман былай һыу ташып ыҙалауҙар әле ул, ә?
Ҡасандыр ялтлап торған Сәбилә еңгәнең төҫө баҙыҡланып, шаянлығы ла юғалып, етди оло ҡатын ҡорона тулғанына аптырап, уның һәр һүҙенә ҡолаҡ һалырға тырышты Талип.
—Ағайың, ней, китте бит, эшкә. Беҙҙә ни ауылда артынан шыуғаны вис себерҙә, ҡатын ҡыҙ ҙа, йәш-елкенсәк тигәндәй. Ҡыҙ-ҡырҡынын ҡыҙғанып ҡыйналмай хәҙерге әсәләр, аҡсалы эш булһа этеп кенә ебәрәләр. Мәүлит ҡустың да этә-төртә туғыҙҙы бөттө лә, курышка һатып алып сыҡты ла олаҡты... Нисек улай ауылға килеп сыҡтың әле, берәйһендә йомош бар инеме әллә? Ҙур ғына түрә тиҙәр ине бит үҙеңде.
Сәбилә еңгәнең үткер күҙ ҡарашы Талиптың өҫ башын, аяғының осона хәтлем тиерлек текләп күҙ уңынан үткәрҙе. Ике ҡулын өҙөп алып килгән ҡуш биҙрә ауырлығынан, һуңғы һорауға ни тип яуап бирергә белмәй баҙауҙан ауыҙ ситен ҡыйшайта биреп йылмайып ҡына ҡуйҙы ла Талип :
—Юл ыңғайы үтеп барышлай ғына инем, ваҡытым бик тығын булһа ла, хәлегеҙҙе белеп үтәйем тигәйнем,—тип хәйләләште. Тейешле яуап ала алмағанға ҡул һелтәп, алсаҡланып хәбәрен теҙҙе генә.
—Хәлдәр ней, ҡәйнеш, шул инде. Һәр кем үҙенсә көн күреп ятҡан мәл әле. Ауылда ҡарт-ҡоро ла бисә-сәсә тиерлек. Мәктәпте лә дүрт йыллыҡҡа ҡалдырҙылар, буш торған өйҙәр күп, хет бөгөн инеп йәшәп кит. Ҡул һелтәп ташлап ҡына киткәндәр йылдан-йыл арта. Әәә! Күрҙеңме әле теге һеҙҙең йортто? Уны бит ҡырҙан килгән бер сит кешеләр һатып алды Низамдан. Һин уға һатҡайның бит, эйеме?
Сәбилә еңгә һүҙһеҙ генә Талиптың ни һорарын алдан һиҙгәндәй хәбәр теҙгенен атай йортона борҙо.
—Эйе, Низам алып ҡалғайны шул, ә үҙе ҡайҙа һуң?
—Оҙаҡ кинәнеп йәшәй алманы шууул, ҡаты ғына ауырыу таптылар үҙендә. Fүмере бөтөп барғанға шахтаһын ташлап ҡайтҡан икән, тип һыҡтаны күптәр. Ауыр эш елегенә үткәндер инде, үлеренән алда, теле көрмәлмәҫ элек әйткән ти бит... тыуған тупрағыма ҡайтып йығылдым алай ҙа, сит ер ҡуйынында ҡалырмын тип ҡурҡҡайным, тигән тей, бисара...
Күҙ ҡарашын ситкә бороп һытылыуҙан ҡасҡан еңгәнең хәлен аңлап Талип тамаҡ ҡырып һүҙҙе бороп маташты.
—Ә хәҙер өй хужаһы кем икән Сәбилә еңгә?
—Атаң башы, әйттем бит ситттән килгән ҡара халыҡ тип! Һис ҡасан да үҙҙәрен дә, ҡапҡаһының асылып ябылғанын да күр-гән юҡ, шау ҡара машинала килеп инеп сығып китәләр, ни ҡылалар, ни уйлайҙар һис белгән юҡ. Зыяндары тейеп ҡуймағайы тип ҡуябыҙ әле. Әле ана, теге ауылда булған тиҙәр бит әле шундайыраҡ хәл...
Сәбилә еңгәне артабан тыңлауҙан фәтеүә тапмаған Талип бағана һын шикелле ҡатып ҡалды ла ҡуйҙы. Бер гилке сутырлағандан һуң ғына:
—Йә, нимә торабыҙ әле урам уртаһында гәп һатып?! Әйҙә, ҡәйнеш, сәй ҡуяйым, бер ят бауыр ҡошап ҡоро ҡайтарып ни?!,—тине.
Талип бар теләгәнен анһат ҡына еңгәһе ауыҙынан һыпырып алғанға бер аҙ ҡыуанып, эсендә әсе әрнеү тағы ла көслө һыҙылып һыҙлауына, сәйҙән баш тартып ҡайтыр юлға сыҡты. Эскерһеҙ еңгәһе ауыҙынан ҡорҙаштары Вәдүт һәм Нәжиптең эскелек һаҙлығына батып әрәм булыуын, Кәрим һәм Нияздың шул себер яҡтарында төпләнеп ҡалыуын ишетеп тетрәнде. Ысынлап та, бағанаһынан һурылып ауған кәртәләй ҡалған ауыл, әллә кәртәһен юғалтҡан бағаналай ҡалғандар беҙме икән? Таш ҡом төҫө күрмәгән соҡор-саҡыр юлға иҫе киткән ҡиммәтле машина ауыл осона саҡ-саҡ килеп сыҡты. Һәүетемсә юл ыңғайына сыуалған уйҙар Талип йә-нәшәһендә саба. Ошо туғайҙар аша күрше ауылға атаһының ҡашҡа бейәһен-дә күпме тапҡыр ашыҡҡайны? Устары ҡармап тотҡаны ҡеүәтле машина руле түгел, ә ат теҙгене инде әллә...
Бала саҡ, йәшлек, йүләр хыялдар менән янып, донья малын өҫтөн ҡуйған саҡтар мыштым ғына оҙата килә. Уҙып та китмәйҙәр, ятып та ҡалмайҙар...
Инде нисәнсе көн күңел төбөн кимергән төйөн тағы ла ҙурайып, ҡеүәтләнеп күкрәк ситлеген матҡып семтеп ҡуйҙы. Талип һыңар ҡулы менән радионы ҡабыҙып, уйҙарынан арыныу эҙләне. Ә унда ысынлап та талғын, әммә үҙәккә үткес йыр яңғы-раны:
Тыуған ауылым Һаҡмар буйҙарында,
Шунда үтте минең бала саҡ.
Һаҡмар тулҡындары, ҡурай моңо
Күңелемдә мәңге ҡаласаҡ...
Бер ҡасан ебеп ҡалмаған, илауҙың ни икәнен дә белмәгән Талиптың ике күҙе буйлап субырлап аҡҡан күҙ йәше һис ҡаршылыҡһыҙ бите буйлап юл һалып, күкрәгенә үк ағып төшөп, күлдәген еүешләне. Тыйылманы ла, тыйманы ла ул үҙен. Талғын көй ыңғайына ғына аҡҡан әсе күҙ йәштәре бар ғүмеренә йыйылған үкенестәрен йыуып еңеләйтер кеүек ине лә. Күлдәк еүешләнде. .. тик күкрәк ситлегендәге семетеүҙең әселеген күҙ йәштәре генә һис кәметмәне...
Читайте нас: