Хәтеремдә һаман, бала саҡта
Зәңгәр генә шарым Баймаҡ буйлап
Ятып ҡалдым, ҡулдарымды һуҙып,
Ә шар осто һаман шәберәк,
Ҡабат торам, ҡабат йүгерәмен,
Ул шар миңә шундай ныҡ кәрәк.
Терһәк ҡанай, терһәк һыҙырылған,
Тотторманы, ел бик көслө ине,
Хәтеремдә һаман: бала саҡта
Шар артынан илап йүгерҙем.
Шул шар менән осҡан һымаҡ булды
Киләсәгем, барлыҡ ғүмерем.
Шул шар менән минең бәхет осҡан,
Ҡулдарымдан киткән ысҡынып.
Әле һаман зәңгәр шарҙы ҡыуам,
Ул шар минең тейеш өлөшөм.
Ҡолай-ҡолай йүгерәмен һаман,