—Бер аҙ сабыр, һыуҙы һиңә
—Ул нимә һуң, әсәй, ә был нимә,
Ер түңәрәк тиҙәр, әсәй, ниңә ?
—Тормошоңда һорауҙарың бик күп булыр,
Барыһына яуап табыр әсәй һиңә.
***********************************************
—Етәр, әсәй, мин бәләкәй түгел инде,
Үҙем беләм, кәрәк түгел кәңәштәрең.
Аңламайһың мине хәҙер, сөнки, әсәй,
Һин бит үҙең олоғайған йәштәһең.
************************************************
—Һаумы, әсәй, хәлең нисек, һаулығың,
Хәҙер кереп мин үҙеңә дарыу алам.
—Иҫән-һаумын, шөкөр балам Хоҙайға,
Тик тауышың ниңә бойоҡ әле, балам?
—Кәңәштәрең етмәй, әсәй, һағындым,
Һорауҙар күп, яуап тапмай абындым.
Йылы эҙләп беләһеңме, әсәйем,
Нисәмә ҡат юрған алып ябындым.
Һыуһап эстем һыуҙың -төрлөһөн,
Әммә, әсәй, танһыҡтарым ҡанманы.
Кисер мине, ҡайтам, әсәй, һағындым,
Инде түҙәр әмәлдәрем ҡалманы.
—Балаҡайым, бәләкәйем, ҡолонсағым,
Иҫән-аман ғына йөрө, көтөп ҡалам.
Ҡанға һеңгән ғәҙәтемде ташлай алмам,
Буй етһә ла әсә өсөн сабый бала.
Яңылышһам әгәр артыҡ иғтибарым менән,
Әпәүләһәм саманан тыш, һин дә кисер.
Тик онотма, бары әсәй, әсәй генә
Был донъяла һине һәр саҡ ғәфү итер.
Боҫло ашы, ҡайнар икмәк, сәйе менән,
Әсәй көтөр, өмөт итер, әсәй көтөр….
Гөлиә Азаматова-Мөкминова.