Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылынан Гөлзифа Исрафилованан сираттағы шиғри күстәнәс.
Эш тә юҡ беҙҙең, көш тә юҡ,
Ҙур йортта тормош гөрләне,
Йүгереп йөрөп донъя көттөм,
Көндәр түгел, минуттар ҙа
Бар нәмәнән рәт китте тип,
Был донъяла эшем бөттө...
Ир уртаһы тигән үргә еткәс
Балаларым үҫеп, ҡанатланып,
Ташлап осҡас тыуған ояһын.
Үҙебеҙ өсөн инде йәшәрбеҙ тип,
Ахмаҡ аҡыл менән уйланым.
Парлап осар ҡанат ҡайырылды,
Йәнкәй-йәнәшемдән айырылдым.
Парһыҙ йәшәүҙәрҙең ни йәме?
Яңғыҙ эскән сәйҙең ни тәме?!
Еткән генә инек ғүмерҙәрҙең
Киттең ташлап килгән ереңә.
Берәүҙең дә һиндә эше юҡ.
Яңғыҙлыҡтан йөрәк илағанда,
Хәлдәремде аңлар кешем юҡ.
Ҙур йыһанда кеше күп икән дә,
Тик һәр кемдең үҙ яҙмышы.
Хаҡ яҙмышым ҡуйған һынауҙыр,
Һеҙ ти(е)п тибеп тороусы,