Гөлиә Мөкминова-Азаматова
Ҡөҙрәтең киң, беләм, Хоҙай,
Һаулыҡ бир мохтаж затыңа,
Ҡалдырма бер үк, Хоҙайым,
Һинһеҙ ҡаршылайым тағын, атай,
Нисәнсе ҡат инде яҙҙарҙы.
Ҡояш нуры сағылдырһа күҙҙе,
Тоям төҫлө һинең наҙҙарҙы.
Шаян һүҙең, йылмайыуың етмәй,
Буй-һының да күҙ алдымдан китмәй.
Ваҡыт-дауа, онотола тиҙәр,
Үтә ваҡыт, тик һағышым үтмәй.
Атай-атай, өлгөрмәнем һиңә,
Рәхмәттәрем әйтеп бөтөргә.
«Ҡайтам»,—тиһәң әҙер булыр инем,
Юҡ шул юлдар, беләм ҡайтыр инең,
Киткән ерең һинең мәңгелек.
Рәхмәттәрем ысын донъяларҙа,
Йәндәреңә бирһен еңеллек.
Тыныс йоҡла, атай-атайым,